Ташҡынға әҙерҙәр08.04.2016
Ташҡынға ҡаршы республика комиссияһының сираттағы ултырышында ведомство һәм министрлыҡтар етәкселәре, район хакимиәте башлыҡтары ҡатнашты. Кәңәшмәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев алып барҙы. Сарала көнүҙәк мәсьәлә – һыу кимәленең күтәрелеүе
тикшерелде.
Тәүҙә Башгидрометүҙәк яҡын көндәргә төбәктәге һауа торошона фараз бирҙе. Ведомство начальнигы Вилора Горохольская хәбәр итеүенсә, ял көндәренән башлап һауа температураһы 10 – 15 градусҡаса йылынасаҡ, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.
– Ҡарҙың йылдам иреүе көтөлә, был һыуҙың кимәлендә сағылыш табасаҡ. Киләһе аҙнала тау йылғалары, Ҡариҙел, Ағиҙелдең түбәнге ағымы боҙҙан әрселәсәк. Бәләкәй йылғаларҙа һыуҙың ныҡ артыуы күҙәтеләсәк. Ағиҙел бассейнындағы башҡа күпселек йылғаларҙа һыу кимәле нормаға ярашлы һәм унан 20 – 50 сантиметрға юғарыраҡ булыуы көтөлә. Шулай итеп, ташҡын һыуҙарының максималь кимәле уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 6 – 11 көнгә иртәрәк, Өфөлә 17 апрелдән 23-өнә тиклем күҙәтеләсәк, — тине Вилора Горохольская.
Волга буйы гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы биргән күҙаллауға ярашлы, Урал йылғаһы бассейнындағы күпселек йылғаларҙа һыуҙың максималь кимәле – норма сиктәрендә. Оло Ыҡ, Һаҡмар һәм Ҡарғалы йылғаларында — норманан 60 сантиметрға түбәнерәк. Әммә һауа шарттарының үҙгәререн иҫәпкә алғанда, уртаса күрһәткестәрҙең артып китеүе ихтимал.
Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Латипов билдәләүенсә, бөтөн райондар ҙа ташҡынды ҡаршылауға әҙер. Быға тиклем боҙ тығылған һигеҙ урын айырыуса иғтибар үҙәгендә. Дүрт ойошма кәрәк булған осраҡта шартлатыу эштәренә әҙер. Бының өсөн Алкиндағы хәрби частан белгестәр ҙә йәлеп ителәсәк. Боҙ тығындарын юҡ итеүгә 12 тонна шартлатҡыс әҙерләнгән. Йылғалар ярҙарынан сыҡҡан осраҡта халыҡты эвакуацияларға, ваҡытлыса торлаҡҡа урынлаштырырға әҙерҙәр.
Ултырышта ҡатнашыусылар ташҡын хәүефе янаған райондарҙың хакимиәт башлыҡтары менән онлайн режимда аралашты. Мәҫәлән, Марат Шәрип улы Интернет селтәрендә Шүлгәнташ мәмерйәһен һыу баҫыуы тураһындағы мәғлүмәтте күреп, Бөрйән районы хакимиәте башлығынан хәлгә аныҡлыҡ индереүен һораны.
– Ысынлап та, ҡайһы бер мәғлүмәт саралары был хаҡта яҙып сыҡты. Әммә Йылҡысыҡҡан күле йыл һайын яҙғыһын мәмерйә алдына йәйелә. Был – тәбиғи күренеш һәм мәмерйәгә бер ниндәй ҙә зыян килтермәй, уға хәүеф янамай, – тине Рөстәм Шәрипов.