Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ғүмер наҙым булһаң, һуңлама...”
“Ғүмер наҙым булһаң, һуңлама...” Тормош аҡлы-ҡаралы, ҡояшлы-ямғырлы көндәре менән аралаш килһә лә, күҙгә күренеп бармаған, йыш ҡына иғтибарыбыҙҙы йәлеп итмәгән, әммә һоҡланғыс, фәһемле мөғжизәләргә ифрат бай йылғаны хәтерләтә. Ағымын һис туҡтатмай, гел генә алға, яңылыҡҡа ынтыла. Сылтырап та, шаулап та, тымыҡ та дауам иткән донъяһын һәр кем үҙ йөрәге аша үткәрә, яңы кешеләр менән таныша, өйрәнә, яраҡлаша һәм тирә-яҡ мөхит менән гармония булдыра.
Әңгәмәсем дә, ошо гөрләп аҡҡан тормош даръяһында үҙ шишмәһен табып, уны көн һайын сафландырып, эргә-тирәһендәгеләргә һөйөү, йылы хис-тойғо, дәрт һирпеп, ябайлыҡты бөйөк күреп йәшәгәндәрҙең береһе. Эшмәкәрлеген бер һүҙ менән генә тасуирлап булмаҫы көн кеүек асыҡ. Һүҙ – йырсы, композитор, “Аҡ ауаз” димселәр клубы етәксеһе Риф БИКБАЕВҠА.



– Һеҙҙең менән осрашып, һөйләшергә ниәтемде белдер­гәс, атҡарылаһы эштәрегеҙҙе – республиканың теге йә был районында үткәреләсәк саралары­ғыҙҙы – тиҙ генә һанап сыҡты­ғыҙ... Мин, үҙ сиратымда, ваҡы­тығыҙҙың бик тығыҙ икәнлеген төҫмөрләп, һағайып та ҡуйҙым. Эшегеҙҙең күп булыуы респуб­ликалағы яңғыҙаҡтарҙың һаны менән бәйлеме?
– Үҙ парын тапмағандар республикала байтаҡ. Әммә уларҙы таныштырып, ҡауыштырып, киҫ­кен хәлдән ҡотолоп була. Баш­ҡорт­останда был йәһәттән мөм­кинлек киң. Мәҫәлән, эшмәкәр­легебеҙ әүҙем барған Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондарында яңғыҙҙарҙың һаны күҙгә күренеп кәмене. Тимәк, тырышлыҡты арт­тырғанда, ихласыраҡ, әүҙемерәк шөғөлләнгәндә республикалағы буйҙаҡтарҙы ғаиләле итергә була.
– Халыҡ мәнфәғәте өсөн янып-көйөп тә, илһамланып та ҡылған батырлығығыҙҙың сы­ғанағы бала саҡҡа, һеҙ үҫкән ғаиләгә барып тоташалыр, эйеме? Ниндәй малай булдығыҙ, ғөмүмән?
– Бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ булып, мәҙәниәтте яратып үҫтем. Биш йәшлек сағымда атайым гармун бүләк итте, шул мәлдә тәүге көйөмдө өйрәндем. Ат менән ныҡ дуҫ инем: һыбай ҙа саптым, һыуҙа ла йөҙҙөрҙөм, егеп утынға, бесәнгә йөрөттөм, ки­сен тышау­лап яланға ебә­реү ҙә минең ярат­ҡан кә­сеп­тәремдең береһе булды. Ваҡытымдың күп кенә өлөшө ошо изге малҡайға арналды.
– Ә ҙурайғас ниндәй һөнәр белгесе булырға хыяллан­дығыҙ?
– Йыр-моң күңелемә инеп ҡу­наҡ­лағайны инде, шуға күрә Ғ. Әл­мөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатына юл тоттом. Уны тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына индем, әммә уҡыуҙы аҙаҡҡаса дауам итмәнем. Бер мәл Өфө дәүләт сәнғәт институтында әҙерлек курстарында ла белем алдым. Тормош тигәнең бик ҡыҙыҡ нәмә, ахырҙа, Өфөләге һөнәри училищеға барып, тегенсе булып сыҡтым. Ҡайтып, Мораҡта ошо йүнәлештә эшләнем.
– Һәм бөгөн килеп һеҙ ...
– Тамада, үҙешмәкәр артист, димсе.
– Ошо димләү эшмәкәрлеге хаҡында ентекләберәк һөйлә­һәгеҙ ине. Был кәсепкә тото­ноуығыҙҙың сәбәбе ниҙә?
– 2007 йылда, әле йырсы ла, тамада ла булмаған сағымда, килде был идея. Яуаплы бурыс, Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡушылды, тип әйтә алам. Әлбиттә, тәүҙәрәк тотоноуы ҡурҡынысыраҡ булды, шулай ҙа кире сигенмәнем, алға ынтылдым, өйрәндем. Танышыу кисәләре үткәрә башлауыма йыл ярымдай ваҡыт уҙҙы.
– Бындай кисәләрегеҙ нисек, ниндәй форматта үтә?
– Ҡунаҡтарҙы, йәғни сараға килгәндәрҙе, ҡаршы алабыҙ, тәғәйен урындарын күр­һәтәбеҙ, сәләм һүҙен әйтәм, йыйылыуыбыҙҙың төп маҡсаты хаҡында бәйән итәм. Кисә йыр-моң, төрлө сығыштар менән үрелеп бара. Таныштырған мәлдә һәр кем ҡайһы яҡтан, ниндәй ниәт менән юлланыуы хаҡында әйтә, анкета тултыра. Ярҙам­сыларым барлыҡ мәғлү­мәтте теркәп бара, бер-береһенә тап килгәнерәктәрен төҫмөрләй.
– Әлегә нисә яңғыҙ йөрәкте парлы иттегеҙ?
– “Аҡ ауаз”да танышып та­быш­ҡан парҙарҙың һаны 40-тан ашты. Баймаҡ районында – һигеҙ, Бөр­йәндә – өс, Йылайырҙа – ике, Ейәнсура, Күгәрсен райондарында, Күмертау, Мәләүез ҡалаларында – йәмғеһе 23, Ишембайҙа – өс, Салауатта – бер, Стәрлетамаҡта ике пар барлыҡҡа килде. Былар беҙ белгәндәр генә, бәлки, тағы ла күберәктер ҡауышҡандарҙың һаны. Күптән түгел Мәҡсүт мәҙә­ниәт йортонда беҙ таныштырған Әлфиә менән Заһир Хәлитов­тарҙың никах тантанаһы булды. Бындай күркәм ваҡиғаларҙы йыш ойоштороу яғындабыҙ. Әйтергә кәрәк, теге йәки был төбәктә таныштырыу кисәһен ойошторорға ниәтемде район, ауыл хакимиәте вәкилдәренең хуплап, ярҙам ҡулы һуҙыуы һөйөндөрә. Тимәк, яңғы­ҙаҡтар мәсьәләһе республика­быҙҙың бер генә ауыл-ҡалаһын да тиерлек урап үтмәгән.
– Һеҙҙең таныштырыу клубына нисә йәшлектәр мөрәжәғәт итә ала? Сикләүҙәр бармы?
– Ҡәтғи йәш билдәләнмәгән, оло ағай-апайҙарҙы ла, егет-ҡыҙ­ҙарҙы ла парлы, бәхетле, ғаиләле итеп күреү – изге теләгебеҙ. Ошо маҡсатты ғәмәлгә ашырыу өсөн тырышабыҙ ҙа инде. Кисәләргә мотлаҡ икенсе яртыһын эҙләп түгел, тиңдәштәре менән танышып, аралашып, күңел асып, йырлашып-бейешеп ҡайтыу өсөн дә киләләр. Һөҙөмтәлә кемдең нимә менән шөғөлләнеүе, һөнәри оҫта­лығы, мохтажлығы ла асыҡлана. Кисәләр һәр кемгә күңел дауаһы кеүек, дуҫтар табыу, йәмғиәт менән бер тулҡында йәшәү мөмкинлеген бирә. Шуны әйтеп үтер инем: 28 – 30 йәштәге яңғыҙаҡтар таныштырыуҙы, хатта танышыуҙы өнәп етмәй, йәғни яҙмышын билдәһеҙ ағымға көйләгән дә, уйланмай ҙа, тиҫтерҙәре менән ҡыҙыҡһынмай ҙа. Был бик үке­несле. Ваҡытында үҙ парыңды табыу, ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү – йәшәйештең, бәхеттең асылы ул, минеңсә. Оло ағай-апайҙа­рыбыҙ иһә әүҙемерәк, беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә ҡала. Әле, мәҫәлән, 70 йәшлек бер ир-уҙаманға пар эҙләү менән мәшғүлбеҙ. Ағай күсеп китергә лә риза, үҙе ихлас, дини талаптарҙы ла үтәй.
– Әлегә ишен тапмағандарға ниндәй теләк-тәҡдим еткерер инегеҙ?
– Яңғыҙмын тип бошоноп ултырырға түгел. Танышыу кисә­ләренә йөрөүҙән оялмаһындар, аралашһындар. Ҡайһы бер парҙар төрлө сарала күрешеп йөрөй ҙә, бер-береһен оҡшатып, аҙаҡ дуҫ­лашып китә, ҡауыша. Ундай осраҡ­тар байтаҡ. Ихлас, асыҡ булһын­дар, үҙҙәрен кәм тоймаһындар. Нисә йәштә булыуҙарына ҡара­маҫтан, үҙ парын табырға тырыш­һындар. “Аҡ ауаз” иһә ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ.
Саф мөхәббәт, аҡҡош тоғ­ролоғо, һөйөү, өҙөлөп һағыныу, ғаилә, балалар бәхете кеүек төшөнсәләр мәңгелек. Улар – күңел йәме, тормош асылы. Юҡҡа ғына һоҡланғыс йыр-моң, әҙәби әҫәрҙәр, кинофильмдар тап ошо илаһи күренештәргә, йылы тойғоларға арналмағандыр, күрәһең...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872