Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күмәк ҡулға эш түҙмәй
Күмәк ҡулға эш түҙмәй Ауыл хужалығы уңғандары өсөн сираттағы ҡыҙыу мәл – яҙғы баҫыу эштәре яҡынлаша. “Урал аръяғы” МТС-ының Әбйәлил филиалы директоры Зәбир Мусин әйтеүенсә, мөһим миҙгел алдынан төп көс техниканы әҙерләүгә йүнәлтелгән. Ҡарҙың күплеге сәсеү эштәрен бер аҙ тотҡарлауы ла ихтимал. Әммә хужалыҡ механизаторҙары ҡышҡы осорҙа ҡул ҡаушырып ултырмаған: йылытылған оҫтаханала техника етди әҙерләнгән.

– Хеҙмәткәрҙәр әле лә көн һайын ремонт эштәре менән булыша, – ти Зәбир Вәкил улы. – Кәрәкле запас час­тар һатып алынған. Быйыл иген культураларын 11 мең гектар майҙанда сә­сеүҙе планлаштырабыҙ. Былтыр уңыш юғары булды, хужалыҡтарҙы орлоҡ менән тулыһынса тәьмин итә алдыҡ. Яғыулыҡ менән өҙөклөк булмая­саҡ – алдан хәстәрлек күрелде. Шуныһы ҡыуаныслы: республика етәкселеге быйыл да ауыл хеҙмәтсәндәрен ярҙам­­һыҙ ҡалдырмай – субсидия бүленә.
Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, механизаторҙар тупланды, тиҙҙән медицина тикшереүе үтәсәктәр. Улар өсөн йыл әйләнәһенә ашхана эшләйәсәк. Күрше ауылдарҙан йөрөйәсәк меха­низаторҙар өсөн махсус автобус ҡаралған. Ғөмүмән, хужалыҡ иген­селәренең кәйефе көр. Улар сәсеүҙе тейешле ваҡытта сифатлы үткәрер тигән ышаныстамын.
Әйткәндәй, “Урал аръяғы” МТС-ының күпселек техникаһы сит илдә етеш­терелгән, шунлыҡтан запчасть һатып алыу бер аҙ ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Утыҙ йылға яҡын механизатор булып эшләгән Әхәт Әбсәләмов билдәләүенсә, ҡырҙан килтерелгән техника эш ҡеүәтенең юғары булыуы менән генә түгел, ә эсендә кеше өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылыуы йәһә­тенән дә айырыла. Шуға күрә оҫталар һәр деталде ҙур иғтибар менән, ҡәҙерле әйберҙәй һаҡ ҡына урынлаштыра. Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡарай.





Автор: К. УСМАНОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә