Ауыл хужалығы уңғандары өсөн сираттағы ҡыҙыу мәл – яҙғы баҫыу эштәре яҡынлаша. “Урал аръяғы” МТС-ының Әбйәлил филиалы директоры Зәбир Мусин әйтеүенсә, мөһим миҙгел алдынан төп көс техниканы әҙерләүгә йүнәлтелгән. Ҡарҙың күплеге сәсеү эштәрен бер аҙ тотҡарлауы ла ихтимал. Әммә хужалыҡ механизаторҙары ҡышҡы осорҙа ҡул ҡаушырып ултырмаған: йылытылған оҫтаханала техника етди әҙерләнгән.– Хеҙмәткәрҙәр әле лә көн һайын ремонт эштәре менән булыша, – ти Зәбир Вәкил улы. – Кәрәкле запас частар һатып алынған. Быйыл иген культураларын 11 мең гектар майҙанда сәсеүҙе планлаштырабыҙ. Былтыр уңыш юғары булды, хужалыҡтарҙы орлоҡ менән тулыһынса тәьмин итә алдыҡ. Яғыулыҡ менән өҙөклөк булмаясаҡ – алдан хәстәрлек күрелде. Шуныһы ҡыуаныслы: республика етәкселеге быйыл да ауыл хеҙмәтсәндәрен ярҙамһыҙ ҡалдырмай – субсидия бүленә.
Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, механизаторҙар тупланды, тиҙҙән медицина тикшереүе үтәсәктәр. Улар өсөн йыл әйләнәһенә ашхана эшләйәсәк. Күрше ауылдарҙан йөрөйәсәк механизаторҙар өсөн махсус автобус ҡаралған. Ғөмүмән, хужалыҡ игенселәренең кәйефе көр. Улар сәсеүҙе тейешле ваҡытта сифатлы үткәрер тигән ышаныстамын.
Әйткәндәй, “Урал аръяғы” МТС-ының күпселек техникаһы сит илдә етештерелгән, шунлыҡтан запчасть һатып алыу бер аҙ ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Утыҙ йылға яҡын механизатор булып эшләгән Әхәт Әбсәләмов билдәләүенсә, ҡырҙан килтерелгән техника эш ҡеүәтенең юғары булыуы менән генә түгел, ә эсендә кеше өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылыуы йәһәтенән дә айырыла. Шуға күрә оҫталар һәр деталде ҙур иғтибар менән, ҡәҙерле әйберҙәй һаҡ ҡына урынлаштыра. Һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡарай.