Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Һау булығыҙ, йән һөйгәндәр...”
“Һау булығыҙ, йән һөйгәндәр...” Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды. Үҙәк хәрби округы штабы ҡушыуы буйынса был осорҙа республикабыҙҙан 5300-ҙән ашыу егет Ҡораллы Көстәр сафына алынасаҡ. Башҡортостандың хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Риф Вәлиев әйтеүенсә, яҙғы саҡырылыштың төп үҙенсәлеге – һалдаттарға электрон карталар биреләсәк. Ҡатындары, балалары булған йәки ата-әсәләре хаҡлы ялға сыҡҡан егеттәр хәрби бурысын өйҙәренә мөмкин тиклем яҡыныраҡ урында үтәйәсәк.

Донъяның иң ҙур биләмәле илендә йәшәйбеҙ. Ана шул бөйөк дәүләттең сиген һаҡлау ихтыяжы власть алдына ҙур талаптар ҡуя ла инде. Ай кәртәләнһә, кәртәңде нығыт, тигән боронғолар. Илебеҙ ни тиклем киң, мөһабәт икән, уның “кәртәләре” лә ныҡлы, бөйөк булырға тейеш. Хәйер, был йәһәттән борсолаһы түгел. Рәсәй армияһының көс-ҡеүәтен яңыраҡ хатта Америка генералы, НАТО-ның Европалағы Берләшкән хәрби көстәре баш командующийы Филип Бридлав та юғары баһаланы. Нимә ти бит:
– Һуңғы биш йыл эсендә Рәсәй Президенты Владимир Путин көслө армия булдырыуға өлгәште. Ҡоро ер ғәскәрҙәре генә ни тора. Сүриә киңлектәрендә һынау үткән һауа көстәренең ҡеүәтен иһә үҙегеҙ күрҙегеҙ. Бынан тыш, улар аныҡ сәпкә, алыҫ арауыҡҡа иҫәпләнгән ракета ла уйлап сығарҙы. Уны хәрби караптарҙан да, һыу аҫты кәмәләренән дә осорҙолар. Иң мөһиме – Рәсәй етәкселеге, иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, армияһын инвестициялауҙы дауам итә...
Ғөмүмән, илебеҙҙең Ҡораллы Көстәрен, уның оборона һәләтен, именлеген һәм ҡеүәтен нығытыу – дәүләттең төп маҡсаты. Яҙғы һәм көҙгө саҡырылыштар иһә ана шул бурыстың бер тармағы инде. Былтыр Башҡортостандан ғына хәрби хеҙмәткә 11 меңдән ашыу егет оҙатылған. Республиканың хәрби комиссариаты ҡуйылған пландың үтәлеше буйынса Үҙәк хәрби округында иң яҡшыһы тип танылған. Хеҙмәткә алыныусыларҙың 80 процентын 20 һәм унан да өлкәнерәк йәштәге егеттәр тәшкил иткән. Комиссариат вәкилдәре был күренеште частарға ниндәйҙер кимәлдә тормош тәжрибәһе туплаған, уҡыуын тамамлаған йәштәрҙе ебәрергә тырышыуы менән аңлата.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби хеҙмәттән ҡасыусылар темаһы ла көнүҙәк ҡала, былтыр ошо сәбәпле 10 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған. Әлбиттә, үткән йылдар менән сағыштырғанда, һан бер ни тиклем аҙыраҡ. Әйтәйек, ундайҙар 2014 йылда – 21, 2013 йылда 17 булған. Комиссариат вәкилдәрен саҡырылыш кампанияһына йәлеп ителеүселәрҙе законлы рәүештә хәрби хеҙмәттән ҡотолдороу юлдарын тәҡдим итеүсе юридик ойошмалар эшмәкәрлеге лә борсой.
Риф Вәлиев әйтеүенсә, федераль законға ярашлы саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың ҡатындарына һәм балаларына ай һайын пособие түләнә.
– Бының өсөн никах рәсми теркәлергә тейеш. Гражданлыҡ никахы иҫәпкә алынмай, закон буйынса бындай осраҡта түләүҙәр ҡаралмаған, – ти ул. – 24 565 һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған пособиены алыу өсөн хәрби хеҙмәткәрҙең ҡатынының йөклөлөк ваҡыты 180 көн (26 аҙна) булырға тейеш. Өс йәшкә тиклемге балаһы булған хәрбиҙең ғаиләһенә 10 528 һум күләмендә айлыҡ пособие тәғәйенләнә. Пособие алыу өсөн баланың әсәһенә йәшәгән урын буйынса социаль яҡлау органына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунда уҡ тейешле документтар исемлеге бирелә.
Совет осоронда хәрби хеҙмәтте “Ир-ат мәктәбе” тип атай торғайнылар. Ысынлап та, егеттәребеҙ хәрби әҙерлек үтеп, “һалдат бутҡаһы”н татыһа, уларға артабан тормош көтөүе еңелерәк була ине. Бөгөнгө тормош шарттарында иһә был атаманың асылын һәр кем үҙенсә ҡабул итә. Быға, бәлки, туҡтауһыҙ хәрби реформалар ҙа, бола-сыуалыштар ҙа, географик сиктәрҙең үҙгәреүе лә йоғонто яһағандыр. Әммә, ни тиһәләр ҙә, иң тәмле бутҡа – армияла, имеш...



Башҡортостанда саҡырылыш буйынса
“ҡыҙыу элемтә” телефондары эшләй:
(347) 228-02-92
(консультация-хоҡуҡ пункты),
(347) 276-65-76 (юридик бүлек),
(347) 253-13-48 (хәрби хеҙмәткә әҙерләү
һәм саҡырыу бүлеге),
(347) 250-05-10 (Өфө гарнизоны прокуроры).
Ашығыс психологик ярҙам – 8-800-7000-183.


Борис УСАТОВ, Башҡортостан хәрби комиссариатының хәрби-медицина комиссияһы рәйесе:
– Һуңғы ваҡытта хәрби билет тәҡдим иткән ойошмалар күбәйҙе. Өфө урамдарында “Хәрби билет. Законлы” тигәнерәк яҙыулы автомобилдәрҙе йыш осратабыҙ. Улар әрмегә саҡырылыусыға бер нисек тә законлы хәрби билет алып бирә алмай. Был ойошмаларҙың медицина комиссияһы үткәреүгә рөхсәте лә юҡ. Ҡыҙыҡ өсөн шылтыратып ҡарағыҙ. Хеҙмәттәре өсөн 70 мең һумдан да кәм һорамайҙар. Ә хәрби билет биреүҙәренә килгәндә иһә, берәү ҙә быны гарантиялай алмай.


Автор: А. ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә