Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды. Үҙәк хәрби округы штабы ҡушыуы буйынса был осорҙа республикабыҙҙан 5300-ҙән ашыу егет Ҡораллы Көстәр сафына алынасаҡ. Башҡортостандың хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Риф Вәлиев әйтеүенсә, яҙғы саҡырылыштың төп үҙенсәлеге – һалдаттарға электрон карталар биреләсәк. Ҡатындары, балалары булған йәки ата-әсәләре хаҡлы ялға сыҡҡан егеттәр хәрби бурысын өйҙәренә мөмкин тиклем яҡыныраҡ урында үтәйәсәк.
Донъяның иң ҙур биләмәле илендә йәшәйбеҙ. Ана шул бөйөк дәүләттең сиген һаҡлау ихтыяжы власть алдына ҙур талаптар ҡуя ла инде. Ай кәртәләнһә, кәртәңде нығыт, тигән боронғолар. Илебеҙ ни тиклем киң, мөһабәт икән, уның “кәртәләре” лә ныҡлы, бөйөк булырға тейеш. Хәйер, был йәһәттән борсолаһы түгел. Рәсәй армияһының көс-ҡеүәтен яңыраҡ хатта Америка генералы, НАТО-ның Европалағы Берләшкән хәрби көстәре баш командующийы Филип Бридлав та юғары баһаланы. Нимә ти бит:
– Һуңғы биш йыл эсендә Рәсәй Президенты Владимир Путин көслө армия булдырыуға өлгәште. Ҡоро ер ғәскәрҙәре генә ни тора. Сүриә киңлектәрендә һынау үткән һауа көстәренең ҡеүәтен иһә үҙегеҙ күрҙегеҙ. Бынан тыш, улар аныҡ сәпкә, алыҫ арауыҡҡа иҫәпләнгән ракета ла уйлап сығарҙы. Уны хәрби караптарҙан да, һыу аҫты кәмәләренән дә осорҙолар. Иң мөһиме – Рәсәй етәкселеге, иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, армияһын инвестициялауҙы дауам итә...
Ғөмүмән, илебеҙҙең Ҡораллы Көстәрен, уның оборона һәләтен, именлеген һәм ҡеүәтен нығытыу – дәүләттең төп маҡсаты. Яҙғы һәм көҙгө саҡырылыштар иһә ана шул бурыстың бер тармағы инде. Былтыр Башҡортостандан ғына хәрби хеҙмәткә 11 меңдән ашыу егет оҙатылған. Республиканың хәрби комиссариаты ҡуйылған пландың үтәлеше буйынса Үҙәк хәрби округында иң яҡшыһы тип танылған. Хеҙмәткә алыныусыларҙың 80 процентын 20 һәм унан да өлкәнерәк йәштәге егеттәр тәшкил иткән. Комиссариат вәкилдәре был күренеште частарға ниндәйҙер кимәлдә тормош тәжрибәһе туплаған, уҡыуын тамамлаған йәштәрҙе ебәрергә тырышыуы менән аңлата.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби хеҙмәттән ҡасыусылар темаһы ла көнүҙәк ҡала, былтыр ошо сәбәпле 10 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған. Әлбиттә, үткән йылдар менән сағыштырғанда, һан бер ни тиклем аҙыраҡ. Әйтәйек, ундайҙар 2014 йылда – 21, 2013 йылда 17 булған. Комиссариат вәкилдәрен саҡырылыш кампанияһына йәлеп ителеүселәрҙе законлы рәүештә хәрби хеҙмәттән ҡотолдороу юлдарын тәҡдим итеүсе юридик ойошмалар эшмәкәрлеге лә борсой.
Риф Вәлиев әйтеүенсә, федераль законға ярашлы саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың ҡатындарына һәм балаларына ай һайын пособие түләнә.
– Бының өсөн никах рәсми теркәлергә тейеш. Гражданлыҡ никахы иҫәпкә алынмай, закон буйынса бындай осраҡта түләүҙәр ҡаралмаған, – ти ул. – 24 565 һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған пособиены алыу өсөн хәрби хеҙмәткәрҙең ҡатынының йөклөлөк ваҡыты 180 көн (26 аҙна) булырға тейеш. Өс йәшкә тиклемге балаһы булған хәрбиҙең ғаиләһенә 10 528 һум күләмендә айлыҡ пособие тәғәйенләнә. Пособие алыу өсөн баланың әсәһенә йәшәгән урын буйынса социаль яҡлау органына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунда уҡ тейешле документтар исемлеге бирелә.
Совет осоронда хәрби хеҙмәтте “Ир-ат мәктәбе” тип атай торғайнылар. Ысынлап та, егеттәребеҙ хәрби әҙерлек үтеп, “һалдат бутҡаһы”н татыһа, уларға артабан тормош көтөүе еңелерәк була ине. Бөгөнгө тормош шарттарында иһә был атаманың асылын һәр кем үҙенсә ҡабул итә. Быға, бәлки, туҡтауһыҙ хәрби реформалар ҙа, бола-сыуалыштар ҙа, географик сиктәрҙең үҙгәреүе лә йоғонто яһағандыр. Әммә, ни тиһәләр ҙә, иң тәмле бутҡа – армияла, имеш...
Башҡортостанда саҡырылыш буйынса
“ҡыҙыу элемтә” телефондары эшләй:
(347) 228-02-92
(консультация-хоҡуҡ пункты),
(347) 276-65-76 (юридик бүлек),
(347) 253-13-48 (хәрби хеҙмәткә әҙерләү
һәм саҡырыу бүлеге),
(347) 250-05-10 (Өфө гарнизоны прокуроры).
Ашығыс психологик ярҙам – 8-800-7000-183.
Борис УСАТОВ, Башҡортостан хәрби комиссариатының хәрби-медицина комиссияһы рәйесе:– Һуңғы ваҡытта хәрби билет тәҡдим иткән ойошмалар күбәйҙе. Өфө урамдарында “Хәрби билет. Законлы” тигәнерәк яҙыулы автомобилдәрҙе йыш осратабыҙ. Улар әрмегә саҡырылыусыға бер нисек тә законлы хәрби билет алып бирә алмай. Был ойошмаларҙың медицина комиссияһы үткәреүгә рөхсәте лә юҡ. Ҡыҙыҡ өсөн шылтыратып ҡарағыҙ. Хеҙмәттәре өсөн 70 мең һумдан да кәм һорамайҙар. Ә хәрби билет биреүҙәренә килгәндә иһә, берәү ҙә быны гарантиялай алмай.