Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҙҙан башларға кәрәк
– Мин умарта тоторға йыйынам. Әлегә тәжрибәм дә юҡ, аҡса ла тигәндәй. Миңә тәфсилләп аңлатығыҙ әле, нимәнән башлай алам икән? Үҙемдең киләсәк эшемде нәҡ ошо юҫыҡта күрәм. Тәүге матди ярҙам алыр, шәхси эшҡыуар булып теркәлер өсөн кемгә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

А. ХИСМӘТУЛЛИН.


Был һорауға уҙған йылдарҙа гәзиттә “Умартасылыҡ серҙәре” рубрикаһын алып барыусы ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Рафиҡ Ғүмәр улы Ноғоманов яуап бирә:
– Әгәр ғаиләнең, шәхси бер кешенең финанс мөмкинлектәре булмаһа, һеҙгә банктан кредит йәки туғандарҙан бурысҡа аҡса алырға кәрәкмәй. Әйткән ике осраҡтың да бурысҡа инеп, сыға алмауҙың тура юлы булыуы мөмкин. Күпте теләп, ҡапыл байып китеү хыялы менән 10-15 бал ҡорто ғаиләһе алмағыҙ. Етмәһә, бер йыллыҡ тәжрибәгеҙ ҙә юҡ. Эште әҙҙән башлағыҙ. Бөртөкләп йыйығыҙ, тәү тапҡыр бер генә умарта ғаиләһе алып ҡарағыҙ. Запасҡа ике йәки өс буш умарта әҙер булһын. Сөнки бал ҡорто ғаиләһе көсәйеп, күс айырып бирһә, ике ғаиләле булырһығыҙ. Төрлө умартасылыҡ кәрәк-ярағы алығыҙ: биткә селтәр, умартасы костюмы, күрек, умарталыҡ бысағы, буш кәрәҙле рамдар, яһалма балауыҙ. Ошо дөйөм сығымдар (бал ҡыуҙырғыстан тыш) 10 мең һумдан артмаясаҡ.
Аҡсағыҙ булмаһа, хужалыҡта аҫраған малығыҙҙы, ҡош-ҡортто бал ҡорто ғаиләһенә, буш умарталарға алмаштырып була. Тәжрибәле умартасылар менән кәңәшләшеп, һөйләшеп килешергә лә мөмкин. Шулай уҡ һатыуҙа бал ҡорттары, сифатлы балауыҙ, дарыуҙар, кәрәкле феромон (күс ҡундырыу өсөн) препараттар булыр.
Йәйен бал ҡорто ғаиләһен аҫрап, тәжрибә туплағас, шәхси эшҡыуар (ИП) эшен асыу тураһында ла уйларға мөмкин. Әгәр һеҙ районда эшһеҙлек буйынса иҫәптә тораһығыҙ икән, шунда эште асыу хәйерле. Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге менән һөйләшеү алып барыу ҙа кәрәк. Һеҙҙе кәрәкле һөнәрҙәр буйынса программалар һәм субсидиялар бүлеү менән таныштырырға тейештәр. Атап үткән ике инс­танция менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу мотлаҡ. Юҡһа күптәр тәжрибәһеҙ килеш эште асалар ҙа, һалым түләй алмай, кире ябыу яғын уйлайҙар. Ул осраҡта эште асыуға ҡарағанда ябыуы күпкә мәшәҡәтле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә