Аҙҙан башларға кәрәк05.04.2016
– Мин умарта тоторға йыйынам. Әлегә тәжрибәм дә юҡ, аҡса ла тигәндәй. Миңә тәфсилләп аңлатығыҙ әле, нимәнән башлай алам икән? Үҙемдең киләсәк эшемде нәҡ ошо юҫыҡта күрәм. Тәүге матди ярҙам алыр, шәхси эшҡыуар булып теркәлер өсөн кемгә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
А. ХИСМӘТУЛЛИН.
Был һорауға уҙған йылдарҙа гәзиттә “Умартасылыҡ серҙәре” рубрикаһын алып барыусы ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Рафиҡ Ғүмәр улы Ноғоманов яуап бирә:
– Әгәр ғаиләнең, шәхси бер кешенең финанс мөмкинлектәре булмаһа, һеҙгә банктан кредит йәки туғандарҙан бурысҡа аҡса алырға кәрәкмәй. Әйткән ике осраҡтың да бурысҡа инеп, сыға алмауҙың тура юлы булыуы мөмкин. Күпте теләп, ҡапыл байып китеү хыялы менән 10-15 бал ҡорто ғаиләһе алмағыҙ. Етмәһә, бер йыллыҡ тәжрибәгеҙ ҙә юҡ. Эште әҙҙән башлағыҙ. Бөртөкләп йыйығыҙ, тәү тапҡыр бер генә умарта ғаиләһе алып ҡарағыҙ. Запасҡа ике йәки өс буш умарта әҙер булһын. Сөнки бал ҡорто ғаиләһе көсәйеп, күс айырып бирһә, ике ғаиләле булырһығыҙ. Төрлө умартасылыҡ кәрәк-ярағы алығыҙ: биткә селтәр, умартасы костюмы, күрек, умарталыҡ бысағы, буш кәрәҙле рамдар, яһалма балауыҙ. Ошо дөйөм сығымдар (бал ҡыуҙырғыстан тыш) 10 мең һумдан артмаясаҡ.
Аҡсағыҙ булмаһа, хужалыҡта аҫраған малығыҙҙы, ҡош-ҡортто бал ҡорто ғаиләһенә, буш умарталарға алмаштырып була. Тәжрибәле умартасылар менән кәңәшләшеп, һөйләшеп килешергә лә мөмкин. Шулай уҡ һатыуҙа бал ҡорттары, сифатлы балауыҙ, дарыуҙар, кәрәкле феромон (күс ҡундырыу өсөн) препараттар булыр.
Йәйен бал ҡорто ғаиләһен аҫрап, тәжрибә туплағас, шәхси эшҡыуар (ИП) эшен асыу тураһында ла уйларға мөмкин. Әгәр һеҙ районда эшһеҙлек буйынса иҫәптә тораһығыҙ икән, шунда эште асыу хәйерле. Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге менән һөйләшеү алып барыу ҙа кәрәк. Һеҙҙе кәрәкле һөнәрҙәр буйынса программалар һәм субсидиялар бүлеү менән таныштырырға тейештәр. Атап үткән ике инстанция менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу мотлаҡ. Юҡһа күптәр тәжрибәһеҙ килеш эште асалар ҙа, һалым түләй алмай, кире ябыу яғын уйлайҙар. Ул осраҡта эште асыуға ҡарағанда ябыуы күпкә мәшәҡәтле.