Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өмөтбай өйәңкеһе
Өмөтбай өйәңкеһе Эссе
Беҙҙе Йомран иле, тирҙәр,
Ағиҙелдең буйы, тирҙәр,
Беҙҙең дә бар гүзәл ерҙәр,
Ҡолаҡ тот, тыңла беҙҙәрҙән.
Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев.
“Йомран иле”.

Беҙ малай саҡтарҙа тыуған ауылым Ибраһимда иң күп үҫкән ағас бейек эре өйәңке ине. Өй алдында ла, кәртәнең тышҡы яғында ла, урам буйында ла, баҡса аръяғында ла күкрәк киреп күккә олғашып тора улар. Ауылым өйәңкеләренең бик үҙенсәлекле тарихы бар.


Һәр өйәңкенең үҙ исеме бар. Бына, мәҫәлән, беҙҙең аралағыларға шундай исемдәр ҡушылғайны: Әхмәтйән өйәңкеһе, Хәйҙәр өйәңкеһе, Дубыр өйәңкеһе, Сафуан өйәңкеһе, Рауфил өйәңкеһе, Мәҙиәр өйәңкеһе. Артҡы урамда – Ғуфиә өйәңкеһе, Фәрит өйәңкеһе. Иғтибарлап ҡараһаң, өйәңке кемдең ихатаһында, кемдең өйөнә, урамына яҡын урында үҫкән – шул кешенең исеме ҡушылған икән. Әйтәйек, Дубыр өйәңкеһе бригаданың ат һарайы урамы эсендә бер мөйөштә үҫкән. Ат һарайы – конный двор. Халыҡ телендә – “дубыр”. Исеме ана шунан килеп сыҡҡан.
Ғилмиә өйәңкеһе беҙҙең өйгә яп-яҡын, ун-ун биш аҙымда ғына Аҡма тигән йырын буйында үҫкәйне. Яҙға сыҡҡас, өйәңке ботағына ҡара ҡарғалар оя ҡора, “ҡар-ҡар” итешеп, дәртләнеп туй яһай, оя баҫып бала сығара. Уларҙы осорға өйрәткән саҡта тирә-яҡ йәш ҡарғалар (ҡарға балалары) тауышына күмелә. Ҡарға туйы йәй оҙоно дауам итә. Беҙ, малайҙар, өйәңке төбөн туҡтауһыҙ тапап, таҡырайтып бөтәбеҙ. Уның әйләнәһендә йүгерешеп ҡыуышабыҙ. Ҡарға балаларына оҡшатып сыр-сыу киләбеҙ…

Өмөтбай өйәңкеһе

Шайморатовтарҙың өй алдындағы иркен баҡсаһының көнсығыш мөйөшөндә үҫеп ултыра ул. Был өйәңкенең тарихы ғәжәйеп бай һәм үҙенсәлекле. Ауылымдағы исемле тиҫтәләрсәһе араһында тик ошо бер өйәңке оҙон ғүмеренең күп йылдарын исемһеҙ йәшәгән. Ысынында ул өйәңке – Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың замандашы, уның үҙен күреп белгән тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Исемдән мәхрүм йәшәүенең етди сәбәптәре бар: был йорт-урамдың боронғо төп хужаһы Баязит Өмөтбаев – дворяндар нәҫеленән. Өҫтәүенә Йомран-Ибраһим ауылының указлы муллаһы, хажға барған (1889 йыл), Баязит хажи тигән исемде йөрөткән.
Баязит Өмөтбаев – бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың иҫән-һау ҡалған берҙән-бер улы. Ғүмер иткән йылдары: 1867–1925. Икенсе улы Хажиморат бәлиғ булмағанға тиклем вафат була. Улы Баязит тураһында М. Өмөтбаев былай тип яҙған: “Баязит хажи рәсемгә һәм яҙыуға ғәйәт тә маһир булды. Ғалим Ноғман хажиҙа уҡып, урыҫса ғаризаларҙы атаһына уҡыны”.
Ошо Баязит ысынында атаһы Мөхәммәт­сәлимдең таянысына, арҡа терәр кешеһенә әүерелә. Улар араһындағы яҡынлыҡ атай менән ул араһындағы йән һәм ҡан берлеге генә түгел, ә рухи яҡынлыҡ, эске ҡараштар, йәшәү маҡсаттары уртаҡлығы, әлбиттә. Баязит Өмөтбаев та, атаһы һымаҡ, мәғрифәтселек аңы һәм ҡараштары менән һуғарылып йәшәй. Ауылдағы яңы типтағы мәктәптә һәм мәҙрәсәлә балаларға белем бирә. Уның дәрестәре балаларға дини тәрбиә менән бер уңайҙан донъяуи һабаҡтарҙы ла үҙ эсенә ала. Көндәлек тормош алып барыу өсөн иң кәрәкле һөнәрҙәр буйынса үҫмер күңеленә тәүге мәғлүмәттәрҙе еткерә. Ғәрәп һәм рус яҙмаһына өйрәтә, рәсем төшөрөү ысулдарын аңлата. Башҡорт халҡының үткәндәге тарихи тормошо, бөйөк шәхестәре, тыуған ерҙең тәбиғи байлыҡтары хаҡында һөйләй, ер-һыуға, ғөрөф-ғәҙәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү юлдарын еткерә.
Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев үҙенең төп йортон, барса донъяһын улы Баязитҡа бөтөнләйгә тапшырып ҡуя. Ә ул атай донъяһын хәстәрлекле, бөтмөр хужаларға хас булғанса ҡотло итеп алып китә. Шәхсән тәртибе менән өлгө күрһәтә.
Яҡын-тирә ауылдарҙағы билдәле кешеләр менән осрашып-күрешеп, дуҫлыҡта йәшәй. Эргәләге Ҡолош ауылының абруйлы шәхестәре Шайморатовтар менән һәр саҡ аралаша. Ә бына утыҙ-ҡырҡ саҡрымдарҙағы Иҫке Муса ауылы Баязитҡа бөтөнләй үҙ булып китә. Ул ошо ауыл муллаһы Мөхәмәтйәров Динисламдың Фатиха исемле ҡыҙына өйләнә. Никахтан тыуған ҡыҙҙарына Зәкиә тип исем ҡушалар. Тик, өҙлөгөп, Фатиха йәшләй вафат була.
Бына ошондай көтөлмәгән хәлгә тарыған саҡта Баязит ысын ир-егеттәргә хас холоҡ ныҡлығын күрһәтә. Ҡулына ҡалған атай донъяһын юҡҡа сығармайынса, яңыртаһын – яңыртып, өҫтәрен – өҫтәп, нығытаһын – нығытып, донъяуай һәм теремек көн итә, муллалыҡ хеҙмәтен дә, мәктәптә һәм мәҙрәсәлә мөғәллимлекте лә туҡтатмай. Улы Баязиттың ышаныслы, иманлы ҡулына күскән тыуған йорто Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев өсөн ғүмер буйына ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле урын булып ҡала. Ҡырымда Симферополь (Аҡмәсет) шәһәрендә хөкүмәт йомошон атҡарып йөрөгән йылдарҙа (1886-1887), Мәккәгә хаж сәфәре ҡылған мәлдә (1889), Стәрлетамаҡта, Өфөлә йәшәгәндә (1880–1905) Йомран-Ибраһим ауылындағы ошо тыуған йорт, гелән һағындырып, тиҙерәк ҡайтып ет, тип үҙенә саҡырып тора.
Әммә улы Баязиттың хәле уны хафаға һала. Тәүге ҡатыны Фатиха мәрхүмә булғас, ул икенсегә өйләнә. Тағы ла шул Иҫке Муса ауылынан. Йәнә шул Динислам мулланың Нәфисә исемле ҡыҙы менән никахҡа керә. Унан өс бала тыуа: Мөхәммәтфәрит, Рабиға һәм Фәрзәнә. Нәфисәһе лә, бәпесләгәндән һуң өҙлөгөп, вафат була. Бер ҡосаҡ бала менән тороп ҡалған Баязит, ҡайҙа һуғылырға белмәйенсә, йәнә Динислам муллаға бара. Никах уҡытып, уның өсөнсө ҡыҙы Мәрйәмде йортона алып ҡайта. Икенсе һәм өсөнсө ҡабат бер үк Динислам ҡыҙҙарына өйләнеү абруйлы Өмөтбаевтар заты Баязитҡа килешеп тә бөтмәгән кеүек тәү ҡарашҡа. Ә бына Баязит үҙ аҡылы менән эш иткән. Бындай, бер ни саҡлы сәйер, тәүәккәл аҙымға барғанда ул барыһынан алда бала хаҡын уйлай. Фатиха, Нәфисә, Мәрйәм – бер туғандар. Әсәнән ҡалған ярты етем балаларҙы: Зәкиәне, Мөхәммәтфәритте, Рабиға менән Фәрзәнәне, ситкә типмәйенсә, нәҫел итеп, үҙ балаларылай күреп ҡанат аҫтына алыр тип өмөтләнә. Иртә уңмаған – кис уңмай, тигәндәй, был юлы ла ысын парлы ғаилә тормошо татымай Баязит. Күп балалы йорттоң бөткөһөҙ мәшәҡәттәренә эстән көйөнөп, йөҙөн-күңелен асмайынса йөрөгәс, Мәрйәмде ҡабат атаһына илтеп тапшыра. Аҙаҡ әлеге Мәрйәм Баязитҡа Ҡырмыҫҡалыла йәшәгән әхирәте Нәғимәне димләй. Ошо һуңғы ҡатыны менән Баязит аҙаҡҡы көнөнәсә бик бәхетле йәшәй.
Нәғимә дингә ныҡлап аяҡ баҫҡан, Ҡөрьән Кәримде ятҡа белгән, дини тәртип-низамдарҙы еренә еткереп үтәгән тәрбиәле ҡатын, бала йәнле әсә, ҡойоп ҡуйған абыстай булып таныла. Баязит хажи менән Нәғимә абыстай бер-береһенә шөйлә тап килгән бер бөтөн йәнгә әүерелә. Икәүләшеп мәҙрәсәлә һабаҡ бирәләр, ауылда саҡырған ергә Ҡөрьән уҡырға барып, хөрмәтле мулла һәм абыстай булып, халыҡтан ихтирам һәм илтифат күреп йәшәйҙәр. Ошо яҡты ғүмерҙең төҫө-биҙәге – уларҙың уртаҡ улы Фәйзералхам (Фәйез) донъяға тыуа.
Улы Баязит янына Өфөнән Мөхәммәтсәлим, ғәҙәттә, йылдың иң матур миҙгелендә – шифалы май-июнь айҙарында ҡайта. Был ҡәҙерле мәлде көтөп алған Баязит баҡса эсендә мөйөштә үҫкән өйәңке төбөнә өҫтәл сығарып ултырта. Уның янына һикегә оҡшатып яһалған артлы эскәмйә ҡуя. Бер нисә аҙым ситкәрәк аҫҡылыҡ ҡора. Шунда усаҡ яғып, йәйләүгә оҡшатып, сәйнүктә сәй ҡайната, ҡула биҙрәлә аш бешерә. Ошо әхүәлгә әүрәп йөрөгәндә ул: “Бисмилла итеп, сәхрәлә төтөн сығарып алайыҡ”, – тип ҡабат-ҡабат әйтә. Аш-һыу етештереү мәшәҡәтенә Баязит ҡатын-ҡыҙҙы ҡатыштырмай. Ең һыҙғанып, алъяпҡыс бәйләп, муйынына таҫтамал һалып, усаҡ менән өҫтәл тирәләй йомшаҡ баҫып, еңелсә йөрөп тора.
Ауылда ятҡанда Мөхәммәтсәлим, бер нисә ҡабат кис мәсеткә барып, аҙан әйтә. Алып ҡайтҡан Ҡөрьән китаптарын намаҙға йөрөгән ҡарттарға тарата. Иман йортоноң үҙенә лә иҫтәлеккә намаҙлыҡ, түбәтәй, тиҫбе кеүек нәмәләр ҡалдыра. Мәктәпкә, мәҙрәсәгә тәғәйенләп алып ҡайтҡан уҡыу дәрес­лектәрен дә тәғәйен урынға керетеп тапшыра. Баязиттың ҡыҙҙарын – ейәнсәрҙәрҙе етәкләп, урамға алып сыға. Күл буйлап иң тәүҙә ауылдың көнсығыш Һаҙтамаҡ осона баралар. Унан әйләнгәс, урамдың көнбайыш Тоҡос осонда йөрөп ҡайталар.
Көндөң ҡалған өлөшөн Мөхәммәтсәлим өйәңке күләгәһендә китап уҡып, яҙып-һыҙып үткәрә. Һирәк-һаяҡ, ҡалҡынып, баҡса эсендә йөрөй, аяҡ-ҡулына, уй-зиһененә ял бирә. Ошо рәүешле үткәргән көндәр Мөхәммәтсәлимгә еңеллек, йән тыныслығы килтерә. Тын юлдары киңәйә, хәтере шәбәйә, йөрөш-торошо теремекләнә.

* * *
Алтмыш йәшен тултырып, етмешкә таба киткәс, Мөхәммәтсәлимдең аяҡ һыҙлауы көсәйә. Табиптар “аяҡ ревматизмы” тигән диагноз ҡуя. Хәҙер инде ауылға ҡайтҡан саҡта улы Баязит уны үҙенсә дауалай башлай. Ауылда уның “үлән табибы” тигән исеме сыҡҡан була. Иң тәүҙә кырандасҡа шәп ат егеп, туғай-болондарҙан төрлө-төрлө сәскә-үләндәр йыйып алып ҡайта. Шуларҙы ағас силәктә ҡайнар һыуға һалып, быҡтырғансы ҡаплап тота. Атаһы ошо силәккә бер ни тиклем ваҡыт аяҡтарын тығып ултыра. Баязит аяҡтарҙы йомшаҡ ҡына итеп ышҡып ыуа. Һуңынан иһә атаһын эскәмйәгә салҡан ятҡыра. Аяҡтарына тубыҡтан башлап шайтан ашығына тиклем силәктәге һыуҙа бешеккән киң дегәнәк япраҡтарын йәбештерә. Япраҡтар өҫтөнә силәктә мамыҡтай йомшарған сәскә-үләнде тигеҙ итеп йәйеп сыға. Иң аҙаҡтан Мөхәммәтсәлим атайҙың бөтә кәүҙәһен ап-аҡ кейеҙ менән тығыҙ итеп урай. Үлән-сәскәләрҙең, дегәнәк япраҡтарының йылымыс һуты Мөхәммәтсәлимдең аяҡ һөйәктәренә, бөтә електәренә тиклем үтеп йомшарта. Кейеҙгә тығыҙ итеп уралған көйөнсә, ул тирләп йоҡоға тала. Бындай рәхәтлектән һиҙҙермәйсә ойоп киткән сағын Мөхәммәтсәлим үҙе: “Сәлим ҡарт серем итеп алды”, – тип мәрәкәләй.
Ләкин Мөхәммәтсәлимдең ревматизмы һис тә кәмемәй. 1899 йылда, сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшау сәбәпле, ул отставкаға сыға. Бәләкәй генә пенсияға ҡарап ҡалған олуғ кеше ауылға Баязит улына күсенеп ҡайта.

* * *
Берҙән-бер көн Мөхәммәтсәлим атаһы Ишмөхәммәт ҡәберенә барып зыярат ҡылырға теләк белдерә. Баязит атаһын елле кырандасҡа ултыртып, ауылдың көньяҡ ситендәге Оло зыяратҡа алып бара. Ҡәберҙең ике яғында, йөҙөн ҡояшҡа ҡаратып, гүр эйәһенә бағышлап аят уҡыйҙар. Аятҡа доға ҡылғас, Мөхәммәтсәлим Баязитты үҙенең эргәһенә саҡырып ала. Уға былай тип өндәшә:
– Улым, атайыбыҙ Ишмөхәмәт янына барырға миңә лә күп ваҡыт ҡалмаған. Мине бына ошонда, әле беҙ торған урынға, ҡуйырһығыҙ. Һин бит минең берҙән-бер ир балам. Минән һуң донъябыҙҙы, Өмөтбайҙар тоҡомон дауам иттерәсәк кеше. Олатайың ҡәбере, ана, етемһерәп ята, матур итеп кәшәнә эшләтеп ҡуй. Иҫтәлек яҙҙырып, таш ултырт. Үҙ ғүмерең эсендә шуға өлгәшһәң, сауаплы бәндә булырһың. Ә бына мин битараф йәшәгәнмен. Ни өсөн шулай килеп сыҡты – үҙем дә аңлап етмәйем. Хатаны төҙәтергә хәҙер һуң: һаулыҡ та самалы, ғүмер ҙә бик ҡыҫҡарған.

* * *
Мөхәммәтсәлим һәм Баязит Өмөтбаевтар донъя ҡуйғас, төп йортта Баязиттың беренсе ҡатыны Фатиханан тыуған ҡыҙы Зәкиә менән Мөхәммәт Шайморатов ғаилә ҡороп йәшәй. Ә Баязиттың һуңғы ҡатыны Нәғимә оҫтабикә ошо уҡ ауыл кешеһе Ибраһим Ғүмәр улы Ибраһимовҡа тормошҡа сыға. Тормош ҡануны шундай – йәшәү дауам итә.
Ғаилә башлығы Мөхәммәт Шайморатов – күрше Ҡолош ауылы кешеһе. Тирә-яҡҡа танылған Өмөтбаевтар нәҫеленә ҡатышҡас, үҙен төплө аҡыллы, матур холоҡло, егәрле, намыҫлы ғаилә башлығы итеп таныта. Ғәрәп яҙыуын еңел уҡый, дини йолаларҙы (ураҙа тотоу, намаҙ уҡыу һ.б.) ихластан, еренә еткереп үтәй, ауылда ихтирам ҡаҙанған муллаға әүерелә.
Ғаиләлә биш малай үҫә: Яхъя, Закаръя, Мазһар, Йәғәфәр, Хәйҙәр. Яхъя менән Закаръя – игеҙәктәр. Яхъя Бөйөк Ватан һуғышында тәүге көндәрҙә үк һәләк була. Ауылға һуғыштан килгән иң беренсе ҡайғылы хәбәр – Яхъяның үлеме тураһындағы “ҡара ҡағыҙ”ҙы уның ҡатыны Асия ала. Асия апай саҡ атлап киткән малайы Әхиәт менән етем тороп ҡала.
Закаръя, Мазһар һәм Йәғәфәр – шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр. Бөгөн уларҙың береһе лә иҫән түгел. Зәкиә өләсәһенең төҫө булып уның төпсөк балаһы Суфия ҡыҙы йәшәй. Яхъя, Закаръя, Мазһар, Йәғәфәр, Хәйҙәр һәм Суфияның балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, йәнә бүлә-бүләсәрҙәре – өләсәйҙәре Зәкиә яғынан ҡарағанда, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев вариҫтары.
Был урында айырыуса шуны билдәләргә кәрәк: исемләнгән биш ир бала төҫкә береһенән-береһе матур, торғаны кәртинкә кеүектәр. Улар Зәкиә инәйгә бик ныҡ оҡшаған. Зәкиәнең төпсөк ҡыҙы Суфия – өләсәһе төҫөн бөгөнгәсә һаҡлаған ҡатын. Яхъя Шайморатовтың улдары Әхиәт һәм ейәне Рихардҡа ҡараһаң иһә, Мөхәммәтсәлим Өмөт­баевтың старшина кейемендә төшкән һоҡланғыс фотоһүрәте күҙ алдына килә.
Зәкиәнән тыуған бөтә балалар Шайморатов фамилияһында йөрөй. Ә Зәкиә инәй яғынан ҡарағанда, улар – Өмөтбаевтар. Шайморатов Мөхәммәт бабай үҙе лә шул фекер яҡлы ине. Шуға күрә Зәкиәнән тыуған балалар, уларҙың балалары, балаларының балалары үҙҙәрен Өмөтбаевтар тип йөрөтөргә хаҡлы. Шулай иҫәпләй ҙә улар.
Баязиттан, Мөхәммәттән һуң пар өйәңкеле урамдағы Мөхәммәтсәлим йортонда Йәғәфәр Мөхәммәт улы Шайморатов донъя көтә. Ватан һуғышынан ҡайтҡас, Йәғәфәр ошо ауылдан Нурислам ҡыҙы Фәриҙәгә өйләнә. Фәриҙә һуғыш осоронда тракторсы була. Артабанғы йылдарҙа сөгөлдөрсөләр звеноһына эшкә сыға. Ә Йәғәфәргә әле теге, әле был эште тапшыралар: инженер, трактор бригадаһы бригадиры, МТМ (ремонт-техник оҫтаханаһы) мөдире һ.б. Йыл яҙлыҡтырмай бер-бер артлы Фәһимә, Миңнияр, Райхана, Мәғәфүр, Рәхилә, Мансур, Асия исемле ҡыҙҙар һәм малайҙар тупылдашып донъяға тыуа. Ошо етәүҙән тыуған балаларҙы бергә ҡушып иҫәпләһәң, өс тиҫтәләп ейән-ейәнсәргә өләсәй һәм олатай инде Фәриҙә менән Йәғәфәр.

* * *
Донъяла бер нәмә лә мәңгелек түгел. Мөхәммәтсәлим нигеҙ ҡорған ошо йортта, ихатала нисә зат ғүмер кисергән. Килгән-киткән, булған-үткән кешеләр һәм ваҡиғаларҙың барыһына Өмөтбай өйәңкеһе шаһит.
Мөхәммәтсәлимде 1907 йылдың йәй айында (28 июль) һуңғы юлға оҙаталар. Уның яратҡан улы Баязит хажи 1925 йылда донъя ҡуя. Уның ҡыҙы Зәкиә, Мөхәммәтсәлимдең ейәнсәре, ҡарты Мөхәммәт мулла Шайморатов менән парлы оҙон ғүмер кисереп, Өмөтбай нәҫеленә биш малай, бер ҡыҙ үҫтерә.
Өмөтбаевтарҙан ҡалған өйҙә донъя көтөп йәшәгән иң һуңғы заттар – Фәриҙә менән Йәғәфәр ғаиләһе. Улар, иҫке өйҙө һүтеп, ҡарағай бүрәнәләрҙән хан һарайындай яңы йорт һала. Ул өйҙөң хужалары инде теге донъяла. Йәғәфәрҙән ҡалғас, Фәриҙәне ҡыҙы Райхана ҡышҡыһын Өфөгә алып ҡайтып үҙендә ҡарай. Фәриҙә Нурислам ҡыҙы 2014 йылда 88 йәшендә вафат була.
Райхана әйтеүенсә, йәйгеһен йортҡа тағы йәм, йән керәсәк. Бөтә Башҡортостанға таралып йәшәгән Йәғәфәр – Фәриҙә балалары, Өмөтбаевтарҙың яңы йәш быуыны, оҙайлы йәйге ял ваҡытында бәләкәстәрен эйәртеп ҡайтыр. Өй алдындағы баҡсаны тырмалап-һепереп таҙартырҙар, аҫҡылыҡ яһап, усаҡ яғып сәй ҡайнатырҙар, аш бешерерҙәр. Аш-һыу еҫе таралыр. Өйөңке төбөндә, өҫтәл, эскәмйә, ултырғыстар ҡуйылып, усаҡта бешерелгән тәмле-татлы ризыҡтарҙан бай табын әҙерләнер. Тамаҡ ялғап, бер аҙ хәл алғас, Ҡыҙылғы буйына сығып, ҡармаҡ һалырҙар. Ҡояш байып, донъя һил булғас, ярҙа теҙелешеп ултырып, Ҡыҙылғы һыуында ҡойонған нурлы айға ҡарап, киләсәк көндәр өсөн кәңәш ҡорорҙар. Мөхәммәтсәлим олатайҙың 175 йыллығына арналған байрам сараларын әҙерләшеү һәм үткәреү буйынса кәңәш-төңәш итерҙәр. Улар ошондай уртаҡ ике фекергә килер: беренсенән, Өфөлә, районда, ауылда, мәктәптәрҙә үтәсәк байрам тантаналарында М. Өмөтбаевтан таралған бөтә нәҫел-ырыу, нәҫел-нәсәп йыйылырға һәм ҡатнашырға тейеш.
Икенсенән, өлкән йәштәгеләрҙән алып бала-сағаға саҡлы бөтә нәҫел-ырыуҙы бер туплағанда, урам эсендә күккә олғашып ултырған баһадирҙай өйәңкеле төп йорт нигеҙенә йыйылып, нәҫел ҡоро үткәреү. Бөгөн Стәрлетамаҡ, Сибай, Октябрьский, Нефтекама, Екатеринбург, Өфө ҡалаларында, Бишауыл-Уңғар, Иҫке Муса, Ҡарлыман, Олокүл, Ҡырмыҫҡалы ауылдарында һәм башҡа урындарҙа йәшәгән Өмөтбаев тоҡомдары бер-береһен күрһен, танышһын, киләсәктә аралашып, ярҙамлашып, дуҫлашып, туғанлашып, татыулыҡта йәшәһен, мәшһүр Өмөтбаевтарҙың данлы династияһын, уларҙағы ватансылыҡ традицияларын артабан лайыҡлы дауам итһен.

Һуңғы һүҙ

Был яҙмамдағы байтаҡ ваҡиғаларҙы һәм кешеләрҙе мин күреп йә ишетеп беләм. Тик бер урында ла хикәйәләү ағышына үҙемде ҡыҫтыр­маным. Һүҙҙе иң төптән – Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтан башлайыҡ.
Мин үҫмер саҡтарҙа һәм студент йылдарҙа ауылыбыҙҙа һикһән-туҡһан йәштәге әбей-бабайҙар күп ине әле. Ғәжәп хәл: улар ХIХ быуаттың 80 – 90-сы йылдарын, Өмөтбаевтар йәшәп ятҡан дәүерҙе үҙ күҙҙәре менән күргән. Бына ул ҡарттарҙың исем-фамилиялары: Юлмөхәмәт Ҡотлыев, Ибраһим Ибраһимов, Фәтхетдин Мөхәмәтйәнов, Хәмит Зөбәйҙуллин, Мөхәмәт Шайморатов, Мағәлим Наҙарғолов. Ошо кешеләрҙән һорашып, төпсөнөп, байтаҡ мәғлүмәт йыйҙым ул дәүерҙә.
Мөхәммәтсәлимде күргән кешеләрҙең әйткәне бөгөн айырыуса ҡәҙерле. Ул кешеләрҙең береһе лә бөгөн иҫән түгел. Ә ҡиммәтле шаһитнамәләре йәшәй.
1966 йылдың сентябрендә ауыл халҡын кис клубҡа йыйып, М. Өмөтбаевтың 125 йыллығына арнап кисә үткәрҙек. Студент дыуамаллығы булғанмылыр, әллә мәле еткәнмелер – был эште үҙем башлап йөрөнөм. Бер кемдән рөхсәт тә алманым, кәңәш-төңәш тә һорап торманым. Төп докладты үҙем – Башҡорт дәүләт университетының V курсына күскән студент – яһаным. Сәмселлек етерлек булған икән.
Ә алда исемдәрен һанап киткән олатайҙар иҫтәлек һөйләне. Үҙемдең сығышымда, Әхнәф Харисовтың башҡорт донъяһын шаулатҡан “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” исемле китабы хаҡында әйтеп, киләсәктә ауылыбыҙҙа бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев музейын төҙөү мотлаҡ кәрәклегенә баҫым яһаным. Уға һәйкәл ҡуйыу, ҡәберенә кәшәнә яһау, китаптарын баҫтырып сығарыу хаҡында ла һүҙ булды.
Ошо кисәне үткәреүгә ихлас булышлыҡ иткән ул саҡтағы урындағы етәкселәргә – бригадир Миңлеғәле Наҙарғоловҡа, уның ярҙамсылары Түрйән Хәкимовҡа, Ғәбделхәй Камаловҡа, колхоз­дың партком секретары Мәҙиәр Мирхәйҙәровҡа, клуб мөдире Йәғәфәр Ибраһимовҡа, һуңлап булһа ла, бөгөн мең-мең рәхмәт әйтәм.
Йыйылыштағы бик фәһемле бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Өфөнән ҡайтҡан ҡарт коммунист, әүҙем революционер, аҡтарға ҡаршы ҡыҙылдар яғында һуғышта ҡатнашҡан, 20 – 30-сы йылдарҙа олоҫта етәксе вазифалар башҡарған совет эшмәкәре Мағәлим Наҙарғолов, тәрән мәғәнәле сығыш яһап, һүҙен, көтөлмәгәнсә, былай тип йомғаҡланы:
– Мин Харисовтың китабы менән дә, Хөсәйеновтың фекерҙәре менән дә килешеп бөтмәй инем. Улар Өмөтбаевты шымартып, хәҙерге заманға яраҡлаштырырға тырыша, хатта унан хаҡһыҙ рәүештә башҡорттоң бөйөк юлбашсыһы яһарға тырыша, тип уйлай торғайным. Дворян һәм мулла Өмөтбаевтар, нисек әйтһәң дә, түрәләр, байҙар. Революцияға ҡушылмағандар. Ҡулға ҡорал тотоп, һуғышта ҡатнашмағандар. Мөхәммәтсәлим дә – дини китаптар яҙып, диниә назаратында хеҙмәт итеп, мөфтөйҙәргә, батшаларға мәҙхиә яуҙырып, мәсет юлын тапап йөрөгән кеше. Бындай ҡарашта ошо көнгәсә йәшәнем. Ә бына бөгөн университет студенты Тимерғәлене, ауыл аҡһаҡалдарын тыңлағас, Мөхәммәтсәлим ауылдашыбыҙ атаҡлы мәғрифәтсе, ҙур талант эйәһе, үҙ халҡына арымай-талмай хеҙмәт иткән даһи кеше икән тип уйландым.
Был турала Мағәлим Наҙарғолов һуңынан башҡортса гәзит-журналдарҙа ла яҙып сыҡты, шәхсән үҙемә лә осрашҡан саҡтарҙа ҡабат-ҡабат әйтте.

* * *
Хәҙерге көндә Өмөтбаевтар тоҡомоноң тура вариҫтарынан Динә Молҡаманова (Бишауыл-Уңғар ауылында), Рафаил Өмөтбаев (Башҡорт Ҡарлыманы ауылында), Суфия Шайморатова (Өфөлә) йәшәйҙәр.
Баязит Өмөтбаевтың икенсе никахтан тыуған Фәрзәнә менән Рабиға, уларҙың ҡыҙҙары төрлө тарафҡа таралған. Тәрән тамырлы Өмөтбаевтар нәҫелен дауам иткән кешеләр араһынан ике шәхесте айырым билдәләргә кәрәк. Уның береһе – Рихард Өмөтбаев. Икенсеһе – Динә Молҡаманова (иренең фамилияһында). Динә йыр-моңға маһир, шиғырҙар яҙа. Ижад емештәре райондың “Даирә” гәзитендә, шулай уҡ республика баҫмаларында баҫылып сыға, Башҡортостан радиоһында йыш яңғырай. Ауыл мәҙәниәт йортонда бик уңышлы эшләгән “Хазина” фольклор төркөмөндә иң әүҙем артист ул.
Ҡырмыҫҡалы төбәгенең Иҫке Муса ауылында яҡын-тирәләге күптәргә таныш Рихард Өмөтбаев йәшәне. Ул – Мөхәммәтсәлимдең ейәне, Баязит Өмөтбаевтың улы Мөхәммәтфәриттең баш балаһы. Фәрит Өмөтбаев Ленинградта институт тамамлап, механик-нормировщик һөнәре ала, 30-сы йылдарҙа “Коммуна” (хәҙерге “Кызыл таң”) редакцияһында эшләй. Сәйфи Ҡудаш, Ғәйнан Әмири, Ғариф Ғүмәр кеүек күренекле яҙыусы-журналистар араһында ҡайнай.
Фәрит Өмөтбаев бик ҡыҫҡа ғүмере эсендә баһалап бөткөһөҙ оло әһәмиәткә эйә эш башҡара. Олатаһы Мөхәммәтсәлимдең күп хеҙмәттәрен, әҫәрҙәрен (баҫылып сыҡҡандарын һәм ҡулъяҙмаларын), төрлө документтарҙы бергә туплап, тейешле тәртипкә һалып, томдар рәүешенә керетеп, Башҡортостан Мәғариф комиссариатына тапшыра. М. Өмөтбаевтың бай әҙәби-фәнни мираҫы, 30-сы йылдарҙағы золом ғәрәсәтенән имен ҡотолоп, беҙҙең көндәргә килеп еткән икән, бында Фәрит Өмөтбаевтың фиҙакәр хеҙмәте оло баһаға эйә. Рихард Өмөтбаев миңә ебәргән бер хатында былай тип яҙғайны: “Үҙемдең өс улым һәм берҙән-бер ҡыҙым башлы-күҙлеләр. Килендәрем бөтәһе лә башҡорт балалары – Әлшәй, Стәрлетамаҡ, Мәсетле райондарынан. Ҡыҙым Олокүл ауылында (Ҡырмыҫҡалы районы) уҡыта. Ике улы ла һалдаттан ҡайтты. Ҡатыным Факиһа – Иҫке Ҡобау ауылы (Нуриман районы) башҡорто”. Рихард Иҫке Муса ауылында (үҙе был ауылдың исемен “Иҫке Моса” тип әйтә һәм яҙа торғайны) ғүмер итте. Үҙе лә, ҡатыны Факиһа ла пенсияға сыҡҡансы мәктәптә балалар уҡытты. Икеһе лә маҡтаулы исемдәргә өлгәшкән. Рихард Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, төрлө фәндәрҙән, айырыуса тарих, география, политологиянан, башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәте буйынса төплө белемле, тормошҡа киң ҡарашлы, төҫ-башы менән дә, уҡымышлылығы, яҙыу-һыҙыуға, ораторлыҡ һәләте яғынан ла олатаһы Мөхәммәтсәлимгә ныҡ тартҡан абруйлы ир-уҙаман ине. Баҡый донъяға күскәненә өс йыл. Уның улдары Ғайса, Ришат, Илшат Өмөтбаевтар Өфөлә һәр береһе ғаиләһе менән үҙаллы донъя көтә. Әйшә Илшат ҡыҙы Өмөтбаева – Башҡорт дәүләт университетының IV курс студенткаһы, Мөхәммәтсәлимдең алтынсы быуын ейәнсәре.

* * *
Яҙмаларымдың аҙағында Өмөтбай өйәңкеһенә йәнә әйләнеп ҡайтайыҡ. Бөгөн дә ул күккә олғашып ҡәҙимге урынында тора. Тик ул хәҙер – яңғыҙы. Эргәһендәге һыңарын 2009 йыл бысып ауҙарғандар. Пар өйәңкенең береһе ни өсөндөр торған көйө ҡороған икән. Мәктәптең география уҡытыусыһы Илдар Ураҙаҡов бысылған өйәңкенең төбөндәге түңәрәктәрҙе һанап сыҡҡан. Йәмғеһе 115-те иҫәпләгән. Бысылған төптәге бер түңәрәк бер йылды аңлата. Тимәк, Өмөтбай өйәңкеһе 115 йәшкә еткән. Әле иҫән ҡалып, күккә олғашып торғаны ла шул йәштә булып сыға. Төбө тап-таҙа әле, сереклектең осмото ла юҡ. Хатта йәш ботаҡтар ебәреп, йәшел япраҡтарға күмелеп тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, яңғыҙ ҡалған Өмөтбай өйәңкеһе һап-һау әле.
…Ағастарҙың да һәр ҡайһыһының үҙ яҙмышы, үҙ ғүмере икән. Илаһи тәбиғәт бер өйәңкегә ҡорорға бойорған, икенсеһенә яңғыҙ ҡалып ғүмерен дауам итергә ирек биргән. Яңғыҙ булһа булһын, тик оҙаҡ-оҙаҡ йылдар йәшәүен дауам итһен әле Өмөтбай өйәңкеһе. Ул бит – халыҡтың мәшһүр улы Мөхәммәтсәлим һәм барса Өмөтбаевтар тоҡомона тәбиғәт тарафынан донъяға баҫтырып ҡуйылған һоҡланғыс һәйкәл-ҡомартҡы.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872