Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙең йәштәр ҙә йоҡлап йөрөмәй!
Беҙҙең йәштәр ҙә  йоҡлап йөрөмәй! “Форбс” журналы билдәләгән исемлектә Рәсәйҙең иң шәп алты егете лә бар. Сәнәғәт һәм технологияларҙан алып төрлө күңел асыу, сәнғәт өлкәһендәге егерме категорияла бөтәһе 600 йәш эшҡыуар һайлап алынған. Уларға уртаса – утыҙар йәш.

Мәҫәлән, медиаөлкәлә беҙҙән иң уңышлы эшләй тип 27 йәшлек Александр Дебелов танылған. Ул – Crelligence Media маркетинг компанияһын ойошто­роусы­ларҙың һәм Viroll видеоконтенты селтәрен тара­тыусыларҙың береһе. Донъяла ойошманың 30 меңдән ашыу ҡулланыусыһы бар, ул 6,6 миллион доллар күләмендә финанс йәлеп иткән.
29 йәшлек Илья Сачков та күптәр һоҡланырлыҡ эшҡыуарҙарҙың береһе – Croup IB компанияһының генераль директоры. Предприятие киберхәүеф­һеҙлек тармағында эш алып бара. Ул “Технология” төркөмөнә тәҡдим ителгән.
Исемлектең “Сәнәғәт” бүлегендә – 28 йәшлек Дмит­рий Самойловских. Ул стикер етештереү буйын­са Tesla Amazihg компанияһын ойошторған. Уны елем­һеҙ килеш бөтә әйбергә лә йәбештерергә мөм­кин. Бер йыл элек фирма үҙенең үҫешенә 250 мең доллар йәлеп иткән. Тауарҙары ҡитғаның барлыҡ сауҙа селтәрҙәрендә лә һатыла.
Яһалма аң мөмкинлеген программалаштырыуға һәм өйрәнеүгә махсуслашҡан Дмитрий Аксенов Рәсәйҙең рейтингка ингән иң йәш эшҡыуары – 23 йәш. Ул Михаил Наумов менән берлектә (шулай уҡ рейтингка ингән) DigitalGenius компанияһын булдыра һәм 2015 йылдың майында өс миллион доллар күләмендә инвестиция йәлеп итеүгә өлгәшә.
Promobot компанияһы етәксеһе 24 йәшлек Олег Кривокурцев “аҡыллы” роботтар уйлап табыу менән шөғөлләнә.
Исемлектә шулай уҡ Англия, Швеция, Испания, Нидерландтар, Словения, Румыния илдәре вәкилдәре лә бар.
Иң бай йәштәр араһында беҙҙекеләрҙең дә булыуы – ҡыуаныслы күренеш. Улар был уңышҡа ҡай­ҙандыр урлашып түгел, ә үҙҙәренең аҡылы, белеме, тапҡырлығы менән өлгәшкән. Әлбиттә, күберәк тә булыр ине улар. Әммә бының өсөн ярайһы үҙгә­рештәр кәрәк. Мәҫәлән, Рәсәй вузын тамамлаған һәр өсөнсө студент илдә үҙенең мөмкинлеген үҫте­реүгә, идеяларының ысынбарлыҡҡа әйләнеүенә өмөтләнә алмай.
Ғалимдар Рәсәйҙә йәш белгестәргә, уларҙың идея-проекттарына һалым сәйәсәтен үҙгәртергә кәрәк тигән ҡарашта. Икен­сенән, коррупцияны ауыҙлыҡлау мөһим. Тендерҙа еңгән хәлдә лә, мең ҡаршылыҡ аша үтергә кәрәк. Әлбиттә, бындай шарттарҙа һәр кем конкурста ҡат­нашырға атлығып тормаҫ. Улар өсөн иң ҡулайлыһы – йәшерен эшләү йәки бизнесыңды ситтә тормошҡа ашырыу.“Рәсәйҙең алдынғы уҡыу йорттарында заманса яҡшы белем бирелә, әммә һәләтле йәштә­ребеҙгә үҙебеҙҙә мөмкинлеген күрһәтеү өсөн шарттар юҡ”, – ти иҡтисад фәндәре докторы профессор Сергей Смирнов.
Бөгөн һумдың “ҡулы” нефткә бәйле. Унан ҡотолоу юлы бармы? Белгестәр әйтеүенсә, бының өсөн технологик ҡоролоштоң әле беҙ биләгән дүртенсе баҫҡысынан алтынсыһына һикерергә кәрәк. Йәғни ресурс ҡоло булыуҙан ғына туҡтап, үҫешкән иҡтисад кимәленә күтәрелеү мөһим. Элекке кеүек йәштәрҙе, фәнни-ғилми коллективтарҙы берләштереп торған ойошмалар, йәш ғалимдар һәм белгестәр советтары ойошторолһа, аяҡҡа баҫыр­ға еңелерәк булыр ине.
Әммә бөгөн илдә яңы технологияларҙы үҙләштер­гән предприятиеларҙың күләме 10 проценттан артмай. Төп сәбәптәрҙең бере­һе – ғилми квалификация­лыларҙың һәм инженерҙар­ҙың етешмәүе. Аҡыл, зиһен талап иткән ҡайһы бер етештереү предприятие­ла­рындағы хеҙмәткәрҙәргә уртаса 60 йәш. Бер ҡараһаң, был бушлыҡты йәш белгес­тәр тултырырға тейеш кеүек, әммә юғары уҡыу йортон тамамлағандарҙың һәр өсөнсөһө генә эш таба.






Автор: В. ӘХМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә