“Форбс” журналы билдәләгән исемлектә Рәсәйҙең иң шәп алты егете лә бар. Сәнәғәт һәм технологияларҙан алып төрлө күңел асыу, сәнғәт өлкәһендәге егерме категорияла бөтәһе 600 йәш эшҡыуар һайлап алынған. Уларға уртаса – утыҙар йәш.Мәҫәлән, медиаөлкәлә беҙҙән иң уңышлы эшләй тип 27 йәшлек Александр Дебелов танылған. Ул – Crelligence Media маркетинг компанияһын ойоштороусыларҙың һәм Viroll видеоконтенты селтәрен таратыусыларҙың береһе. Донъяла ойошманың 30 меңдән ашыу ҡулланыусыһы бар, ул 6,6 миллион доллар күләмендә финанс йәлеп иткән.
29 йәшлек Илья Сачков та күптәр һоҡланырлыҡ эшҡыуарҙарҙың береһе – Croup IB компанияһының генераль директоры. Предприятие киберхәүефһеҙлек тармағында эш алып бара. Ул “Технология” төркөмөнә тәҡдим ителгән.
Исемлектең “Сәнәғәт” бүлегендә – 28 йәшлек Дмитрий Самойловских. Ул стикер етештереү буйынса Tesla Amazihg компанияһын ойошторған. Уны елемһеҙ килеш бөтә әйбергә лә йәбештерергә мөмкин. Бер йыл элек фирма үҙенең үҫешенә 250 мең доллар йәлеп иткән. Тауарҙары ҡитғаның барлыҡ сауҙа селтәрҙәрендә лә һатыла.
Яһалма аң мөмкинлеген программалаштырыуға һәм өйрәнеүгә махсуслашҡан Дмитрий Аксенов Рәсәйҙең рейтингка ингән иң йәш эшҡыуары – 23 йәш. Ул Михаил Наумов менән берлектә (шулай уҡ рейтингка ингән) DigitalGenius компанияһын булдыра һәм 2015 йылдың майында өс миллион доллар күләмендә инвестиция йәлеп итеүгә өлгәшә.
Promobot компанияһы етәксеһе 24 йәшлек Олег Кривокурцев “аҡыллы” роботтар уйлап табыу менән шөғөлләнә.
Исемлектә шулай уҡ Англия, Швеция, Испания, Нидерландтар, Словения, Румыния илдәре вәкилдәре лә бар.
Иң бай йәштәр араһында беҙҙекеләрҙең дә булыуы – ҡыуаныслы күренеш. Улар был уңышҡа ҡайҙандыр урлашып түгел, ә үҙҙәренең аҡылы, белеме, тапҡырлығы менән өлгәшкән. Әлбиттә, күберәк тә булыр ине улар. Әммә бының өсөн ярайһы үҙгәрештәр кәрәк. Мәҫәлән, Рәсәй вузын тамамлаған һәр өсөнсө студент илдә үҙенең мөмкинлеген үҫтереүгә, идеяларының ысынбарлыҡҡа әйләнеүенә өмөтләнә алмай.
Ғалимдар Рәсәйҙә йәш белгестәргә, уларҙың идея-проекттарына һалым сәйәсәтен үҙгәртергә кәрәк тигән ҡарашта. Икенсенән, коррупцияны ауыҙлыҡлау мөһим. Тендерҙа еңгән хәлдә лә, мең ҡаршылыҡ аша үтергә кәрәк. Әлбиттә, бындай шарттарҙа һәр кем конкурста ҡатнашырға атлығып тормаҫ. Улар өсөн иң ҡулайлыһы – йәшерен эшләү йәки бизнесыңды ситтә тормошҡа ашырыу.“Рәсәйҙең алдынғы уҡыу йорттарында заманса яҡшы белем бирелә, әммә һәләтле йәштәребеҙгә үҙебеҙҙә мөмкинлеген күрһәтеү өсөн шарттар юҡ”, – ти иҡтисад фәндәре докторы профессор Сергей Смирнов.
Бөгөн һумдың “ҡулы” нефткә бәйле. Унан ҡотолоу юлы бармы? Белгестәр әйтеүенсә, бының өсөн технологик ҡоролоштоң әле беҙ биләгән дүртенсе баҫҡысынан алтынсыһына һикерергә кәрәк. Йәғни ресурс ҡоло булыуҙан ғына туҡтап, үҫешкән иҡтисад кимәленә күтәрелеү мөһим. Элекке кеүек йәштәрҙе, фәнни-ғилми коллективтарҙы берләштереп торған ойошмалар, йәш ғалимдар һәм белгестәр советтары ойошторолһа, аяҡҡа баҫырға еңелерәк булыр ине.
Әммә бөгөн илдә яңы технологияларҙы үҙләштергән предприятиеларҙың күләме 10 проценттан артмай. Төп сәбәптәрҙең береһе – ғилми квалификациялыларҙың һәм инженерҙарҙың етешмәүе. Аҡыл, зиһен талап иткән ҡайһы бер етештереү предприятиеларындағы хеҙмәткәрҙәргә уртаса 60 йәш. Бер ҡараһаң, был бушлыҡты йәш белгестәр тултырырға тейеш кеүек, әммә юғары уҡыу йортон тамамлағандарҙың һәр өсөнсөһө генә эш таба.