Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Импортты алмаштырыуға халыҡ әҙерме?
“Йәмғиәт фекере” фонды үткәргән тикшереүгә ярашлы, Рәсәй халҡының күпселеге импортҡа ҡарағанда үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк күрһәтә икән. Ә бына кейем-һалымға, аяҡ кейеменә, көнкүреш техникаһына килгәндә, граждандарҙың фекере төрлө — халыҡтың 40 проценты сит ил етештереүселәренә ышаныс күрһәтә.

Импортты алмаштырыуға халыҡ әҙерме?Ауыл хужалығындағы хәл-ваҡиға­ларҙы ла һәр кем төрлөсә баһалай. Әйтәйек, респонденттарҙың ете проценты тармаҡтағы яңылыҡтарҙы ыңғай баһалаһа, 40 проценты – кире фекерҙә. Ҡалғандары “алтын урталыҡты” һайлай. Ғөмүмән, ауыл хужалығына ҡағылышлы мәсьәләләр һуңғы йылдарҙа рәсәйҙәрҙе йышыраҡ борсой. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың 15 проценты “Рәсәй сит илгә тауарын саманан тыш күп сығара” тип иҫәпләһә, 31 проценты бының тап киреһе яҡлы. Ватандаштарыбыҙ һуңғы ваҡытта магазин кәштәләренең башлыса үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тулылана барыуын да ыңғай баһалаған. Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар — ватан тауарҙарына хаҡ артҡан.
Аҙыҡ-түлеккә бәйле хәл аңлашыла, ә бына сәнәғәт тауарҙарына килгәндә, халыҡҡа импорт электрониканан, сит ил машиналарынан баш тартыуы ҡыйыныраҡ. Әлбиттә, был осраҡта халыҡ импортты алмаштырыуға ҡаршы тип әйтеп булмай. Респонденттарҙың яҡынса 40 проценты был системаны көйләү яғында. Әммә берәү ҙә сәйәси мотивтарҙан ғына сығып, сит ил тауарынан баш тартырға йыйынмай.
Рәсәй Фәндәр академияһының ғилми хеҙмәткәре Леонтий Бызов әйтеүенсә, әлегә импортты алмаштырыу процесы барлыҡ тармаҡтарҙа ла ыңғай ғына бармай. Халыҡтың аңында беҙҙең ауыл хужалығы продукцияһы сит илдекенән бер ҙә ҡайтыш түгел тигән стереотип нығынһа ла, сәнәғәт тауарҙары тураһында улай тип әйтеп булмай. Граждандар Рәсәйҙә лә сифатлы тауар етештереп булырына ышанып етмәй әлегә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә