“Йәмғиәт фекере” фонды үткәргән тикшереүгә ярашлы, Рәсәй халҡының күпселеге импортҡа ҡарағанда үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк күрһәтә икән. Ә бына кейем-һалымға, аяҡ кейеменә, көнкүреш техникаһына килгәндә, граждандарҙың фекере төрлө — халыҡтың 40 проценты сит ил етештереүселәренә ышаныс күрһәтә.Ауыл хужалығындағы хәл-ваҡиғаларҙы ла һәр кем төрлөсә баһалай. Әйтәйек, респонденттарҙың ете проценты тармаҡтағы яңылыҡтарҙы ыңғай баһалаһа, 40 проценты – кире фекерҙә. Ҡалғандары “алтын урталыҡты” һайлай. Ғөмүмән, ауыл хужалығына ҡағылышлы мәсьәләләр һуңғы йылдарҙа рәсәйҙәрҙе йышыраҡ борсой. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың 15 проценты “Рәсәй сит илгә тауарын саманан тыш күп сығара” тип иҫәпләһә, 31 проценты бының тап киреһе яҡлы. Ватандаштарыбыҙ һуңғы ваҡытта магазин кәштәләренең башлыса үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тулылана барыуын да ыңғай баһалаған. Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар — ватан тауарҙарына хаҡ артҡан.
Аҙыҡ-түлеккә бәйле хәл аңлашыла, ә бына сәнәғәт тауарҙарына килгәндә, халыҡҡа импорт электрониканан, сит ил машиналарынан баш тартыуы ҡыйыныраҡ. Әлбиттә, был осраҡта халыҡ импортты алмаштырыуға ҡаршы тип әйтеп булмай. Респонденттарҙың яҡынса 40 проценты был системаны көйләү яғында. Әммә берәү ҙә сәйәси мотивтарҙан ғына сығып, сит ил тауарынан баш тартырға йыйынмай.
Рәсәй Фәндәр академияһының ғилми хеҙмәткәре Леонтий Бызов әйтеүенсә, әлегә импортты алмаштырыу процесы барлыҡ тармаҡтарҙа ла ыңғай ғына бармай. Халыҡтың аңында беҙҙең ауыл хужалығы продукцияһы сит илдекенән бер ҙә ҡайтыш түгел тигән стереотип нығынһа ла, сәнәғәт тауарҙары тураһында улай тип әйтеп булмай. Граждандар Рәсәйҙә лә сифатлы тауар етештереп булырына ышанып етмәй әлегә.