Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Һаҡланғанды һаҡлармын...”
“Һаҡланғанды һаҡлармын...” Башҡортостанда ташҡын ваҡытында һыу баҫыу ихтималлығы булған урындар асыҡланды. Был хаҡта республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Марат Латипов хәбәр итте.

— Өфөнөң Дим районындағы Новгород, Йәштәр урамдарына, Инорс биҫтәһендәге коллектив баҡсаларға, Максимовка ҡасабаһына, Калинин районындағы Фурманов урамына, Шакша биҫтәһенә хәүеф янай. Киров районындағы Кооператив ялан, Кузнецов затоны, Ленин районындағы Нижегородка, Затон биҫтәләре һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Баш ҡаланың Орджоникидзе, Октябрь һәм Совет райондарында урынлашҡан хужалыҡ объекттарын да һыу баҫыуы мөмкин, — тип белдерҙе Марат Латипов.
Белгестәр фаразлауынса, быйыл ташҡын уҙған йылдар менән сағыштырғанда күпкә көслөрәк булмаҡсы. Үткән аҙнаның аҙағында Инйәрҙә боҙ тығыны барлыҡҡа килеү сәбәпле, Ғәбдөк ауылы халҡы һыу ҡамауында ҡалды. Урындағылар әлегә тыныслыҡ һаҡлай. Кешеләр ауыл хакимиәте урынлашҡан ун километр алыҫлыҡтағы Йөйәккә тимер юл буйлап йәйәү йәки электричкала йөрөргә мәжбүр. Саҡмағош районын да һыу баҫа. Яҙғы ташҡындан зыян күргән тәүге ауылдар ҙа бар. Яңы Йомранда йәшәүселәр хәҙер кәмәләргә күсергә мәжбүр.
Әлегә иһә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре халыҡты иҫкәртеү буйынса рейдтар ойоштора. Ярҙамға мохтаждарға ваҡытлыса йәшәү урындары ла билдәләнгән. Күптәр аҙыҡ-түлеген йыйнап, кәмәләрен әҙерләп ҡуйған да инде. Әйткәндәй, көслө ташҡын кәмәһеҙҙәрҙең кеҫәһенә лә һуға икән — оло һыу килгәндә кеше бәләһендә аҡса эшләргә теләгәндәр арта. Әйтәйек, 2007 йылдағы көслө ташҡын мәлендә Өфө ҡалаһының Нижегородка биҫтәһендә ҡоро ергә сығарыр өсөн халыҡтан “такси” хаҡын һорағандар — 300 һумдан 700 һумғаса.
Республиканың янғындан һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар ҙа көсөргәнешле режимда эшләй. Белгестәр иҫкәртеүенсә, оло һыу йортта ут сығыу хәүефен дә арттыра. Шуға халыҡтан уяулыҡ талап ителә. Әйткәндәй, хәүеф зонаһына ҡараған биләмәләрҙә йәшәгәндәр йылға буйҙарында дежурлыҡ ойоштора башлаған да инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә