Башҡортостанда ташҡын ваҡытында һыу баҫыу ихтималлығы булған урындар асыҡланды. Был хаҡта республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Марат Латипов хәбәр итте. — Өфөнөң Дим районындағы Новгород, Йәштәр урамдарына, Инорс биҫтәһендәге коллектив баҡсаларға, Максимовка ҡасабаһына, Калинин районындағы Фурманов урамына, Шакша биҫтәһенә хәүеф янай. Киров районындағы Кооператив ялан, Кузнецов затоны, Ленин районындағы Нижегородка, Затон биҫтәләре һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Баш ҡаланың Орджоникидзе, Октябрь һәм Совет райондарында урынлашҡан хужалыҡ объекттарын да һыу баҫыуы мөмкин, — тип белдерҙе Марат Латипов.
Белгестәр фаразлауынса, быйыл ташҡын уҙған йылдар менән сағыштырғанда күпкә көслөрәк булмаҡсы. Үткән аҙнаның аҙағында Инйәрҙә боҙ тығыны барлыҡҡа килеү сәбәпле, Ғәбдөк ауылы халҡы һыу ҡамауында ҡалды. Урындағылар әлегә тыныслыҡ һаҡлай. Кешеләр ауыл хакимиәте урынлашҡан ун километр алыҫлыҡтағы Йөйәккә тимер юл буйлап йәйәү йәки электричкала йөрөргә мәжбүр. Саҡмағош районын да һыу баҫа. Яҙғы ташҡындан зыян күргән тәүге ауылдар ҙа бар. Яңы Йомранда йәшәүселәр хәҙер кәмәләргә күсергә мәжбүр.
Әлегә иһә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре халыҡты иҫкәртеү буйынса рейдтар ойоштора. Ярҙамға мохтаждарға ваҡытлыса йәшәү урындары ла билдәләнгән. Күптәр аҙыҡ-түлеген йыйнап, кәмәләрен әҙерләп ҡуйған да инде. Әйткәндәй, көслө ташҡын кәмәһеҙҙәрҙең кеҫәһенә лә һуға икән — оло һыу килгәндә кеше бәләһендә аҡса эшләргә теләгәндәр арта. Әйтәйек, 2007 йылдағы көслө ташҡын мәлендә Өфө ҡалаһының Нижегородка биҫтәһендә ҡоро ергә сығарыр өсөн халыҡтан “такси” хаҡын һорағандар — 300 һумдан 700 һумғаса.
Республиканың янғындан һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар ҙа көсөргәнешле режимда эшләй. Белгестәр иҫкәртеүенсә, оло һыу йортта ут сығыу хәүефен дә арттыра. Шуға халыҡтан уяулыҡ талап ителә. Әйткәндәй, хәүеф зонаһына ҡараған биләмәләрҙә йәшәгәндәр йылға буйҙарында дежурлыҡ ойоштора башлаған да инде.