Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рөстәм Хәмитов: “Төпкөл иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел”
Рөстәм Хәмитов:  “Төпкөл иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел” Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Хәйбулла райо­нында булды. “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте – Хәйбуллала иң эре сәнәғәт предприятиеларының береһе. 1930 йылда руданан алтын айырып алыу фабрикаһынан башланған комбинат, 2004 йылдан Урал тау-металлургия компанияһын тулыландырып, холдингтың иң тотороҡло һәм ҡеүәтле ойошмаһы һанала. Ул республикала ғына түгел, ил күләмендә үҙҡиммәте түбән, продукцияһы юғары сифатлы, составында алтын, көмөш һәм башҡа ҡиммәтле металдар булған концентраты менән айырыла.

Төбәк етәксеһе район ме­нән танышыуҙы комбинаттың сеймал базаһын тәшкил иткән “Октябрь” ер аҫты руднигы эшмәкәрлеге һәм күптән түгел сафҡа ингән “Көньяҡ” шахта үҙәгенән башланы.
Артабан Рөстәм Зәки улы Бүребай ҡояш электр стан­цияһы менән танышты. Был проектҡа йәлеп ителгән инвестиция күләме алты миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
– Ҡасандыр Хәйбуллала ошондай объекттың сафҡа инеүен бер кем дә күҙалла­мағандыр. Бындай энергия экологик яҡтан таҙа иҫәпләнә, файҙаланыу сығымы түбән. Шуға күрә бындай инновациялар бик кәрәк. Киләсәктә елдән энергия алыу юлдарын да эҙләргә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ төбәктә яҙғы баҫыу эштәренә һәм ташҡынға ҡар­шы әҙерлек штабта­рының эшмәкәрлеге барышы менән яҡындан танышты. Ул Садовый ауылында “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының Хәйбулла филиалында булды. Филиал директоры Илшат Бохарбаев белдереүенсә, яҙғы сәсеү кам­панияһына “тимер ат”тар ҙа, эшселәр ҙә тулыһынса әҙер.
Быйыл ҡарҙың күп булыуы хәй­бул­лаларҙы борсомай ҡал­маны. Һаҡмар – Наҙарғол, Бәләкәй Арыҫ­лан­ғол, Ҙур Әбеш, Һамар һәм Урыҫ­бай ауылдарын һыу баҫыуы ихтимал.
Рөстәм Зәки улы ташҡын буйынса хәлде даими күҙә­тергә, хәүефле мәлдә тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойош­тороуҙы, халыҡты ҙур бәләнән һаҡлап ҡалыу өсөн бар сара­ларҙы файҙаланыу кәрәклеген белдерҙе.
– Һыу баҫыу ҡурҡынысы бар. Әммә беҙҙе ике мәсьәлә тынысландыра: көҙҙән ерҙең ҡоро булыуы сәбәпле, ер дымды үҙенә яҡшы һура, икенсе­нән, гидротехник ҡоролма­лар­ҙың торошо ҡәнәғәтләнде­рерлек, эшкә яраҡлы. Шулай ҙа уяу булыу ҡамасауламаҫ, – тине төбәк етәксеһе.
Шулай уҡ был көндә район халҡына республика Башлығы менән яҡындан аралашыу форсаты тейҙе, улар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Бигерәк тә юлдар торошоноң на­сар булыуы, районда табиптарҙың етешмәүе, дауа­ханаларға йәштәрҙең эшкә ҡайтырға теләмәүе, район фермерҙары үҙ продукцияһын етештереп тә, уны һатыу мөмкинлеге булмауы, төбәктә ҡеүәтле ҡар таҙартыу техни­каһының кәрәклеге хаҡында белдерҙе хәйбуллалар.
– Иң төпкөл район иғти­барҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел, һорауҙарығыҙҙы хәл итергә тырышырбыҙ, ярҙам итербеҙ. Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булыуығыҙ төбәктә юлдарҙың ғына түгел, тотош инфраструктураның яҡшы торошон талап итә, сөнки Хәйбуллаға юлы төшкән кеше тотош Башҡортостан тураһында фекер йөрөтә, уны күҙ алдына килтерә, – тине Рөстәм Хәмитов.

Кәримә УСМАНОВА.


***
Рөстәм Хәмитов эш сәфә­ре менән Йылайыр һәм Ейән­сура райондарында булды. Төбәк Баш­лығы социаль һәм инфраструктура объекттарын, агро­сә­нәғәт комплексы һәм урман хужа­лығы предприятиеларын ҡарап сыҡты.
Йылайыр районының Юлдыбай ауылында республика Башлығы Көньяҡ Урал агроинженерия колледжында булды. 2015 йылға тиклем ул 80-се һөнәри лицей ине. Бында квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. Әле колледжда Йылайыр, Бөрйән, Хәйбулла һәм Ейәнсура ра­йон­дарынан 260-ҡа яҡын кеше уҡый.
Республика Башлығы ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләү йәһәтенән йүнәлешле колледждар­ҙың әһәмиәте ҙурлығын билдәләне.
Йылайыр ауылында Рөс­тәм Хәми­тов былтыр декабрҙә файҙаланыуға тапшырылған 160 урынлыҡ “Ҡайын­ҡай” балалар баҡсаһын ҡарап сыҡты. Төҙөлөшкә 129 миллион һум аҡса тотонолған.
Балалар баҡсаһы мөдире Әлиә Барлыбаева әйтеүенсә, электрон белем биреү буйынса әүҙем эш алып барыла. Башҡортостан Башлығы интерактив таҡта һәм махсус программалы планшеттар менән йыһазлан­дырылған класта булды.
– Эш сәфәре барышында балалар баҡсалары эше менән йыш танышам, әммә интерактив кластарҙы осрат­ҡаным юҡ ине әле, – тине Рөстәм Зәки улы. – Йыла­йырҙа был йүнәлештәге үҫеш ҡыуандырҙы.
Әле республиканың Мәға­риф министрлығы мәктәпкәсә учрежде­ние­ларҙа электрон белем биреүҙе ғәмәлгә ин­дереү йәһәтенән “Ҡайын­ҡай” балалар баҡсаһын пилот майҙансыҡтарҙың береһе рәүешендә күҙ уңында тота.
Йылайыр районы үҙәгендә республика Башлығы Анатолий Бака­новтың крәҫтиән (фермер) хужалығы эше менән танышты. Йүнсел иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтерә, йылҡы һәм һарыҡ үрсетеү, ит етештереү менән шөғөлләнә.
2012 – 2014 йылдарға иҫәпләнгән “Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” айырым маҡсатлы федераль программала ҡат­нашып алынған 2,4 миллион һумлыҡ грантҡа Анатолий Баканов 26 башҡорт аты, трактор, тейәгес, йыйғыс, сапҡыс һатып алған, шулай уҡ ат аҙбарына электр уты үткәргән.
Республика етәксеһе фер­мерҙың етештереүҙе арт­тырыуға ҡағылыш­лы ниәттәре менән ҡыҙыҡһынды. Анатолий Баканов әйтеүенсә, ул килә­сәктә ҡымыҙ фермаһы, мал һуйыу цехы, һарыҡ аҙ­бары тө­ҙөргә, ҡымыҙ һәм ит етеш­те­реү өсөн йыл­ҡы һанын 300-гә еткерергә, ит эш­кәр­теү­ҙе яйға һалырға, агротуризмды үҫтерергә ниәтләй. Рөстәм Хәмитов мәсьәләләрҙе берлектә хәл итеп, өр-яңы кимәлгә күтәрелеү өсөн крәҫ­тиән (фермер) хужалығы коопера­ция­һын төҙөү зарур­лығын билдәләне.
Төбәк Башлығы шулай уҡ “Йылайыр урман сәнәғәтсе­ләре союзы” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Йәмғиәт биш йыл элек төҙөл­гән. Ойоштороусылары – “Йылайыр урманы” дәүләт унитар предприя­тиеһы һәм район биләмәһендә эшләгән, ағас әҙерләү, эшкәртеү өлкәһендә тәжрибә туплаған 11 эш­ҡыуар. Улар ағас ҡырҡа, үҫенде ултыртып, урманды һаҡлай.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА.


Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә