Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Хәйбулла районында булды. “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте – Хәйбуллала иң эре сәнәғәт предприятиеларының береһе. 1930 йылда руданан алтын айырып алыу фабрикаһынан башланған комбинат, 2004 йылдан Урал тау-металлургия компанияһын тулыландырып, холдингтың иң тотороҡло һәм ҡеүәтле ойошмаһы һанала. Ул республикала ғына түгел, ил күләмендә үҙҡиммәте түбән, продукцияһы юғары сифатлы, составында алтын, көмөш һәм башҡа ҡиммәтле металдар булған концентраты менән айырыла.Төбәк етәксеһе район менән танышыуҙы комбинаттың сеймал базаһын тәшкил иткән “Октябрь” ер аҫты руднигы эшмәкәрлеге һәм күптән түгел сафҡа ингән “Көньяҡ” шахта үҙәгенән башланы.
Артабан Рөстәм Зәки улы Бүребай ҡояш электр станцияһы менән танышты. Был проектҡа йәлеп ителгән инвестиция күләме алты миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
– Ҡасандыр Хәйбуллала ошондай объекттың сафҡа инеүен бер кем дә күҙалламағандыр. Бындай энергия экологик яҡтан таҙа иҫәпләнә, файҙаланыу сығымы түбән. Шуға күрә бындай инновациялар бик кәрәк. Киләсәктә елдән энергия алыу юлдарын да эҙләргә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ төбәктә яҙғы баҫыу эштәренә һәм ташҡынға ҡаршы әҙерлек штабтарының эшмәкәрлеге барышы менән яҡындан танышты. Ул Садовый ауылында “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының Хәйбулла филиалында булды. Филиал директоры Илшат Бохарбаев белдереүенсә, яҙғы сәсеү кампанияһына “тимер ат”тар ҙа, эшселәр ҙә тулыһынса әҙер.
Быйыл ҡарҙың күп булыуы хәйбуллаларҙы борсомай ҡалманы. Һаҡмар – Наҙарғол, Бәләкәй Арыҫланғол, Ҙур Әбеш, Һамар һәм Урыҫбай ауылдарын һыу баҫыуы ихтимал.
Рөстәм Зәки улы ташҡын буйынса хәлде даими күҙәтергә, хәүефле мәлдә тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойоштороуҙы, халыҡты ҙур бәләнән һаҡлап ҡалыу өсөн бар сараларҙы файҙаланыу кәрәклеген белдерҙе.
– Һыу баҫыу ҡурҡынысы бар. Әммә беҙҙе ике мәсьәлә тынысландыра: көҙҙән ерҙең ҡоро булыуы сәбәпле, ер дымды үҙенә яҡшы һура, икенсенән, гидротехник ҡоролмаларҙың торошо ҡәнәғәтләндерерлек, эшкә яраҡлы. Шулай ҙа уяу булыу ҡамасауламаҫ, – тине төбәк етәксеһе.
Шулай уҡ был көндә район халҡына республика Башлығы менән яҡындан аралашыу форсаты тейҙе, улар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Бигерәк тә юлдар торошоноң насар булыуы, районда табиптарҙың етешмәүе, дауаханаларға йәштәрҙең эшкә ҡайтырға теләмәүе, район фермерҙары үҙ продукцияһын етештереп тә, уны һатыу мөмкинлеге булмауы, төбәктә ҡеүәтле ҡар таҙартыу техникаһының кәрәклеге хаҡында белдерҙе хәйбуллалар.
– Иң төпкөл район иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел, һорауҙарығыҙҙы хәл итергә тырышырбыҙ, ярҙам итербеҙ. Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булыуығыҙ төбәктә юлдарҙың ғына түгел, тотош инфраструктураның яҡшы торошон талап итә, сөнки Хәйбуллаға юлы төшкән кеше тотош Башҡортостан тураһында фекер йөрөтә, уны күҙ алдына килтерә, – тине Рөстәм Хәмитов.
Кәримә УСМАНОВА.***
Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Йылайыр һәм Ейәнсура райондарында булды. Төбәк Башлығы социаль һәм инфраструктура объекттарын, агросәнәғәт комплексы һәм урман хужалығы предприятиеларын ҡарап сыҡты.
Йылайыр районының Юлдыбай ауылында республика Башлығы Көньяҡ Урал агроинженерия колледжында булды. 2015 йылға тиклем ул 80-се һөнәри лицей ине. Бында квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. Әле колледжда Йылайыр, Бөрйән, Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарынан 260-ҡа яҡын кеше уҡый.
Республика Башлығы ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләү йәһәтенән йүнәлешле колледждарҙың әһәмиәте ҙурлығын билдәләне.
Йылайыр ауылында Рөстәм Хәмитов былтыр декабрҙә файҙаланыуға тапшырылған 160 урынлыҡ “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһын ҡарап сыҡты. Төҙөлөшкә 129 миллион һум аҡса тотонолған.
Балалар баҡсаһы мөдире Әлиә Барлыбаева әйтеүенсә, электрон белем биреү буйынса әүҙем эш алып барыла. Башҡортостан Башлығы интерактив таҡта һәм махсус программалы планшеттар менән йыһазландырылған класта булды.
– Эш сәфәре барышында балалар баҡсалары эше менән йыш танышам, әммә интерактив кластарҙы осратҡаным юҡ ине әле, – тине Рөстәм Зәки улы. – Йылайырҙа был йүнәлештәге үҫеш ҡыуандырҙы.
Әле республиканың Мәғариф министрлығы мәктәпкәсә учреждениеларҙа электрон белем биреүҙе ғәмәлгә индереү йәһәтенән “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһын пилот майҙансыҡтарҙың береһе рәүешендә күҙ уңында тота.
Йылайыр районы үҙәгендә республика Башлығы Анатолий Бакановтың крәҫтиән (фермер) хужалығы эше менән танышты. Йүнсел иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтерә, йылҡы һәм һарыҡ үрсетеү, ит етештереү менән шөғөлләнә.
2012 – 2014 йылдарға иҫәпләнгән “Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” айырым маҡсатлы федераль программала ҡатнашып алынған 2,4 миллион һумлыҡ грантҡа Анатолий Баканов 26 башҡорт аты, трактор, тейәгес, йыйғыс, сапҡыс һатып алған, шулай уҡ ат аҙбарына электр уты үткәргән.
Республика етәксеһе фермерҙың етештереүҙе арттырыуға ҡағылышлы ниәттәре менән ҡыҙыҡһынды. Анатолий Баканов әйтеүенсә, ул киләсәктә ҡымыҙ фермаһы, мал һуйыу цехы, һарыҡ аҙбары төҙөргә, ҡымыҙ һәм ит етештереү өсөн йылҡы һанын 300-гә еткерергә, ит эшкәртеүҙе яйға һалырға, агротуризмды үҫтерергә ниәтләй. Рөстәм Хәмитов мәсьәләләрҙе берлектә хәл итеп, өр-яңы кимәлгә күтәрелеү өсөн крәҫтиән (фермер) хужалығы кооперацияһын төҙөү зарурлығын билдәләне.
Төбәк Башлығы шулай уҡ “Йылайыр урман сәнәғәтселәре союзы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Йәмғиәт биш йыл элек төҙөлгән. Ойоштороусылары – “Йылайыр урманы” дәүләт унитар предприятиеһы һәм район биләмәһендә эшләгән, ағас әҙерләү, эшкәртеү өлкәһендә тәжрибә туплаған 11 эшҡыуар. Улар ағас ҡырҡа, үҫенде ултыртып, урманды һаҡлай.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА.