Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аттың маңлайына бәрәкәт бәйләнгән
– Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә йылҡының маңлай сәсе тураһында ниҙер әйткән, тиҙәр. Йәш саҡта ат көткән кеше булараҡ, миңә был бик ҡыҙыҡ. Ни тиелгән икән был хәҙистә, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

В. БАЙҒУСҠАРОВ.
Хәйбулла районы.


Башҡортос­тан мосолман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:


– Бисмил­лә­һир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кә­рим”дең ғилеме, Пәй­ғәмбә­ребеҙ­ҙең хәҙистәре ме­нән ҡыҙыҡһын­ыусылар, уларҙы тормош ҡағиҙәһе итеп алыусылар, әл-хәмдү лил-ләһ, йылдан-йыл арта бара. Заманында башҡаса тәрбиәләнгән ҡәрҙәштәребеҙҙең дә дингә яҡынайыуы, Ислам тәрбиәһен өйрәнергә тырышыуы һөйөндөрә. Раббыбыҙ изге эшкә бәрәкәт бирһен, иншаллаһ!
Йылҡы малына килгәндә, мәғлүм ки, халҡыбыҙҙың тарихы уның менән тығыҙ бәйле. Боронғо башҡорт ир-егетен атһыҙ күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел кеүек. Улар икеһе, ғәйрәт, ҡеүәт, баш бирмәү, ихтыяр көсө, ҡаһарманлыҡ һымаҡ сифаттарҙы берләш­тереп, халҡыбыҙҙың мәңгелек асылын кәүҙәләндерә.
“Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алып
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын.
Аямаған йәнен, түккән ҡанын –
Һис бирмәгән башҡорт Уралын”, –
башҡорт халҡының бөйөк “Урал” йырындағы ошо һүҙҙәргә күпме мәғәнә һалынған!
Изге “Ҡөрьән Кәрим”дә “Беҙ йылҡы малын менеп йөрөү һәм зиннәт өсөн яралттыҡ” тигән аят-кәримә бар. Ҡәрҙәшебеҙҙең һорауына килгәндә иһә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Аллаһ Тәғәлә йылҡының маңлай сәсенә бәрәкәт бәйләгән”, – тигән. Тимәк, был мал – Раббыбыҙҙың бүләге. Уны аҫраған әҙәм балаһының тормошо бәрәкәтле, күңеле яҡты була. Шул ҡәҙәр ҙур тәрбиәүи көскә эйә бит ул ат. Аҡыллы, сыҙамлы, көслө. Ниндәй генә хәл булмаһын, ҡиәфәтенән ғорурлыҡ, ихтыяр ныҡлығы китмәй. Үҙе ҡупшы. Шул уҡ ваҡытта ифрат таҙа. Хатта ки үте юҡ. Шуға күрә ите ғәжәп туҡлыҡлы, тәмле, төрлө ауырыуҙан дауа. Бынан тыш атта һыбай йөрөүҙең дә сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһауы тураһында ишетеп-белеп торабыҙ. Ауыр сирҙәрҙән яфаланған күпме балаға йәшәү бүләк итә ул йылҡы малы!
Өҫтәүенә аттың һыуыҡҡа бирешмәүе, үҙ-үҙенә ризыҡ табыуы, ҡаҙыһының, ҡымыҙының шифаһы һәм башҡа бихисап өҫтөнлөктәре хаҡында беләбеҙ. Өйөрҙә йөрөгәндә ниндәйҙер хәүеф тыуа икән, өлкән малдарҙың тайҙарҙы, ҡолондарҙы уртаға алып, һаҡлап, яҡлап ҡалыуы ла ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.
Киләсәктә йылҡыға бәйле барлыҡ мәғлүмәтте туплаған китап сығырына өмөт итәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Юғиһә бәғзе йәштәребеҙҙең был малдың сифаттарын белмәй үҫеүе бар. Шул уҡ ваҡытта ауыҙлыҡ, ҡамыт, ҡолаҡ һәм тамаҡ бауҙары, теҙген, эйәр, айыл һәм башҡа һүҙҙәрҙең юғалыуға дусар булыуы ла ихтимал. Ғөмүмән, йәш быуынды йылҡы малына яҡынайтырға бурыслыбыҙ. Төбәгебеҙҙең данын арттырыуға бер этәргес буласаҡ ул. “Ир ҡанаты – ат” тигән мәҡәл яңы һулыш алһа, иҡтисадтың нигеҙе лә ҡаҡшамаҫ, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә