Аттың маңлайына бәрәкәт бәйләнгән01.04.2016
– Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә йылҡының маңлай сәсе тураһында ниҙер әйткән, тиҙәр. Йәш саҡта ат көткән кеше булараҡ, миңә был бик ҡыҙыҡ. Ни тиелгән икән был хәҙистә, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
В. БАЙҒУСҠАРОВ.
Хәйбулла районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кәрим”дең ғилеме, Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәре менән ҡыҙыҡһыныусылар, уларҙы тормош ҡағиҙәһе итеп алыусылар, әл-хәмдү лил-ләһ, йылдан-йыл арта бара. Заманында башҡаса тәрбиәләнгән ҡәрҙәштәребеҙҙең дә дингә яҡынайыуы, Ислам тәрбиәһен өйрәнергә тырышыуы һөйөндөрә. Раббыбыҙ изге эшкә бәрәкәт бирһен, иншаллаһ!
Йылҡы малына килгәндә, мәғлүм ки, халҡыбыҙҙың тарихы уның менән тығыҙ бәйле. Боронғо башҡорт ир-егетен атһыҙ күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел кеүек. Улар икеһе, ғәйрәт, ҡеүәт, баш бирмәү, ихтыяр көсө, ҡаһарманлыҡ һымаҡ сифаттарҙы берләштереп, халҡыбыҙҙың мәңгелек асылын кәүҙәләндерә.
“Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алып
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын.
Аямаған йәнен, түккән ҡанын –
Һис бирмәгән башҡорт Уралын”, –
башҡорт халҡының бөйөк “Урал” йырындағы ошо һүҙҙәргә күпме мәғәнә һалынған!
Изге “Ҡөрьән Кәрим”дә “Беҙ йылҡы малын менеп йөрөү һәм зиннәт өсөн яралттыҡ” тигән аят-кәримә бар. Ҡәрҙәшебеҙҙең һорауына килгәндә иһә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Аллаһ Тәғәлә йылҡының маңлай сәсенә бәрәкәт бәйләгән”, – тигән. Тимәк, был мал – Раббыбыҙҙың бүләге. Уны аҫраған әҙәм балаһының тормошо бәрәкәтле, күңеле яҡты була. Шул ҡәҙәр ҙур тәрбиәүи көскә эйә бит ул ат. Аҡыллы, сыҙамлы, көслө. Ниндәй генә хәл булмаһын, ҡиәфәтенән ғорурлыҡ, ихтыяр ныҡлығы китмәй. Үҙе ҡупшы. Шул уҡ ваҡытта ифрат таҙа. Хатта ки үте юҡ. Шуға күрә ите ғәжәп туҡлыҡлы, тәмле, төрлө ауырыуҙан дауа. Бынан тыш атта һыбай йөрөүҙең дә сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһауы тураһында ишетеп-белеп торабыҙ. Ауыр сирҙәрҙән яфаланған күпме балаға йәшәү бүләк итә ул йылҡы малы!
Өҫтәүенә аттың һыуыҡҡа бирешмәүе, үҙ-үҙенә ризыҡ табыуы, ҡаҙыһының, ҡымыҙының шифаһы һәм башҡа бихисап өҫтөнлөктәре хаҡында беләбеҙ. Өйөрҙә йөрөгәндә ниндәйҙер хәүеф тыуа икән, өлкән малдарҙың тайҙарҙы, ҡолондарҙы уртаға алып, һаҡлап, яҡлап ҡалыуы ла ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.
Киләсәктә йылҡыға бәйле барлыҡ мәғлүмәтте туплаған китап сығырына өмөт итәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Юғиһә бәғзе йәштәребеҙҙең был малдың сифаттарын белмәй үҫеүе бар. Шул уҡ ваҡытта ауыҙлыҡ, ҡамыт, ҡолаҡ һәм тамаҡ бауҙары, теҙген, эйәр, айыл һәм башҡа һүҙҙәрҙең юғалыуға дусар булыуы ла ихтимал. Ғөмүмән, йәш быуынды йылҡы малына яҡынайтырға бурыслыбыҙ. Төбәгебеҙҙең данын арттырыуға бер этәргес буласаҡ ул. “Ир ҡанаты – ат” тигән мәҡәл яңы һулыш алһа, иҡтисадтың нигеҙе лә ҡаҡшамаҫ, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.