Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мөслимәләргә –мәслихәт
Мөслимәләргә –мәслихәт “Мисс мөслимә” ярышы, республикала икенсе тапҡыр ғына үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда дини талаптарҙы теүәл үтәгән ҡатын-ҡыҙ араһында киң танылыу яулап өлгөрҙө. Шуныһы менән дә үҙенсәлекле бәйге: унда гүзәл зат вәкилдәренә генә инеү рөхсәт ителә.

Былтыр “Мисс мөслимә” Өфөләге “Ихлас” мәсетенең тамаша залында уҙһа, быйыл бар яҡлап та үҫешкән, әүҙемләшкән сараны үткәреү өсөн Башҡортостандың Мосолман ҡатын-ҡыҙҙар союзы баш ҡаланың “Президент-отель” ҡунаҡханаһындағы “Парламент” залын һайлаған.
“Мисс мөслимә-2016” исеме өсөн дүрт бәйгесе көс һынашты. Учалы райо­нынан Зәлиә Мөхәмәҙиева менән Нурия Бирғәлина, Күмертау ҡалаһынан Азалия Юлдыбаева, Өфөнән Александра Базина конкурс барышында Ҡөрьән уҡыу, аш-һыу әҙерләү, ижади ҡомар оҫталығы, шулай уҡ төрлө хәлгә бәйле һорауҙарға яуап табыу һәләте буйынса баһаланды. Әйтергә кәрәк, был бәйгелә 18 – 25 йәштәгеләр генә ҡатнаша ала.
“Мисс мөслимә”нең Ислам диненең күркәмлеген күрһәтеү, йәш быуында ру­хи ҡиммәттәргә ҡарата ихтирам тыу­ҙырыу маҡсатында үткәрелеүе көн кеүек асыҡ. Баһалама ағзалары – Башҡорт­остандың Мосолман ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Розалия Халиҡова, нәфис­лек, бейеү буйынса белгес, коучер Алина Рәхимҡолова, актриса Ирада Фазлаева – тәү сиратта бәйгеселәрҙең ди­ни һәм дөйөм кешелек ҡиммәттәргә тап килеүенә, тоғролоғона иғтибар бүл­де. Көс һынашҡан дүрт ҡыҙ ҙа алсаҡ, наҙлы, әүҙем, ижади ҡарашлы, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ булыуы менән һоҡлан­дырҙы. Уларҙың һәр сығышы дини йү­нә­лештә, күңел йылыһы менән байытылғайны.
Зәлиә Мөхәмәҙиева бәйгегә башҡорт рухындағы, үҙенсәлекле сығыштар әҙер­ләгән. Үҙе хаҡында ҡобайыр аша бә­йән итһә, думбырала, аккордеонда уй­нап, тамашасыларҙы тамам хайран ҡал­дырҙы. Александра исемле бәйге­се­нең йөрәк түренән сыҡҡан һәр һүҙен ишетеп, сығышын ҡарап, күҙҙәр йәшкә тулды.
Азалия иһә тамашасы иғтибарын һөйкөмлөлөгө, наҙлылығы менән йәлеп итте. “Һылыуҡай” бейеүе аша башҡорт сәнғәтенең матурлығын, асылын са­ғыл­дырыуға өлгәште ул. Нурия иһә бәйгелә шиғыр яҙыу маһирлығы менән танылды. “Ҡөрьән менән доға” исемле яҙмаһын уҡып ишеттереп, залды – күркәм тынлыҡ, йөрәктәрҙе шатлыҡ менән тултырҙы. Ғөмүмән, һәр бәйгесе үҙенсә матур һәм һәләтле. Сара барышында ҡыҙҙар таланттарын күрһәтеп кенә ҡалманы, гүзәл затҡа хас изгелек, ғилемлелек сифаттарына эйә булыуын да дәлилләне.
“Мисс мөслимә-2016” бәйгеһендә Башҡорт дәүләт университеты магистры Зәлиә Мөхәмәҙиева еңеп сыҡты. Башҡа ҡатнашыусылар иһә төрлө номинацияла билдәләнде, бүләктәр алып ҡыуанды. Яуланған уңыштарыбыҙҙың беҙҙе артабан да белем тупларға, камиллашырға әйҙәп торорона ышанабыҙ, тине улар бәйге аҙағында.



Автор: Гөлсәсәк МОСТАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә