“Мисс мөслимә” ярышы, республикала икенсе тапҡыр ғына үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда дини талаптарҙы теүәл үтәгән ҡатын-ҡыҙ араһында киң танылыу яулап өлгөрҙө. Шуныһы менән дә үҙенсәлекле бәйге: унда гүзәл зат вәкилдәренә генә инеү рөхсәт ителә.Былтыр “Мисс мөслимә” Өфөләге “Ихлас” мәсетенең тамаша залында уҙһа, быйыл бар яҡлап та үҫешкән, әүҙемләшкән сараны үткәреү өсөн Башҡортостандың Мосолман ҡатын-ҡыҙҙар союзы баш ҡаланың “Президент-отель” ҡунаҡханаһындағы “Парламент” залын һайлаған.
“Мисс мөслимә-2016” исеме өсөн дүрт бәйгесе көс һынашты. Учалы районынан Зәлиә Мөхәмәҙиева менән Нурия Бирғәлина, Күмертау ҡалаһынан Азалия Юлдыбаева, Өфөнән Александра Базина конкурс барышында Ҡөрьән уҡыу, аш-һыу әҙерләү, ижади ҡомар оҫталығы, шулай уҡ төрлө хәлгә бәйле һорауҙарға яуап табыу һәләте буйынса баһаланды. Әйтергә кәрәк, был бәйгелә 18 – 25 йәштәгеләр генә ҡатнаша ала.
“Мисс мөслимә”нең Ислам диненең күркәмлеген күрһәтеү, йәш быуында рухи ҡиммәттәргә ҡарата ихтирам тыуҙырыу маҡсатында үткәрелеүе көн кеүек асыҡ. Баһалама ағзалары – Башҡортостандың Мосолман ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Розалия Халиҡова, нәфислек, бейеү буйынса белгес, коучер Алина Рәхимҡолова, актриса Ирада Фазлаева – тәү сиратта бәйгеселәрҙең дини һәм дөйөм кешелек ҡиммәттәргә тап килеүенә, тоғролоғона иғтибар бүлде. Көс һынашҡан дүрт ҡыҙ ҙа алсаҡ, наҙлы, әүҙем, ижади ҡарашлы, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ булыуы менән һоҡландырҙы. Уларҙың һәр сығышы дини йүнәлештә, күңел йылыһы менән байытылғайны.
Зәлиә Мөхәмәҙиева бәйгегә башҡорт рухындағы, үҙенсәлекле сығыштар әҙерләгән. Үҙе хаҡында ҡобайыр аша бәйән итһә, думбырала, аккордеонда уйнап, тамашасыларҙы тамам хайран ҡалдырҙы. Александра исемле бәйгесенең йөрәк түренән сыҡҡан һәр һүҙен ишетеп, сығышын ҡарап, күҙҙәр йәшкә тулды.
Азалия иһә тамашасы иғтибарын һөйкөмлөлөгө, наҙлылығы менән йәлеп итте. “Һылыуҡай” бейеүе аша башҡорт сәнғәтенең матурлығын, асылын сағылдырыуға өлгәште ул. Нурия иһә бәйгелә шиғыр яҙыу маһирлығы менән танылды. “Ҡөрьән менән доға” исемле яҙмаһын уҡып ишеттереп, залды – күркәм тынлыҡ, йөрәктәрҙе шатлыҡ менән тултырҙы. Ғөмүмән, һәр бәйгесе үҙенсә матур һәм һәләтле. Сара барышында ҡыҙҙар таланттарын күрһәтеп кенә ҡалманы, гүзәл затҡа хас изгелек, ғилемлелек сифаттарына эйә булыуын да дәлилләне.
“Мисс мөслимә-2016” бәйгеһендә Башҡорт дәүләт университеты магистры Зәлиә Мөхәмәҙиева еңеп сыҡты. Башҡа ҡатнашыусылар иһә төрлө номинацияла билдәләнде, бүләктәр алып ҡыуанды. Яуланған уңыштарыбыҙҙың беҙҙе артабан да белем тупларға, камиллашырға әйҙәп торорона ышанабыҙ, тине улар бәйге аҙағында.