Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағайҙарға рәхмәт әйтәйек
Ағайҙарға рәхмәт әйтәйек Геолог һәм геофизиктарға алмашҡа игенсе килерме?
Фән юлын үҙем ситтәге һуҡмаҡтан урап үтһәм дә, ғалимдарҙың тормошо, эҙләнеүҙәр донъяһы тартты. Бәлки, ғүмер баҡый, офоҡ аръяғында нимәләр барлығын күрергә, күргәс, аңларға хыялланып йөрөү тәүҙә – геологтар, торараҡ геофизиктар даирәһенә алып килгәндер. Хәйер, үтә белемсе булып китмәй генә әйткәндә, геолог менән геофизик һөнәрҙәренең айырмаһын тиҙ генә кем аңлата ала? Уҡыусыны ошо мөхиткә ике-өс аҙым булһа ла атлатайыҡ әле.


Ҡыр эшендә йөрөгәндәр, ғәҙәттә, ауылға килеп, күҙгә салынып бармай. Тау-таш араһын ҡыҙырып, оҙон һаплы сүкеш менән таш ҡыйыр­сыҡтарын онтап алып, артмағына тултырған кешеләрҙе, дөрөҫмө-түгелме, “геолог” ти ҙә ҡуя торғайныҡ. Ер ҡуйынында әҙәм белмәгән әллә ниндәй хазиналар йәшеренеп ятырына ышанып үҫкән беҙгә ни, рюкзак аҫып, брезент куртка кейеп килеп күренә торған һәр кем геолог бул­ғандыр инде. Миңә ҡалһа, тау хәтлем тау, дала тиклем дала ҡарынының буш булыуына ышанманым. Ер ҡатламдары уның үҙәгенә ҡарай йөҙҙәрсә, юҡ, меңдәрсә саҡрымға китә бит. Шунда кешегә донъя кө­төргә яраҡлы нүжәли бер нәмә лә боҫоп ятмай? Геологтар шуны эҙләп, тиргә батып йөрөйҙәрҙер тип уйла­һам, донъя ҡыҙырыусыларҙы геофизиктар, геодезистар, картографтар (йәғни көн иткән төбәгебеҙҙең һыҙмаһын ҡағыҙға төшөрөүселәр), хатта ҡәҙимге ергә иҫәп алып барыусылар-землемерҙар тип тә атай­ҙар икән. Уларҙың һәр ҡайһыһының шөғөлө башҡараҡ, маҡсаттары ла хәтһеҙ генә айырыла.
Мин, әлбиттә, ете ҡат ерҙең серен төпсөнөүселәргә эйәреп йәһәннәм төпкөлдәренә сумырға йыйынмайым. Ҙур ғалимдарыбыҙ Ҡадир Тимер­ғазин, Морат Камалетдиновтар геология фәнен халыҡҡа яҡынайтыу өсөн ифрат күп көс һалды. Ә һуң Басир Мәһәҙиев, Миңләхмәт Моталов, Диҡҡәт Бураҡаев ағайҙар? Башҡорт төбәгендә үҫкән өс ир-азамат та, Мәскәү юғары уҡыу йорттарын тамамлап, геология-минералогия йүнәлешендәге ғалимдар һәм бер үк ваҡытта фәнде популярлаштырыусы яҙыусы-публицистар булып етеп, халҡына, республикаһына ҙур хеҙмәттәр күрһәткән кешеләр. Ошо юҫыҡта мин Баймаҡ районы егете, Башҡортостан буйынса Ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыу идара­лығына күп йылдар етәкселек иткән дуҫым Рәсих Хәмитовты ихтирамлы хәтергә алам.
Шулай ҙа тормошома олоғая төшкәс килеп ингән данлыҡлы геофизик, бихисап бүләктәр һәм исем-шәрифтәр эйәһе, Европа геофизиктар йәмғиәтенең ғүмерлек ағзаһы Наил Кәбир улы Юнысов ағай яҡын таныш-дуҫтарым араһында ла айырым урын биләйҙер. Донъяның тиҫ­тәләрсә илендә хеҙмәте мәнфәғәт­тәрен юллап, ҡайһы берҙәрендә оҙайлап эшләп, дуҫы Мостай ағай әйтмешләй, менмәһә лә, һыйпағаны булған алтын ялын шөһрәт атының. Бына ошондай ҙа шөһрәт эйәһе Наил ағайымды әсәһе Мәрзиә Ямалетдин ҡыҙы менән атаһы Кәбир Ғиниәт улы тәрбиәләгән һәм тәбиғәт биргән ябайлыҡты, кешеләргә инсафлы мөнәсәбәтте, кеселеклелекте сайпылтмай һаҡлай алған. Миңә Наил Кәбир улының иҫтәлектәрен тәртипкә килтереп нәшерләшеүҙә лә, үҙе тураһында байтаҡ очерк баҫтырырға ла насип булды. Шуға күрә оҙон һүҙ урынлы күренмәҫ. Бары шуны ғына өҫтәр инем: алда тормош сәхифәләрен бер аҙ ҡыш­тырлатаһы геофизиктарҙың тәр­жемәи хәле менән нәҡ Юнысов ағай ярҙамында танышыу бәхете тейҙе. Сикһеҙ рәхмәтлемен.
Әммә, яҙмаларым геройҙарына яҡынлашырҙан алда, геология, геофизика һәм шул йүнәлештәргә тартым шөғөлдәр тураһында бер-ике кәлимә генә ҡатайымсы.
Тарихсылар раҫлауынса, хәҙерге илебеҙ биләмәләрендәге файҙалы ҡаҙылмалар тураһындағы мәғлүмәт­тәр яңы дәүергә тиклемге 3-2 ме­ңенсе йылдарҙа, йәғни ер ҡуйы­нындағы байлыҡтарҙы ябай ғына ысулдар менән ала башлағас, бил­дәле булған. Рәсәй ер төпкөл­дә­рен­дәге хазиналарға бәйле урыҡ-һурыҡ хәбәрҙәрҙе мосафирҙар, мәғдәнде танып белеүселәр һәм сәнәғәтте ойоштороусылар XVI – XVII быуат­тарҙа йыя барған. Хәҙер ғәжәп күренер, әммә Рәсәй биләмәләренең геологик төҙөлөшөн һәм тәбиғи байлыҡтарын өйрәнеү башлыса Петербург фәндәр академияһы экспедициялары көсө менән көнсығыштан Камчатканан алып көнбайышта Днестрға һәм Карпат тауҙарына тиклемге икһеҙ-сикһеҙ майҙандарҙа алып барылған. Экспедициялар эшендә, Рәсәйҙең ул осорҙағы иң мәртәбәле ғалимдары менән бер­гәләп, Башҡортостан тарихында онотолмаҫ эҙ ҡалдырған П.С. Паллас һәм И.И. Лепехиндар ҡатнашҡан.
Геология ғилеме сәхифәләрен аҡтара китһәң, юғарыла телгә алын­ған оло ғалимдарҙан бүтәндәрҙең дә исем-шәрифтәре пәйҙә була тора.
Мәғлүмдер, Ер тураһындағы фән – ифрат ҡатмарлы һәм уның бихисап йүнәлештәрен үҙ эсенә алған өлкә. Уға географияны физик үҙенсәлек­тәрҙән сығып өйрәнеү, геоморфология, климатология, ҡоро ер гидро­логияһы, гляциология, геокриология, тупраҡтар географияһы, биогеография, физик география, геодезия, картография, метеорология, океанология һәм бүтән тармаҡтар инә. Тармаҡтар тигәс тә, әле һанап үтел­гәндәрҙең һәр береһе үҙе үк – ғәйәт ҡатмарлы фән һәм ғәмәли шөғөлдәр өлкәһе. Әйтелгәндәрҙең атамаһынан уҡ уҡыусы теге йәки был йүнәлештең ҡыҙыҡһыныу һәм эшмәкәрлек даи­рәһен аңғара алғандыр. Ябайлаштырып аңлатҡанда, мәҫәлән, геоморфология ҡоро ер, океан-диң­геҙҙәр рельефы тураһындағы фән, уның тышҡы һүрәтләнешен, хасил булыуын, рельефтың булмыш ваҡы­тын, үҫеше тарихын, хәҙерге дина­микаһын һәм таралыу законлы­лыҡ­тарын өйрәнә. “Башнефтегеофизика” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә, фән менән сәнәғәт предприятиеһын синтезлаштырған берәмек булараҡ, штатта геолог-геоморфологтар бар. Йәки геокриология. Грек теленән беҙҙең ҡулланыу мөхитенә килеп ингән kryos (һалҡынлыҡ, һыуыҡ, боҙ) һүҙенән баяғы фән тармағының шөғөлөн төҫмөрләү ауыр түгел. Геокриология Ер тәрәнлектәрендә туң ҡатламдарҙың төҙөлөшөн, ниндәй есемдәрҙән тороуын, хасил булыуын, таралыуын һәм тарихын, йәнә лә туңыу һәм иреүгә бәйле процес­тарҙы өйрәнә.
Ер тураһындағы фән юлын йүге­рек кенә күҙ алдынан үткәргәндә, унда геология ғилемдәре тигән ифрат мөһим һәм ғәмәли тормошҡа сағыштырғыһыҙ яҡын торған тар­маҡҡа барып төртөлөрбөҙ. Үҙ сиратында, ул тармаҡ стратиграфия, тектоника, геодинамика, литология, минералогия, петрология, геохимия, геофизика, файҙалы ҡаҙылмалар геологияһы, гидрогеология, инже­нерлыҡ геологияһы һ.б. йүнәлеш­тәргә айырыла икән. Әгәр ошо фән­дәрҙең бик ҡатмарлы булыуын онотоп тороп, уларҙың романтик яғын алғараҡ ҡуйғанда, юғарыла телгә алынған Наил Юнысов, Басир Мә­һәҙиев, Миңләхмәт Моталов, Диҡҡәт Бураҡаев ағайҙарҙың ни ҡәҙәре лә мауыҡтырғыс эшкә күңел һалған­лығына һоҡланаһың да, ғәжәп тә ҡалаһың. Ғөмүмән, һәр фәндә бул­мағанда ла, бәғзеләрендә уның асылын халыҡҡа аңлайышлы итеп еткерә килеүсе ғалимдар мотлаҡ кәрәк. Ошо мәлдә мин Екатеринбург профессоры Анатолий Алексеевич Малаховты хәтерләнем. Уның “Каменные документы” тигән китабы шундай фекер менән тамамлана: “Бөтмөр тикшеренеүсе алдында “йәнһеҙ” таш донъяһы терелә. Ҡаялар менән таштар уға тәбиғәт закондарын аса.
Ҡойма ямғырҙар, дәһшәтле дауылдар һәм штормдарҙы, ер тет­рәгәнен, вулкандар урғылғанын күргәндә, күп нәмәне белеп ҡалабыҙ; ләкин беҙҙең иғтибарҙы ғәҙәти булмаған тәбиғәт күренештәре генә тартырға тейеш түгел. Ерҙең тормошо тураһындағы һүҙҙе селтерәп аҡҡан шишмә лә, еләҫ ел дә, һибәләгән көҙгө ямғыр ҙа, көндөң һиҙелер-һиҙелмәҫ үҙгәреүе лә, Ер өҫтөнөң быуаттар буйы аҡрынлап бүтәнсәрәк була барыуы ла тулыландыра. Бихисап йылдар эсендә миллиондарса һәм миллиардтарса тапҡыр ҡабатлана торған һәр күренеш, ахыр килеп, Ер йөҙөнөң икенсе төҫ алыуына килтерә.
Тәбиғәтте өйрәнеүҙең бүтән тармаҡтарындағы кеүек үк, геологияла ла Ерҙең ҡоролошо һәм хасил булыуының айырым мәсьәләләре буйынса күп фараздар әйтелде. Геология фәненең ҡайһы бер бүлек­тәрендә күҙәтелгән күренештәрҙең сәбәбен аныҡ ҡына аңлата алмау беҙҙе ҡаушатырға тейеш түгел”.
Икһеҙ-сикһеҙ Йыһанда, Ҡояш системаһы тип йөрөтөлгән шартлы бер үлсәмдә Ер, раҫлауҙарынса, кескәй төйөрсөк кенәлер. Һәр хәлдә, уның тирәләй өйрөлөп-өйрөлөп ҡайта торған космонавтар, астронавтар, тайкунавтар – һәммәһе – Ер шарының усҡа һалып йөрөтөрлөк уйынсыҡ һымаҡ бәләкәй икәнлеген тәҡрарлай килә. Ситтән ҡарағанда Ер өҫтөндә кеше аяғы баҫмаған, төпкөлдәрендә уның зиһене барып етмәгән урын ҡалмағандыр. “Ете ҡат ерҙең серен асабыҙ, тыуған илем!” – тип йырлай-йырлай, уның аҫтын-өҫкә аҡтарҙыҡ бит инде, ҡуйынын да еңеләйттек, ҡанын да һурҙыҡ, хәҙер йәнен алаһы ғына ҡалды.
Төшөнкөлөккә бирелеүҙәрем, бәлки, урынһыҙҙыр? Шик-шөбһә­ләрем дәлилһеҙҙер? Әҙәм, кеше рәүешенә инеп, тирә-йүнгә күҙ һала башлағаны бирле, үҙе көнитмеш мөхитте аңларға, уны тормошона яраҡлаштырырға йә иһә уға ҡулай­лашырға тырышҡан. Әгәр, миҫалға, нефть, ер майы йәки тау майы тип аталып, боронғо башҡорттарға билдәле булған икән, бүтән төрлө бәрәкәттәрҙең Ерҙең төрлө тарафтарында һәм төрлө ҡәүемдәрендә ҡыҙыҡһыныу уятмауы мөмкинме һуң?
Минең алда 1982 йылда нәшер ителгән “СССР. Энциклопедический справочник” тигән ҡалын китап ята. Шуның тотошлай фәнгә ҡағылышлы бүлеген генә түгел, бәлки Ер тура­һындағыһын ғына ҡараһаң да, ошо йүнәлештә быуаттар буйы нисәмә кешенең хеҙмәт һалыуына хайран ҡалаһың. Йәнә лә әлеге кеүек бе­лешмәләргә, ғәҙәттә, ҙур дәрәжә­ләргә еткән, исем-шәрифтәре фән һәм ғәмәл юлында донъяға танылған кешеләр инеп ҡала. Ҙурҙар иһә башлыса аулаҡ кабинеттарҙа, лабо­раторияларҙа, түрәлек кәнәфиҙә­рендә теория, ойоштороу эштәре менән мәшғүл була. Экспедиция­ларҙа тау-таш, урман-ялан ҡыҙырып, ел-дауылдан ҡағылып-һуғылып, себен-серәкәйҙән таланып, ябай геолог йөрөй. Үткән юлдарың, ярай ҙа, уңыш­ҡа илтеп торһа. Ҙур-ҙур ятҡы­лыҡтар, ғәҙәттә, сүкеш тотоп, рюкзак артмаҡлап әшкәндәгән ябай геологтарҙыҡын түгел, бәлки эште ойошторған дәүләт эшмәкәрҙәре, мәшһүр ғалимдарҙың исемдәрен йөрөтә.
Исемдәрен дә йөрөтә һәм ул шәхестәр халыҡ хәтерендә легенда булып һаҡланып та ҡала. Ошо йәһәттән үҙен күреп белмәһәм дә, иң тәүҙә Ҡадир Тимерғазин тура­һында уйлайым. Әммә таныш бул­маған ошо ағай иҫемдә күңелһеҙ хәл айҡанлы ҡалған. Башҡорт дәүләт университетында уҡып, белемле кешеләр рәтенә индем тип әллә кем булып йөрөгән саҡ. Гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәренә тәҡәт таптырмай, театр “галеркаларын” бушатмай, ҡайнап йөрөйбөҙ. Заһир Исмәғилев ағайҙың “Ҡоҙаса” музыкаль коме­дияһын, йөҙ тапҡыр ҡарамаһаҡ та, тамашала тиҫтәләрсә мәртәбә булынған инде. Апрель башында ла афишала шул әҫәр тора. Опера театры көмбәҙенә терәлеп торған галеркаға барып тулырға йәнә ҡырсынабыҙ. Ләкин ул көндә “Ҡоҙаса”ның иғланы көтмәгәндә юҡ булды. Халыҡ иһә көн үҙәге етер-етмәҫтән театрға эркелеп килә башланы. Был ни ғәләмәт? Бинаның маңлайына ҡуйы ҡара сәсле, шундай уҡ ҡашлы, урта йәштәрҙәге бер ағайҙың портретын дөм-ҡара таҫма менән ҡайып күтәреп ҡуйҙылар. Театр фойеһына ҡуйылған табут эргәһенән, ағым ыңғайына, беҙ ҙә үттек. Ошоға тиклем яҙа-йоҙа ғына ишетеп йөрөгән ҙур ғалим, ысын башҡорт милләтенән тәүге геология-минералогия фәндәре докторы Ҡадир Рәхим улы Тимерғазин менән осрашыуым да, бәхилләшеүем дә шул булды. Ағайыбыҙ, баҡтиһәң, хеҙмәт мәшәҡәттәре менән Мәскәүгә барғанында, ҡапыл сирләп, китеп барған икән. Иллеһен тултырып ҡына өлгөргән оло ғалимды, Өфөгә алып ҡайтып, ысындан да ололап мемориаль Мосолман зыяратына оҙатып ҡуйҙыҡ.
Ғалим йәшәп киткән йорт хәҙер беҙ торған урындан алыҫ түгел, уны өфөләр “Ҡарт большевиктар йорто” тип йөрөтә, сөнки әүәлерәк бында яуаплы партия, совет, хужалыҡ эшмәкәрҙәре йәшәгән. Ҡадир ағай хөрмәтенә ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташ эргәһенән үткәндә йөрәктә ғорурлыҡ та, үкенес тә хистәре бергә күтәрелә. Ғорурлыҡ, сөнки илле йыл ғүмер эсендә кеше тотош ғилми кол­лективтарҙың да хәленән килмәҫлек эштәр башҡарып өлгөргән. Үкенес, сөнки ғалим фән, иле, халҡы өсөн ни хәтле хеҙмәт күрһәтә алыр ине. Америка фәйләсүфе һәм әҙибе Генри Тороның: “Ҡыҫҡа ғүмер беҙгә тәбиғәт тарафынан бирелгән, әммә һәйбәт үткәргән тормош тура­һын­дағы хәтер мәңгегә һаҡлана”, – тигән фекере лә бигүк йыуатмай.
Тимерғазиндың тормошо һәм эшмәкәрлеге ҙур дөйөмләштереүгә һәм күләмле әҙәби әҫәргә лайыҡ тип инанғанмын. Тема һәм образдың ҡатмарлы булыуынан баҙамаған әҙиптәр бер мәл ошо шәхескә лә иғ­ти­бар итер тип ышанайыҡ. Ғалим­дың ҡыҙы, геология-минералогия фәндәре кандидаты Айя Тимерға­зина миңә ағайҙың бер нисә хеҙ­мәтен бүләк итте. Күренекле ғалим-геолог, Башҡортостан фәндәр ака­демияһы ағзаһы Морат Абдулхаҡ улы Камалетдинов 2007 йылда нәшерләнгән “Ученые и время” тигән ғәжәйеп китабында Ҡадир ағайға бер бүлекте арнаған: “Ҡадир Рәхим улы Тимерғазинды башҡорт Ломоносовы тип атарға ярайҙыр. Уларҙың ғүмер юлында күп нәмәләр уртаҡ. Икеһе лә крәҫтиән ғаиләһенән, Рәсәйҙең төпкөл төбәгенән. Тегеһе лә, быныһы ла белем-ғилемгә иртүк тартылған. Икеһе лә бала саҡтан уҡ тормошта үҙ урынын табыу һәм фәндә хәҡиҡәт өсөн көрәш менән тулы ғүмер кисерҙе.
Ломоносов Рәсәй Фәндәр ака­демияһында беренсе рус ғалимы булһа, Тимерғазин – Башҡортостан Фәндәр академияһында, дөрөҫөрәге, СССР Фәндәр академияһының Баш­ҡортостан филиалында баш­ҡорт­тарҙан тәүге ғалим ине.
Ломоносов химик, минералог, геолог, географ, тупраҡты өйрәнеүсе, шағир, рәссам, тарихсы булған.
Тимерғазин петрограф, минералог, геохимик, геолог-стратиграф, нефтсе, мәғдәнсе һәм фән тарих­сыһы ине.
Ломоносов Рәсәй Фәндәр ака­демияһында беренсе химик лаборатория булдырған. Уның дәрте менән 1755 йылда Мәскәү университетына нигеҙ һалынған. Тимер­ғазин Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институтын асыуға дәртләндереп йөрөүсе һәм ойоштороусыларҙың береһе булған. 1951 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡорт­остан филиалын һәм унда Тау-геология институтын асыуҙа ҡатнашҡан.
Һәм, аҙаҡ килеп, ике ғалим да бик аҙ ғына йәшәгән: Ломоносов – 54 йәш, Тимерғазин – 50”.
Бына шулай академик Камалетдинов төрлө осорҙа ижад иткән ике ғалим араһында оҡшашлыҡ күрә, һәм был сағыштырыуҙа самаһыҙ арттырыу юҡтыр.
Ҡадир Рәхим улының тәржемәи хәлен төпсөрләй, ғилми эшмәкәр­леген теүәлләй китһәң, был яҙма­лар­ҙа ғына тулы фекер әйтә ал­маҫбыҙ. Уның өлөшөнә төшкән яҙ­мыш егерменсе быуат зыялыла­рының күпселеге өсөн уртаҡ. Тимерғазиндар йәшәгән Аҡсыуаш ауылы әүәл Пермь губернаһының Шадрин өйәҙенә ҡараған, артабан иһә Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районына ҡалғас, ауылды Сабаҡлыкүл тип йөрөтә башлағандар. Әйткәндәй, Силәбе яғында ла, Башҡортос­тандың көньяҡ-көнсығышында ла, күлдәр күп булғанлыҡтан, шуларға бәйле атамалы ауылдар бихисап.
Ғәжәп, иллә фәҡир ғаиләләргә Хоҙай электән балаларҙы йәлләмәй биргән. “Байҙы мал баҫыр, ярлыны бала баҫыр”, тигәндәре лә әллә шул микән? Хәйерселек сигендә көн иткән ғаиләлә һигеҙенсе булып тыуған балаға инҡилап, граждандар һуғышы болаһы осоронда нимә ҡала? Дөрөҫ, һыныҡ икмәккә тилмереү, кеше типкеһе, өмөтһөҙ киләсәк. Ләкин, маңлайыңа яҙылған яҙмышҡа буй бирмәгәндә, уны уҙмыштар ҙа була икән. Ҡадир ҙа шулай аслыҡ-ялан­ғаслыҡты, кәмселектәрҙе еңеп, ана шул еңмешлеге менән революциянан аҙаҡ анда-һанда асыла баш­лаған башланғыс мәктәптәрҙе шытырлатып үтеп, Өфөлә рабфакта мәғлүмәтен нығыта төшөп, Ҡазан дәүләт университетына йүнәлтмә алған. Әммә бөтөн илгә таныулы уҡыу йортонда башҡорт малайын, ул харап ҡара тырыш булһа ла, әйҙүкләп ҡаршыламағандар шул. Ҡадирҙың күңеле тартҡан физика, химия һәм математика фәндәре буйынса ҡабул итеү тамамланған. Йолҡош рәүешле, ас, өҫтәүенә рус телен дә йүнләп һупаламаған малай аяныслы хәлдә ҡалған. Ҡайҙа барырға, ни хәл ҡылып ҡарарға? Йөҙ кешенең туҡһан туғыҙы яҙмы­шына ошо мәлдә, моғайын, ҡул һелтәр ине. Ләкин Тимерғазин түгел. Еңмеш үҫмерҙе аптырағандан тәүҙә университеттың геология-биология факультетына, уның да малсылыҡ бүлегенә теркәгәндәр. Ауыл малайына ҡулай булыр тип уйлаған­дарҙыр, күрәһең. Шулай ҙа Ҡадир, университет етәкселәренә тәҡәт таптырмай, барыбер геология бүлегенә күсеүгә өлгәшкән. Ҡыҫҡаһы, геология факультетын отличие менән тамам­лаған егеткә минералогия кафед­раһы мөдире профессор Л.М. Миропольский ошондай баһа биргән: “1935 йылда тамамлаған студенттар араһында Тимерғазин һәләтлелеге, материалды тиҙ үҙләштереүе һәм минералогияны өйрәнеүгә ихласлы­ғы менән ныҡ айырылып тора”.
Йә ярай, ошо юҫыҡта һүҙҙе хә­ҙергә сикләп торайыҡ. Хоҙай бер аҙ ғүмер насип итһә, бәғзе геологтар, геофизиктар тураһында һөйләшеүгә мин әленән-әле әйләнеп ҡайтырмын ул.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872