Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғилем һәм рух бейеклеге
Ғилем һәм рух бейеклеге Башҡортостандың ғилем даирәләрендә күренекле тел белгесе, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, филология фәндәре докторы, профессор Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдиновтың исеме лайыҡлы урын биләй.

Ишмөхәмәттең ҡайнап йә­шә­үе 1-се мәктәп-интернатта (хәҙер Рәми Ғарипов исе­мен­дәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡыған йылдарынан башланды. Ул халҡымдың юғары аңы ла, заңы ла, тарихы ла булып та­нылған моңло ҡурайҙы ғүме­ренә үҙ итте. Ҡурай түңәрәген алып барыусы мәктәп-интер­наттың тәрбиә­сеһе Әҙһәм ағай Исҡужин күп егеттәрҙең йөрә­генә эйәрле ат – башҡорт рухын, ҡурай аһәңен оҫта педагогтарса һала белде.
Юғары белемгә ынтылған, тормошта үҙ позицияһын ны­ғыта бар­ған Ишмөхәмәт Ғәлә­үетдинов менән Башҡорт дәү­ләт универ­ситетындағы филология факуль­тетының баш­ҡорт-урыҫ бүле­гендә бергә уҡыныҡ, бер бүлмәлә өс йыл йәшәнек. Ҡабатланмаҫ университет йылдары, Балаҡатай, Мәсетле яҡтарындағы көҙгө эштәр, Ейәнсура, Күгәрсен ра­йондары буйлап Мостай Кә­рим­дең “Ҡыҙ урлау” коме­дия­һын, концерт ҡуйыуҙар, Учалы, Стәрлебаш төбәк­тә­рендә фольклор, тел һәм ер-һыу атамалары буйынса экс­пе­диция­ларҙа ҡатнашыу һәр кеме­беҙҙең күңел түрен­дәлер...
Биш йыл буйы һоҡланғыс уҡы­тыу­сылар, фән эшмәкәр­ҙәре ҡулында белем алып, күренекле артистар Ғата Сө­ләймәнов, Ғата Арыҫланов, танылған бейеүселәр Закир Исмәғилев, Әнүәр Фәхрет­диновтар ҡурсалауында ҡурай, бейеү ансамблдәрендә шөғөл­лән­гән йәштәр – Учалынан Иш­мө­хәмәт Ғәләүетдинов, Риман Бүләков, Фәрит Усманов, Әнүәр Ғибәҙәтов, Әбйәлилдән Зөһрә Фәт­тәхова, Белореттан Мөхәммәт Түләбаев, Баймаҡ­тан Сәфәрғәле Йәнтүрин – әү­ҙемлеге менән универси­тет­тың данын балҡытып торҙо. Элекке һабаҡташтарыбыҙ ме­нән осрашҡан һайын тәүҙә уҡы­тыусыларыбыҙҙы иҫкә алабыҙ.
Башҡорт теленең серҙәрен төрки донъяһында ғына түгел, алтай һәм урал-алтай телдәре ҡәрҙәшлегендә билдәлелек һәм билдәһеҙлек теорияһы нигеҙендә аңлатҡан мәшһүр ғалимыбыҙ Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев, донъяуи хәлдәрҙе түкмәй-сәсмәй, һәр саҡ баш­ҡортлоғона баҫым яһап, беҙ­ҙең аңдарҙы ағартыусы һүҙгә әүәҫ атаҡлы тел ғалимы Ғәли Сәйетбатталов, шәреҡ әҙәбиә­тенән мауыҡтырғыс әңгә­мә­ләре менән Әмир Чанышев, сит илдәр әҙәбиәтенән Давид Гутман, урыҫ филоло­гия­һынан Лев Бараг, тел ғалимдары Вәли Псәнчин, Марат Зәй­нул­лин, Әхмәр Аҙнабаев, фольклорсы Марат Минһажетдинов, әҙәбиәт­тән Хәнифә Зиннәтул­лина, Бәһейә Мәғәсүмова, ул ваҡытта аспирантура бөтөп, филология фәндәре кандидаты булып эш башлаған Роберт Байымов һәм башҡалар ярҙа­мында белем тауына, рухи булмышына ынтылыу Ишмө­хәмәт Ғәләүетдинов кеүек бу­ла­саҡ ғилем һәм мөғәллимлек юлын һайлаусылар өсөн ысын тәрбиә мәктәбе булды.
1948 йылда Учалы райо­нының Сораман ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған Ишмөхәмәт Ғәләүет­диновтың тормош юлы яҡты, матур була. 1969 йыл юға­ры уҡыу йортон тамамлағас та, Өфөләге СССР Фәндәр ака­демияһы Башҡортостан филиа­лының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә алына. Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1971 – 1973 йыл­дарҙа Ташкент ҡала­һында төрки, ғәрәп телдәрендәге иң боронғо ҡулъяҙмаларҙы, бо­ронғо сыға­наҡтарҙы уҡырға өй­рәнә, интерпретация күнек­мә­ләре үтә, ялан археогра­фияһы мето­дикаһын үҙләш­терә, боронғо төрки яҙмалары өлгөләренә күп яҡлы тарихи-лингвистик анализ яһай.
1974 – 1976 йылдарҙа ул – Мәскәү ҡалаһында СССР Фәндәр академияһы Тел ғи­леме институты аспиранты. 1977 йылда И. Ғәләүетдинов СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ә. Тенишев етәкселегендә аспирантураны уңышлы тамамлай һәм филология фәндәре канди­датлы­ғына диссертация яҡлай. Был йылдарҙа ғилми эшмәкәрлек уның өсөн берҙән-бер юл икән­леге тулыһынса асыҡлана.
Йәш ғалим 1979 – 1993 йыл­дарҙа Тарих, тел һәм әҙә­биәт институтында өлкән ғил­ми хеҙ­мәткәр, тел секторы мөдире вазифаларын башҡа­ра. Ишмөхәмәт Ғилметдин улы студент йылдарында уҡ бала­ларҙың милли уйындары ме­нән мауыҡты, һуңынан ул археографик экспе­дицияларҙа ғилми эҙләнеүҙәр аша фольклор йыйынтығын туплауын дауам итте. 1993 – 1996 йыл­дарҙа Башҡортостан Фәндәр академияһының баш ғилми секретары, һуңғараҡ гуманитар фәндәр бүлегенең академик-секретары, оҙаҡ йылдар Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт акаде­мия­һының ректоры булып эшләне.
Һуңынан шул уҡ юғары уҡыу йортонда, башҡорт теле һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире булараҡ, башҡорт теленең тарихын, хәҙерге торошон һәм үҫешен өйрәнде, студенттарҙа уға һөйөү уятты. Был ҡоро һүҙҙәр артында тиҫтәләгән сығыш, юғары кимәлдә әҙерләнгән конференциялар, симпозиумдар, студенттар менән төрлө та­раф­тарға ойошторолған конкурстар, экскурсиялар ята. Һанай китһәң, осона сығыр­мын тимә. Ғалим, бер ҡараһаң, йөк атына оҡшап та китә. 1992 йылда тел ғилеме тауҙарының иң бейек нөктәһе яуланды булһа кәрәк. Ишмө­хәмәт Ғә­ләүетдинов “Башҡорт әҙәби теле тарихы (“XIX – XX быуат башы”) темаһына док­торлыҡ диссертацияһын уңыш­лы яҡ­ланы. Ғалимдың ғилем кре­доһы бөгөн, 300-ҙән ашыу мәҡәләһенән тыш, “Баш­ҡорт әҙәби теле тарихы очерктары” монографияһы (Мәскәү, 1989 йыл, авторҙаш­тары – Э. Ф. Иш­бирҙин, Р. Н. Ха­ли­ҡова, 3. Ғ. Ураҡсин), Тажетдин Ялсы­ғоловтың “Тарихнамә-и-бол­ғар” (Өфө, 1990; тулылан­ды­рылған 2-се баҫмаһы. Өфө, 1998; 3-сө баҫмаһы. Өфө, 2015) китабы, “Башҡорт әҙәби теле тарихы” (Өфө, 2008), “Балалар фольклоры” (ике томда, Өфө, 1994 – 1996) йыйынтыҡ­тары, “Башҡорт әҙәби теле тари­хы­ның ике быуаты” (Өфө, 2000) монографияһы, “Ғәрәп теле” (авторҙаш, Өфө, 1998) дәрес­леге һәм башҡа китап­тарҙа сағылыш таба.
Профессор И. Ғәләүет­ди­нов – үҙенең профессиональ эшмә­кәрлегенән тыш, башҡорт халҡы­ның ижад потенциалын күтәреүҙә, үҫтереү­ҙә һәм про­па­гандалауҙа ғәйәт әүҙем эшләгән шәхестәрҙең береһе. Уның туған халҡының мәшһүр йырҙарын ҡурайҙа баш­ҡа­ры­уы, ҡурай менән тарихи йыр­ҙар бөйөклөгөн пропагандалап төрлө илдәрҙә сығыш яһауы ла маҡтауға лайыҡ. Ғалим-педагогтың күп яҡлы йәмәғәт эшмәкәрлеге был өлкәлә Хө­күмәт тарафынан “Башҡортос­тандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” (1986), “Рәсәй Фе­дерация­һының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” (2005), “Рәсәй Федерацияһында юға­ры профессиональ белем би­реүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре” (2008) тигән маҡтаулы исем­дәр ме­нән баһаланды. Һабаҡта­шым­дың 1996 йылда Европаның цивилизация үҙәге Парижда халыҡ-ара “Эксполанг-96” күргәҙ­мәһендә сығыш яһап, башҡорт халҡының ғил­ми һәм мәҙәни кимәлен күр­һәтеүе беҙҙең өсөн ҙур ҡыуа­ныс һәм ғорурлыҡ булды.
Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов­тың төп фәнни эшмәкәрлеге башҡорт яҙма әҙәби теленең боронғо тамырҙарын юллау һәм тәрән ғилми нигеҙҙә уның тарихын асыҡлау менән бәй­ләнгән. Уның хеҙмәттәре баш­ҡорттарҙың милләткә тиклемге дәүерҙә Урал-Иҙел буйы төрки телендә яҙмаһы һәм әҙәбиәте булыуын бай сыға­наҡ­тар ниге­ҙендә раҫлай, “йәш яҙмалы тел” тигән ялған ҡа­рашты тө­бө-тамырынан юҡҡа сығара. Был фекерҙе фәнни яҡтан дә­лилләү өсөн уның етәксе­ле­гендә республика­быҙҙың һәм башҡорттар йәшәгән күрше өлкәләрҙең төрлө райондарында археографик экспедициялар ойошторола.
Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов төркиәт һәм шәрҡиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә йәш белгестәрҙе һәм ғалимдарҙы әҙерләүҙә иң әүҙем эш баш­ҡарған абруйлы шәхестәрҙән һаналды. Ул, Башҡорт дәүләт университетында Башҡорт тел ғилеме һәм этномәҙәни белем биреү кафедраһы мөдире ва­зи­фаһын башҡарып, коллегалары менән бергә туған теле­беҙ мөхитендә йәш кадр­ҙарҙы тәрбиәләүгә ҙур көс һалды.
Профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев хыялланған башҡорт әҙәби теле тарихын булдырыуҙа Ишмөхәмәт Ғил­метдин улының тос өлөшө бар. Ғалимдың етәксе­легендә республикабыҙҙың һәм баш­ҡорттар йәшәгән күрше өлкә­ләрҙең төрлө райондарына археографик экспедициялар ойошторолдо. Һөҙөмтәлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 6 мең дананан ашыу боронғо ҡулъ­яҙма һәм иҫке баҫма китаптарҙан тор­ған фонд булдырылды. Ошо бай мираҫ нигеҙендә ғалим­дары­быҙ тарафынан алты томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” һәм “Башҡорт әҙәби теленең тарихы” коллектив хеҙмәттәре баҫтырып сы­ғарылды. Был йәмәғәтселек алдында бөйөк ҡаҙаныш булды. Совет заманында һәр саҡ телгә алынған “башҡорттарҙың Бөйөк Октябрь революцияһына тиклем яҙмаһы ла, әҙәбиәте лә бул­маған” тигән ялған ҡараш төбө-тамырынан юҡҡа сыҡты.
Тел ғилеме, ғөмүмән, шәреҡ донъяһында И. Ғәләүетдинов үҙенең эшмәкәрлеге менән ҙур абруй ҡаҙанып өлгөргәйне. Ғүмере генә ҡыҫҡа булды. Иртә өҙөлдө. Шуныһы үке­несле. Һис тә ышанғы килмәй. Теп-тере килеш төштәргә керә, һаман күҙ алдында. Бына, киң ҡоласын йәйеп, йөҙөндә нур уйнатып, алсаҡ йылмайып, килеп ҡосаҡлар, күкрәгенә ҡы­ҫып, иңбашыңдан һелкетеп алыр, хәлеңде һорашыр, өйө­нә саҡырыр кеүек. Ҡолаҡ тө­бөндә уның зыңғырлатып кө­лөп ебәреүҙәре һаман яңғырай...
...Батты ламы ҡояшың?..
Һөйләшәһе һүҙебеҙ
Бөтмәне бит, ҡорҙашым!
Тотонам да ҡәләмгә,
Текәләмен ғаләмгә.
Инде мәңге юлыҡмам
Һиндәй ихлас әҙәмгә,
Ишмөхәмәт туғаным!
– тип күҙ йәштәре аша яҙа Мәү­лит Ямалетдин үҙенең “Юҡтау” исемле шиғырында. Йәнең йәннәттә булһын, Иш­мөхәмәт! Һинең изге рухың үҙең уйнаған “Сыңрау торна”­лар моңона үрелеп, кешеләр күңелен мәңге яҡтыртып торһон!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872