Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рәхмәттәрҙең дәрте - бәрәкәт
Рәхмәттәрҙең дәрте - бәрәкәт [b]Документтарҙа теркәлгән мәғлүмәткә ярашлы, быйыл Рәхмәт ауылы 260 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Бер нисә быуат аша тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, бәлки, тағы шул хәтлем арауыҡты өҫтәп тә булалыр. Ауылдың тарихы бай, белгәндән белмәгәндәребеҙ күберәк кеүек. [/b]

Күптән түгел үткән үҙенсәлекле сара ла йөкмәткеһе яғынан тарих менән тығыҙ бәйләнгән. Йырсы, композитор Зилә Лира менән Вәлит Мөхәмәтғәлин ауылда “Аралар ярышы”н ойошторҙо. Был сараны йәй буласаҡ ҙур һабантуй­ҙың башлан­ғысы тип нарыҡла­нылар.
“Аралар ярышы” ижади һәләт­ле сәхнә оҫталарын эҙләү, бер­ләштереү, милләт­тең мәҙәниәтен, үҙаңын үҫтереү, күсә­гилешле йо­ла­ларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тер­геҙеү һәм быуындан быуынға ми­раҫ итеп тапшырыу, рухи ҡиммәт­тәргә иғтибар бүлеү маҡсатында үткәрелде.
Республика кимәлендәге өлгө­лө милли, мәҙәни сараны уҙғарып, ойоштороу­сылар шаҡтай ҙур эш атҡарып сыҡты. Халыҡты милләт­тең тарихын ихтирам итергә, уны киләсәк быуындар өсөн һаҡларға, илде, телде үҫтереүгә өндәй улар.
Рәхмәттәрҙең дәрте - бәрәкәтЯрыш барышында һәр нәмәнең үҙ урынында булыуы, уйланып эшләнгән­ле­ге асыҡ сағылды. Бәйгенең положение­һына ярашлы, музыка ҡоралдарында уйнаусылар, йыр-бейеү, нәфис һүҙ оҫта­лары, иң яҡшы алып барыусылар, шулай уҡ театрлаштырылған тамаша, инс­трументаль ансамбль сығышы, сәхнә биҙәлеше йүнә­лешендәге махсус номинациялар ҡаралған.
Ауылда дүрт ара барлығы бил­дәләнде: торналар, ҡонайҙар, рәх­мәтовтар, лә­лим­дәр. Дүрт көн барышында һәр ара концерт ҡуйҙы, бишенсе көндә иһә иң уңышлы но­мерҙарҙан тамаша ойошторолдо.
Йәрәбә һалып, кемдең ҡасан сығыш яһауы раҫланғас, ауылда, ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығып болғағандай, йүгереш башланды. Дәрт-дарманға бай Рәхмәт халҡы кескенәләренә тиклем ҡайһы аранан икәнлеген асыҡланы, туған­лыҡ еп­тәрен барланы. Әйтергә кәрәк, һәр ара сәхнәнең үҙенсә­лекле биҙәлеше өсөн дә яуаплы булды. Шығырым тулы тамаша залында сығыш яһағандарҙың иң йәшенә – өс, иң олоһона 88 йәш ине. Һәр сығыш дәррәү алҡыштар менән оҙатылды. Араларҙың килеп сығыу тарихы һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы, фәһемле яңғыраны. Торналарҙыҡы, мәҫәлән, была­йыраҡ бәйән ителде.
– Бер легендаға ярашлы, башҡорттар бәшнәктәр менән алыш мәлендә еңелә башлай, сигенәләр. Инде дошман баш­ҡорттарҙы ҡырып бөтөп барам тип, бар көсөн йыйып, һуңғы һөжүмгә ынтылғанда, арттараҡ ятҡан күл буйынан торналар бик көслө сыңрау тауыш менән күккә күтәрелә. Һөҙөмтәлә бәшнәктәр, алышсы­ларҙың яңы көстәре хасил булды, тип уйлап, ҡайтыу яғына боролалар. Шул ва­ҡыттан баш­ҡорт­тарҙы ҡотҡарып ҡалғаны өсөн торна изге ҡош һанала, уға арнап йырҙар ижад ителә, һаҡсыл ҡараш йәшәй, – тине иң яҡшы алып барыусыларҙың береһе Миңзәлә Солтанова.
Икенсе легенда шуны асыҡлай: борон торналар, сыңрау тауышы сығарып, яу килерен алдан иҫ­кәрткән. Таң менән атҡа барған батыр ғәжәп моңло тауыш ишетеп аптырап ҡала. Түҙмәй килеп ҡараһа, аҡланда торналар түңәрәк яһап уйнай икән. Урталарында – яңғыҙ торна… Ярыш мәлендә сәхнәлә ошо күренеште сағы­дырған хозур тамаша ҡуйылды.
Иң оло инәй Нурлығаян Мансурова матур итеп шиғыр уҡып ишеттерһә, һикһәнде ҡыуған Баныу Шакирова – йырлап, Өммө­гөлсөм Әхмәҙиева йырлап та, бейеп тә таң ҡалдырҙы. Ғөмүмән, “Аралар ярышы”н мөғжизәгә тиң­ләү ҙә яҙыҡ булмаҫ, сөнки унда ҡатнашырға, сығыш яһарға тип Рәхмәт ауылынан сыҡҡан, әле республиканың төрлө тарафтарында көн күргән бихисап кеше йыйылды.
Торналар концерт ҡуйыр көндә буран сығып, юлдарға көрт һалһа ла, ҡан-ҡәрҙәштәр әмәлен табып, дәрт-дарманды һүндермәй, сараға килеп етте. Республика йәштәре­нең һөйөүен яулап өлгөргән йәш йырсы Айнур Мансуровтың, Илсур Әғзәмовтың бәрхәт­тәй тауышы тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.
Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Салауат Хәйҙәров ағай менән Мөнирә Ишмырҙина йырлап бәхетле бала саҡ, гүзәл йәш­лек хәтирәләрен яңыртты, күҙ­ҙәрҙе йәш­кә тултырҙы. Әбйәлил райо­нының Теләш ауылынан Бәшә­ровтар ғаиләһе лә ижад ҡомары, һәләттәре менән хайран ҡалдырҙы.
– Концерттар барышында ярыш сәме кәмемәне, ҡатнашыу­сылар береһенән-береһе уҙҙырып сығыш яһаны. Һәр тамаша мәғә­нәле, бай йөкмәткеле булды. Берҙән, моңло йырсыларҙың күп булыуы таң ҡалдырһа, икенсенән, бейеүсе­ләрҙең оҫталығы, бихисап икәнлеге һоҡландыр­ҙы, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Зилә Мазһар ҡыҙы.
Һәр бер бейеү үҙенә хас сағыу һәм юғары оҫталыҡ менән баш­ҡарылды. “Бөрйән ҡыҙҙары”н ике ара һылыуҙары ла башҡарҙы, һәммәһе лә призлы урын яуланы, гала-концертта ла ҡатнашты.
“Өс туған” бейеүенең гран-приға лайыҡ булыуы бәхәсһеҙ. Бер туған ағалы-ҡус­тылы Нәсим менән Фә­һим Фәррәховтар, Денис Бәшәров оҫта, зауыҡлы итеп, профессиональ кимәлдә башҡарҙы уны.
“Аралар ярышы” барышында халыҡ үҙе ҡойған буҙа, бишбар­маҡ менән һый­ланды. Бар яҡлап та булдыҡлы рәхмәттәр баян, гармун, мандолина, гитара, ҡумыҙ, ҡурай кеүек музыка ҡоралдарында уйнаны, хатта уларҙың ҡулдарын­да ябай батмус та, ҡалаҡ та йәнең теләгән көйҙө сығара алды. Ә инде көнкүрештәге иң кәрәкле әйбер­ҙәрҙең береһе – целлофан тоҡ­сайҙың нисек һыҙғырғанын ишет­һәгеҙ… Рәхмәттәрҙең оҫта­лығына көнлә­шерлек. Барлыҡ араларҙың да гала-концертҡа сығып бергә уйнауҙары тотош бер оркестрға торошло булды. Бөгөн йыйынып, Башҡортостандың берәй ҡала­һына барып сығыш яһарлыҡ.
Еңеүселәр һәр аранан да тигеҙ бил­дәләнде. Барса ҡатнашыу­сыларға ла “Афарин!” тип әйтергә генә ҡала. Ике аҙналай дауам иткән, гөрләп үткән сара менән ауыл халҡының бер ҙә генә лә хушлашҡыһы килмәне. Тәьҫорат­тар, дәрт менән ташып торған йылы хәтирәләр оноторлоҡ түгел.
Клубҡа иртә таңдан килеп, репетициялар үткәреп, кәрәкле йыр-моң һайлап, һәр концертты фото-, видеотаҫмаға төшөрөп, мәғлү­мәт­тәрҙе “Бәйләнештә” сайтын­дағы “Рәхмәт ауылы клубы” төр­көмө аша халыҡҡа еткереп торалар. Зилә Лира “Зонтиклы ҡыҙ”, “Торналар” кеүек яңы бейеүҙәрҙе һалып өлгөрҙө.
Өфөнән ҡала Рәхмәт – икенсе үҙәк, тигән булам, шаяртып. Ҙур мәҙәниәт һа­райҙарында үткәрелә торған сараны ойош­торғандары өсөн Зилә Мазһар ҡыҙына һәм Вә­лит Марат улына оло рәхмәте­беҙҙе белдерәбеҙ. Бындай хозур сара – “Аралар ярышы” тарихта ғына ҡалмаһын, ә киләсәгебеҙ, рухи ҡиммәт­тәребеҙҙе һаҡлау өсөн ҙур башланғыс булһын ине.

[b]Гүзәл ҮТӘБАЕВА,
Рәхмәт ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы. [/
b]


Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә