[b]Документтарҙа теркәлгән мәғлүмәткә ярашлы, быйыл Рәхмәт ауылы 260 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Бер нисә быуат аша тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, бәлки, тағы шул хәтлем арауыҡты өҫтәп тә булалыр. Ауылдың тарихы бай, белгәндән белмәгәндәребеҙ күберәк кеүек. [/b]
Күптән түгел үткән үҙенсәлекле сара ла йөкмәткеһе яғынан тарих менән тығыҙ бәйләнгән. Йырсы, композитор Зилә Лира менән Вәлит Мөхәмәтғәлин ауылда “Аралар ярышы”н ойошторҙо. Был сараны йәй буласаҡ ҙур һабантуйҙың башланғысы тип нарыҡланылар.
“Аралар ярышы” ижади һәләтле сәхнә оҫталарын эҙләү, берләштереү, милләттең мәҙәниәтен, үҙаңын үҫтереү, күсәгилешле йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү һәм быуындан быуынға мираҫ итеп тапшырыу, рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү маҡсатында үткәрелде.
Республика кимәлендәге өлгөлө милли, мәҙәни сараны уҙғарып, ойоштороусылар шаҡтай ҙур эш атҡарып сыҡты. Халыҡты милләттең тарихын ихтирам итергә, уны киләсәк быуындар өсөн һаҡларға, илде, телде үҫтереүгә өндәй улар.
Ярыш барышында һәр нәмәнең үҙ урынында булыуы, уйланып эшләнгәнлеге асыҡ сағылды. Бәйгенең положениеһына ярашлы, музыка ҡоралдарында уйнаусылар, йыр-бейеү, нәфис һүҙ оҫталары, иң яҡшы алып барыусылар, шулай уҡ театрлаштырылған тамаша, инструменталь ансамбль сығышы, сәхнә биҙәлеше йүнәлешендәге махсус номинациялар ҡаралған.
Ауылда дүрт ара барлығы билдәләнде: торналар, ҡонайҙар, рәхмәтовтар, ләлимдәр. Дүрт көн барышында һәр ара концерт ҡуйҙы, бишенсе көндә иһә иң уңышлы номерҙарҙан тамаша ойошторолдо.
Йәрәбә һалып, кемдең ҡасан сығыш яһауы раҫланғас, ауылда, ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығып болғағандай, йүгереш башланды. Дәрт-дарманға бай Рәхмәт халҡы кескенәләренә тиклем ҡайһы аранан икәнлеген асыҡланы, туғанлыҡ ептәрен барланы. Әйтергә кәрәк, һәр ара сәхнәнең үҙенсәлекле биҙәлеше өсөн дә яуаплы булды. Шығырым тулы тамаша залында сығыш яһағандарҙың иң йәшенә – өс, иң олоһона 88 йәш ине. Һәр сығыш дәррәү алҡыштар менән оҙатылды. Араларҙың килеп сығыу тарихы һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы, фәһемле яңғыраны. Торналарҙыҡы, мәҫәлән, былайыраҡ бәйән ителде.
– Бер легендаға ярашлы, башҡорттар бәшнәктәр менән алыш мәлендә еңелә башлай, сигенәләр. Инде дошман башҡорттарҙы ҡырып бөтөп барам тип, бар көсөн йыйып, һуңғы һөжүмгә ынтылғанда, арттараҡ ятҡан күл буйынан торналар бик көслө сыңрау тауыш менән күккә күтәрелә. Һөҙөмтәлә бәшнәктәр, алышсыларҙың яңы көстәре хасил булды, тип уйлап, ҡайтыу яғына боролалар. Шул ваҡыттан башҡорттарҙы ҡотҡарып ҡалғаны өсөн торна изге ҡош һанала, уға арнап йырҙар ижад ителә, һаҡсыл ҡараш йәшәй, – тине иң яҡшы алып барыусыларҙың береһе Миңзәлә Солтанова.
Икенсе легенда шуны асыҡлай: борон торналар, сыңрау тауышы сығарып, яу килерен алдан иҫкәрткән. Таң менән атҡа барған батыр ғәжәп моңло тауыш ишетеп аптырап ҡала. Түҙмәй килеп ҡараһа, аҡланда торналар түңәрәк яһап уйнай икән. Урталарында – яңғыҙ торна… Ярыш мәлендә сәхнәлә ошо күренеште сағыдырған хозур тамаша ҡуйылды.
Иң оло инәй Нурлығаян Мансурова матур итеп шиғыр уҡып ишеттерһә, һикһәнде ҡыуған Баныу Шакирова – йырлап, Өммөгөлсөм Әхмәҙиева йырлап та, бейеп тә таң ҡалдырҙы. Ғөмүмән, “Аралар ярышы”н мөғжизәгә тиңләү ҙә яҙыҡ булмаҫ, сөнки унда ҡатнашырға, сығыш яһарға тип Рәхмәт ауылынан сыҡҡан, әле республиканың төрлө тарафтарында көн күргән бихисап кеше йыйылды.
Торналар концерт ҡуйыр көндә буран сығып, юлдарға көрт һалһа ла, ҡан-ҡәрҙәштәр әмәлен табып, дәрт-дарманды һүндермәй, сараға килеп етте. Республика йәштәренең һөйөүен яулап өлгөргән йәш йырсы Айнур Мансуровтың, Илсур Әғзәмовтың бәрхәттәй тауышы тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.
Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Салауат Хәйҙәров ағай менән Мөнирә Ишмырҙина йырлап бәхетле бала саҡ, гүзәл йәшлек хәтирәләрен яңыртты, күҙҙәрҙе йәшкә тултырҙы. Әбйәлил районының Теләш ауылынан Бәшәровтар ғаиләһе лә ижад ҡомары, һәләттәре менән хайран ҡалдырҙы.
– Концерттар барышында ярыш сәме кәмемәне, ҡатнашыусылар береһенән-береһе уҙҙырып сығыш яһаны. Һәр тамаша мәғәнәле, бай йөкмәткеле булды. Берҙән, моңло йырсыларҙың күп булыуы таң ҡалдырһа, икенсенән, бейеүселәрҙең оҫталығы, бихисап икәнлеге һоҡландырҙы, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Зилә Мазһар ҡыҙы.
Һәр бер бейеү үҙенә хас сағыу һәм юғары оҫталыҡ менән башҡарылды. “Бөрйән ҡыҙҙары”н ике ара һылыуҙары ла башҡарҙы, һәммәһе лә призлы урын яуланы, гала-концертта ла ҡатнашты.
“Өс туған” бейеүенең гран-приға лайыҡ булыуы бәхәсһеҙ. Бер туған ағалы-ҡустылы Нәсим менән Фәһим Фәррәховтар, Денис Бәшәров оҫта, зауыҡлы итеп, профессиональ кимәлдә башҡарҙы уны.
“Аралар ярышы” барышында халыҡ үҙе ҡойған буҙа, бишбармаҡ менән һыйланды. Бар яҡлап та булдыҡлы рәхмәттәр баян, гармун, мандолина, гитара, ҡумыҙ, ҡурай кеүек музыка ҡоралдарында уйнаны, хатта уларҙың ҡулдарында ябай батмус та, ҡалаҡ та йәнең теләгән көйҙө сығара алды. Ә инде көнкүрештәге иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе – целлофан тоҡсайҙың нисек һыҙғырғанын ишетһәгеҙ… Рәхмәттәрҙең оҫталығына көнләшерлек. Барлыҡ араларҙың да гала-концертҡа сығып бергә уйнауҙары тотош бер оркестрға торошло булды. Бөгөн йыйынып, Башҡортостандың берәй ҡалаһына барып сығыш яһарлыҡ.
Еңеүселәр һәр аранан да тигеҙ билдәләнде. Барса ҡатнашыусыларға ла “Афарин!” тип әйтергә генә ҡала. Ике аҙналай дауам иткән, гөрләп үткән сара менән ауыл халҡының бер ҙә генә лә хушлашҡыһы килмәне. Тәьҫораттар, дәрт менән ташып торған йылы хәтирәләр оноторлоҡ түгел.
Клубҡа иртә таңдан килеп, репетициялар үткәреп, кәрәкле йыр-моң һайлап, һәр концертты фото-, видеотаҫмаға төшөрөп, мәғлүмәттәрҙе “Бәйләнештә” сайтындағы “Рәхмәт ауылы клубы” төркөмө аша халыҡҡа еткереп торалар. Зилә Лира “Зонтиклы ҡыҙ”, “Торналар” кеүек яңы бейеүҙәрҙе һалып өлгөрҙө.
Өфөнән ҡала Рәхмәт – икенсе үҙәк, тигән булам, шаяртып. Ҙур мәҙәниәт һарайҙарында үткәрелә торған сараны ойошторғандары өсөн Зилә Мазһар ҡыҙына һәм Вәлит Марат улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бындай хозур сара – “Аралар ярышы” тарихта ғына ҡалмаһын, ә киләсәгебеҙ, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау өсөн ҙур башланғыс булһын ине.
[b]Гүзәл ҮТӘБАЕВА,
Рәхмәт ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы. [/
b]