Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дуҫлыҡ – берҙәмлектең әсәһе
Дуҫлыҡ – берҙәмлектең әсәһе – Науруз – яңы яҙ байрамы. Ә ҡайҙа яҙ, шунда гелән – мөхәббәт, ғүмер, бәхет, өмөттәр. Ҡояш, ниндәй милләттән булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, һәммәбеҙҙе лә тигеҙ йылыта, мөхәббәт менән бөтөнләй таныш булмағандарҙың йөрәгендә лә һөйөү сатҡылары тоҡандыра. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы бушҡа ғына Наурузды халыҡ-ара байрам тип атамаған. Милләттәрҙе генә түгел, тотош илдәрҙе берләштерә ул, – тип күркәм телмәр менән сәләмләне халыҡты Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина.

Баш ҡаланың йыр-моң бат­ша­лығына әүерелгән “Башҡорт­остан” дәүләт концерт залы яҙ килеүен, тәбиғәттең уяныуын тантана итергә килгән төрки халыҡтарҙың шат йөҙҙәренән, ҡояшлы йыл­майыу­ҙарынан балҡыны. Өфөлә – Науруз! Байрам ҡунаҡтарын Ишморат Ил­бәков ҡурай һыҙҙыртып ҡаршылаһа, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сә­ғитов һәм башҡалар тамашаның төплө рухлы нигеҙҙә ҡоролоуын дәлилләп һүҙ әйтте.
Төрки халыҡтар дуҫлығын ны­ғытыу маҡсатында үткәрелгән байрамды дәртле йырҙарһыҙ, бейеү­ҙәрһеҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Эстрадабыҙ йондоҙҙары Гөлсөм Бикбулатованың, Вилдан Яруллин­дың, “Арғымаҡ” этно-рок төркө­мө­нөң, Диана Ишния­зова­ның, Иҙрис Ғәзиевтең, Марсель Ҡотоевтың, Редик Ефремовтың сығыштары барышында күңелде халҡыбыҙҙың быуаттар буйы һаҡланған сал тарихы, туған телебеҙ өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо сорнаны.
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошма­һы илдәренән килгән сәхнә йон­доҙҙарының сығыштары ла бай­рамға йәм өҫтәне. Үзбәкс­тандың халыҡ артисы Мансур Ташматов, Ҡырғыҙстандан килгән Ҡорал Соҡоев, Тажикстандан Саадеи Буризод, Азербайжан ҡунағы Мәхмән Тагиев, Татарстандан Алина Шәрипйәнова менән Вадим Захаров тамашасыларҙы үҙ милләте, мәҙәниәте, халыҡ ижады менән таныштырҙы, тыуған яҡтарына сәйәхәт ҡылғандай байытты күңелдәрҙе.

Гөлсәсәк МӨХӘМӘТЙӘНОВА, Башҡортостан Мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе:
– Был сара республикабыҙҙа дуҫлыҡ мәҙәниәте барлығын тағы бер ҡат раҫланы. Сәхнәлә баш­ҡорт, урыҫ, татар һәм башҡа телдәрҙә сығыш яһау­ҙарын, һәр ҡунаҡтың һөйләгәнен, йырлағанын аңлау өсөн тәржемәсе кәрәк­мәүе лә иҫбатлай быны. Бөгөн Баш­ҡортостан мәктәптәрендә 14 туған тел өйрәнелә, алты телдә белем бирелә. Дуҫлыҡ, милләт-ара татыулыҡ һәм юғары мәҙәниәт беҙҙең барлыҡ эштә­ребеҙҙә лә һаҡланыр, тигән өмөттә ҡалам.

Гөлгөнә ЗӘЙНЕТДИНОВА, башланғыс кластар уҡытыусы:
– Концерттағы рухлы йырҙар, дәртле бейеүҙәр, ҡурай моңо кү­ңелде йыуатты һәм яҡты тәьҫо­раттар ҡалдырҙы. Эштән һуң бер матур ял булды. Әлбит­тә, бындай саралар кәрәк, сөнки улар халыҡҡа рухи аҙыҡ, көс, илһам өҫтәй. Ойош­тороу­сыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Мәхмәт ТАГИЕВ (йырсы):
– Байрам бик оҡшаны. Һәр нәмә юғары кимәлдә эшләнгән. Баш­ҡорт халҡы үҙенең ҡунаҡсыллығы, дәртлелеге менән хайран итте.

Редик ЕФРЕМОВ (йырсы):
– Яңы һулыш, яңы көн, яңы ғүмер байрамы – Науруҙ Мәскәү ҡала­һын­да йыл да үткәрелә. Һуңғы йыл­дарҙа уның Башҡорт­остан мәҙәниәтендә лә урын алыуы һөйөндөрә. Төрки халыҡ­тар артабан да татыу, күркәм йәшәһен тигән теләктә ҡалам.



Автор: Шәфҡәт ҒӘБИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә