– Науруз – яңы яҙ байрамы. Ә ҡайҙа яҙ, шунда гелән – мөхәббәт, ғүмер, бәхет, өмөттәр. Ҡояш, ниндәй милләттән булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, һәммәбеҙҙе лә тигеҙ йылыта, мөхәббәт менән бөтөнләй таныш булмағандарҙың йөрәгендә лә һөйөү сатҡылары тоҡандыра. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы бушҡа ғына Наурузды халыҡ-ара байрам тип атамаған. Милләттәрҙе генә түгел, тотош илдәрҙе берләштерә ул, – тип күркәм телмәр менән сәләмләне халыҡты Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина. Баш ҡаланың йыр-моң батшалығына әүерелгән “Башҡортостан” дәүләт концерт залы яҙ килеүен, тәбиғәттең уяныуын тантана итергә килгән төрки халыҡтарҙың шат йөҙҙәренән, ҡояшлы йылмайыуҙарынан балҡыны. Өфөлә – Науруз! Байрам ҡунаҡтарын Ишморат Илбәков ҡурай һыҙҙыртып ҡаршылаһа, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм башҡалар тамашаның төплө рухлы нигеҙҙә ҡоролоуын дәлилләп һүҙ әйтте.
Төрки халыҡтар дуҫлығын нығытыу маҡсатында үткәрелгән байрамды дәртле йырҙарһыҙ, бейеүҙәрһеҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Эстрадабыҙ йондоҙҙары Гөлсөм Бикбулатованың, Вилдан Яруллиндың, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң, Диана Ишниязованың, Иҙрис Ғәзиевтең, Марсель Ҡотоевтың, Редик Ефремовтың сығыштары барышында күңелде халҡыбыҙҙың быуаттар буйы һаҡланған сал тарихы, туған телебеҙ өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо сорнаны.
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренән килгән сәхнә йондоҙҙарының сығыштары ла байрамға йәм өҫтәне. Үзбәкстандың халыҡ артисы Мансур Ташматов, Ҡырғыҙстандан килгән Ҡорал Соҡоев, Тажикстандан Саадеи Буризод, Азербайжан ҡунағы Мәхмән Тагиев, Татарстандан Алина Шәрипйәнова менән Вадим Захаров тамашасыларҙы үҙ милләте, мәҙәниәте, халыҡ ижады менән таныштырҙы, тыуған яҡтарына сәйәхәт ҡылғандай байытты күңелдәрҙе.
Гөлсәсәк МӨХӘМӘТЙӘНОВА, Башҡортостан Мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе: – Был сара республикабыҙҙа дуҫлыҡ мәҙәниәте барлығын тағы бер ҡат раҫланы. Сәхнәлә башҡорт, урыҫ, татар һәм башҡа телдәрҙә сығыш яһауҙарын, һәр ҡунаҡтың һөйләгәнен, йырлағанын аңлау өсөн тәржемәсе кәрәкмәүе лә иҫбатлай быны. Бөгөн Башҡортостан мәктәптәрендә 14 туған тел өйрәнелә, алты телдә белем бирелә. Дуҫлыҡ, милләт-ара татыулыҡ һәм юғары мәҙәниәт беҙҙең барлыҡ эштәребеҙҙә лә һаҡланыр, тигән өмөттә ҡалам.
Гөлгөнә ЗӘЙНЕТДИНОВА, башланғыс кластар уҡытыусы: – Концерттағы рухлы йырҙар, дәртле бейеүҙәр, ҡурай моңо күңелде йыуатты һәм яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Эштән һуң бер матур ял булды. Әлбиттә, бындай саралар кәрәк, сөнки улар халыҡҡа рухи аҙыҡ, көс, илһам өҫтәй. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Мәхмәт ТАГИЕВ (йырсы): – Байрам бик оҡшаны. Һәр нәмә юғары кимәлдә эшләнгән. Башҡорт халҡы үҙенең ҡунаҡсыллығы, дәртлелеге менән хайран итте.
Редик ЕФРЕМОВ (йырсы): – Яңы һулыш, яңы көн, яңы ғүмер байрамы – Науруҙ Мәскәү ҡалаһында йыл да үткәрелә. Һуңғы йылдарҙа уның Башҡортостан мәҙәниәтендә лә урын алыуы һөйөндөрә. Төрки халыҡтар артабан да татыу, күркәм йәшәһен тигән теләктә ҡалам.