Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы
Яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы Халҡына намыҫлы хеҙмәт иткән кешеләр биҙәй еребеҙҙе. Шундай шәхестәрҙең береһе — Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән яҡташыбыҙ Ибраһим Рәхмәтуллин.

Ибраһим Ғәйзулла улы 1936 йылда Ейәнсура районының Ҡужабаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында башланғыс мәктәпте тамамлаған. Йәшләй генә атайһыҙ ҡалып, һуғыш осоронда һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа тормоштоң бөтә ҡыйынлыҡтарын күргән, Яңы Себенле ете йыллыҡ мәктәбенә йөрөп уҡыған. Артабан ҙур тырышлыҡ менән Үрген урта мәктәбен тамамлаған. Табип һөнәренә эйә булырға тигән изге хыялы уны Башҡорт дәүләт медицина институтына алып килгән. Институтты уңышлы тамамлағас, тырышлығын күргән уҡыу йорто етәкселеге йәш белгесте дөйөм хирургия кафедраһында эшкә ҡалдырған.
Ибраһим Ғәйзулла улының медицина хеҙмәткәре, ғалим булараҡ һәләттәре бына ошонда асылған да инде. Медицина фәндәре буйынса кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡлап, профессор дәрәжәһендә оҙаҡ йылдар медицина институтында эшләү менән бер рәттән, Ибраһим Ғәйзулла улы Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында хирургия бүлеген етәкләне. Юғары категориялы хирург булараҡ, үтә яуаплы, ҡатмарлы операциялар яһаны, меңәр­ләгән ауырыуҙы үлемдән алып ҡалды. Ҡан тамырҙары, боғаҡ (зоб) ауырыу­ҙарын дауалау буйынса үҙенең мәктәбен булдырып, иң күренекле хирургтарҙың береһе һаналды ул. Был өлкәлә үҙенең янына һәләтле йәштәрҙе лә ылыҡтыра белде. Мәҫәлән, шәкерттәренең береһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡа­ҙанған врачы, медицина фәндәре кандидаты Зиннур Мәүлетйән улы Собхан­ғолов уның эшен уңышлы дауам итә.
Ибраһим Рәхмәтуллин медицина университетының ҡабул итеү комис­сияһы рәйесе, яуаплы секретары вазифаларын башҡарғанда ауыл йәштәрен уҡыу йортона йәлеп итеүгә күп көс һалды. Уның ярҙамында республиканың көньяҡ райондарының күп милли йәштәре табип һөнәре алыуға өлгәште. Яҡташыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәте юғары баһаланды: ул “Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, “Башҡортостандың атҡаҙан­ған врачы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Ибраһим Ғәйзулла улы, тыуған яғының патриоты булараҡ, райо­ныбыҙҙың, республикабыҙҙың йәмәғәт эштәрендә ҙур яуаплылыҡ менән әүҙем ҡатнашты, Өфөлә бер нисә йыл Ейән­сура районы яҡташтар ойошмаһының рәйесе булып эшләне. Бөтә донъя башҡорттарының беренсе ҡоролтайы делегаты булды. Тыуған районы менән тығыҙ бәйләнеш тотто, кадрҙар әҙерләү, ауырыуҙарҙы республика клиникаларында дауалау йәһәтенән районыбыҙ халҡына күрһәткән ярҙамы ҙур булды. Ул яҡшы ир ҙә, хәстәрлекле атай ҙа ине. Ҡатыны Таңсулпан Төхвәт ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары Гүзәл менән Ғәлиә, улдары Салауат, юғары медицина белеме алып, атайҙарының юлын дауам итә. Гүзәл менән Салауат — медицина фәндәре кандидаттары.
Оҙаҡ йылдар яуаплы вазифалар баш­ҡарыу, йән-тәнде фиҙа ҡылып, көсөр­гәнешле эшләү, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, эҙһеҙ үтмәне. Билдәле ғалим 62 йәшендә генә мәрхүм булды. Көтмәгәндә фани донъяны ҡалдырып китеүселәр тура­һында халыҡта “һыуға төшөп юғалғандай булды” тиҙәр. Юҡ, ул юғалманы, матур эштәре, кешеләргә ҡарата яғымлы, йылы мөнәсәбәте, изгелеге менән үҙе тураһын­да яҡты иҫтәлектәр, нур ҡалдырып китте.

Рәшит ИҘРИСОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.




Район: Ейәнсура районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә