Халҡына намыҫлы хеҙмәт иткән кешеләр биҙәй еребеҙҙе. Шундай шәхестәрҙең береһе — Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән яҡташыбыҙ Ибраһим Рәхмәтуллин. Ибраһим Ғәйзулла улы 1936 йылда Ейәнсура районының Ҡужабаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында башланғыс мәктәпте тамамлаған. Йәшләй генә атайһыҙ ҡалып, һуғыш осоронда һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа тормоштоң бөтә ҡыйынлыҡтарын күргән, Яңы Себенле ете йыллыҡ мәктәбенә йөрөп уҡыған. Артабан ҙур тырышлыҡ менән Үрген урта мәктәбен тамамлаған. Табип һөнәренә эйә булырға тигән изге хыялы уны Башҡорт дәүләт медицина институтына алып килгән. Институтты уңышлы тамамлағас, тырышлығын күргән уҡыу йорто етәкселеге йәш белгесте дөйөм хирургия кафедраһында эшкә ҡалдырған.
Ибраһим Ғәйзулла улының медицина хеҙмәткәре, ғалим булараҡ һәләттәре бына ошонда асылған да инде. Медицина фәндәре буйынса кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡлап, профессор дәрәжәһендә оҙаҡ йылдар медицина институтында эшләү менән бер рәттән, Ибраһим Ғәйзулла улы Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында хирургия бүлеген етәкләне. Юғары категориялы хирург булараҡ, үтә яуаплы, ҡатмарлы операциялар яһаны, меңәрләгән ауырыуҙы үлемдән алып ҡалды. Ҡан тамырҙары, боғаҡ (зоб) ауырыуҙарын дауалау буйынса үҙенең мәктәбен булдырып, иң күренекле хирургтарҙың береһе һаналды ул. Был өлкәлә үҙенең янына һәләтле йәштәрҙе лә ылыҡтыра белде. Мәҫәлән, шәкерттәренең береһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған врачы, медицина фәндәре кандидаты Зиннур Мәүлетйән улы Собханғолов уның эшен уңышлы дауам итә.
Ибраһим Рәхмәтуллин медицина университетының ҡабул итеү комиссияһы рәйесе, яуаплы секретары вазифаларын башҡарғанда ауыл йәштәрен уҡыу йортона йәлеп итеүгә күп көс һалды. Уның ярҙамында республиканың көньяҡ райондарының күп милли йәштәре табип һөнәре алыуға өлгәште. Яҡташыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәте юғары баһаланды: ул “Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған врачы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Ибраһим Ғәйзулла улы, тыуған яғының патриоты булараҡ, районыбыҙҙың, республикабыҙҙың йәмәғәт эштәрендә ҙур яуаплылыҡ менән әүҙем ҡатнашты, Өфөлә бер нисә йыл Ейәнсура районы яҡташтар ойошмаһының рәйесе булып эшләне. Бөтә донъя башҡорттарының беренсе ҡоролтайы делегаты булды. Тыуған районы менән тығыҙ бәйләнеш тотто, кадрҙар әҙерләү, ауырыуҙарҙы республика клиникаларында дауалау йәһәтенән районыбыҙ халҡына күрһәткән ярҙамы ҙур булды. Ул яҡшы ир ҙә, хәстәрлекле атай ҙа ине. Ҡатыны Таңсулпан Төхвәт ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары Гүзәл менән Ғәлиә, улдары Салауат, юғары медицина белеме алып, атайҙарының юлын дауам итә. Гүзәл менән Салауат — медицина фәндәре кандидаттары.
Оҙаҡ йылдар яуаплы вазифалар башҡарыу, йән-тәнде фиҙа ҡылып, көсөргәнешле эшләү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эҙһеҙ үтмәне. Билдәле ғалим 62 йәшендә генә мәрхүм булды. Көтмәгәндә фани донъяны ҡалдырып китеүселәр тураһында халыҡта “һыуға төшөп юғалғандай булды” тиҙәр. Юҡ, ул юғалманы, матур эштәре, кешеләргә ҡарата яғымлы, йылы мөнәсәбәте, изгелеге менән үҙе тураһында яҡты иҫтәлектәр, нур ҡалдырып китте.
Рәшит ИҘРИСОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.