Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һуғыш балалары иркен һулыш аламы?
Һуғыш балаларының сафы һирәгәйгән һайын мин уларҙың яҙмышы хаҡында йышыраҡ уйланам. Моғайын, үҙем дә хәтәр йылда тыуғанғалыр. Шиғриәт донъяһына һуғыш йылында тыуған берҙән-бер шағирә булып килеп керҙем. Мине уратып алған талантлы шағирҙар үҙ туғандарым кеүек яҡын булды. Күңел яҡтылығы сағыу, туғанлыҡ тойғоһо көслө ине ул замандарҙа. Егерме йылдан ашыу журналист хеҙмәтен башҡарғанда миңә бөтә Башҡортостанды урап сығырға, йөҙәрләгән һуғыш балаһы менән осрашып мәҡәләләр яҙырға, тапшырыуҙар эшләргә насип итте.

Юғары намыҫ, илгә, хеҙмәткә тоғ­ролоҡ төп сифаттары ине һуғыш балаларының. Ҡыҙғаныс, үткән заманда һөйләргә тура килә, сөнки уларҙың күбеһе инде баҡыйлыҡҡа күсте. Һуғыш ветерандары ла һәм һуғыш балалары ла, хәҙерге ҡырағай ҡылыҡтарҙың айышына төшөнә алмайынса, һыҙланып китте. Ватан өсөн башын һалғандарҙың иҫтәлегенә, үткәндәренә, һирәк-мирәк ҡалған һуғыш балаларының яҙмышына төкөрөп ҡараусыларҙы мин үҙем дә аңлай алмайым. Бында майҙа йөҙөп, донъя гиҙеп, төрлө юлдар менән ябай халыҡтың аҡсаһын йолҡоп йәшәүсе әреғорт бәндәләрҙең, уғры байҙарҙың психологияһы бөтөнләй икенсе.
Күптән түгел Башҡортостан телеви­дениеһы аша журналист Азамат Моратовтың “Красная кнопка” тигән тапшырыуында “шиғриәт яңғыраш­лы” “ЖКХ жуликтары” хаҡында бик йәнле, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды. Мин хатта аптырабыраҡ та ҡуйҙым: бөгөн дә бар икән әле хаҡлыҡты һәм ябай халыҡты яҡлаусы ҡәләмле, ҡыйыу журналистар!
Бына был юлдарҙың авторына ла февраль айына коммуналь хеҙмәт өсөн түләү ҡағыҙы “7 мең һум” тигән һанды ялтыратып килеп төштө. Күп тә түгел – 7 мең! Ни бары аҙ ғына киҫелгән бер айлыҡ пенсия хаҡы! “ЖКХ жуликтары” тигән һүҙбәйләнештең лаҡапҡа әйләнеп барыуына бер ҙә аптырамайым.
Мин 40 йылдан ашыу йәшәгән иҫке “хрущевка”ға күптән түгел капиталь ремонт үткәрҙеләр. Был “шәп” ремонттан һуң миңә өс тапҡыр сантехник са­ҡырырға тура килде. Иң һуңғы 7 мең һумлыҡ “сюрприз” эҫе һәм һалҡын һыуға ҡуйҙырған иҫәпләү прибор­ҙа­рынан һуң булды. Ҡуйыу менән ике прибор ҙа шәп һалдат етеҙлеге менән 444 һандарын күрһәтә башланы. Мин был турала дөйөм иҫәп-хисап кас­саһына еткергәс, эләкте был һуғыш балаһына! Ҡара яу булып ябырылдылар! Минең артта сиратта тороусылар ауыҙ асып тыңланы! Аҙаҡтан үҙ-үҙемә былай тинем:
– Йөрөмә! Күпме ҡуйғандар, шунса түлә! Замана көслөләренә яҡшы ашарға, шәп йәшәргә, миллиондар туп­ларға кәрәк! Бында һиңә һуңғы һынығын бүлешергә әҙер тороусы һуғыш балалары, хаҡлыҡты яҡлаусы элекке яҙыусылар ҙа юҡ!
Ләкин был монолог мине тынысландырманы, фатир өсөн көс етмәҫлек хаҡтар түләгән ветерандарҙың аһ-зарҙары иҫкә төштө. Ә ҡулға ҡәләм алыр алдынан француз ғалимы Пьер Буастың түбәндәге юлдары күңелде ҡырып үтте: “Аҡса ярҙамында бөтәһен дә эшләп була тип уйлаған кешеләр үҙҙәре аҡса өсөн теләһә ниндәй юлға баҫырға әҙер”.
“Башҡортостан” гәзите уҡыусы­ларына “илаһи кисерештәр” менән яҙылған шиғырымды тәҡдим итәм:

Егәрле һандар

Йорт идаралығында
Ҡуштылар ипләп кенә:
“Һыуҙы иҫәпләү приборын
Ҡуйырға кәрәк һиңә!

Күңелле лә, уңайлы ла
Булыр һиңә шул ҡәҙәр.
Уңырһың, ошо приборҙы
Ҡуйҙырып алһаң әгәр!”

Йәһәт ҡуйҙырттым приборҙы –
Түңәрәк, матур ғына.
Төҫ кенәһе селт ҡыҙылдан,
Күҙ яуын алып тора!

Бер аҙҙан һуң күҙ һалғайным…
– Ни булды? – тиеп һора.
Һандар, бравый һалдат һымаҡ,
Бейешеп кенә тора!

Аһ, был приборҙың һандары
Егәрле лә бигерәк!
Уңдым! Һыу хаҡын түләнем
Өс тапҡырға күберәк!

Идарала баш ҡағалар:
– Дөп-дөрөҫ! Шулай кәрәк!



Автор: Әнисә ТАҺИРОВА, шағирә.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә