Һуғыш балалары иркен һулыш аламы?29.03.2016
Һуғыш балаларының сафы һирәгәйгән һайын мин уларҙың яҙмышы хаҡында йышыраҡ уйланам. Моғайын, үҙем дә хәтәр йылда тыуғанғалыр. Шиғриәт донъяһына һуғыш йылында тыуған берҙән-бер шағирә булып килеп керҙем. Мине уратып алған талантлы шағирҙар үҙ туғандарым кеүек яҡын булды. Күңел яҡтылығы сағыу, туғанлыҡ тойғоһо көслө ине ул замандарҙа. Егерме йылдан ашыу журналист хеҙмәтен башҡарғанда миңә бөтә Башҡортостанды урап сығырға, йөҙәрләгән һуғыш балаһы менән осрашып мәҡәләләр яҙырға, тапшырыуҙар эшләргә насип итте.
Юғары намыҫ, илгә, хеҙмәткә тоғролоҡ төп сифаттары ине һуғыш балаларының. Ҡыҙғаныс, үткән заманда һөйләргә тура килә, сөнки уларҙың күбеһе инде баҡыйлыҡҡа күсте. Һуғыш ветерандары ла һәм һуғыш балалары ла, хәҙерге ҡырағай ҡылыҡтарҙың айышына төшөнә алмайынса, һыҙланып китте. Ватан өсөн башын һалғандарҙың иҫтәлегенә, үткәндәренә, һирәк-мирәк ҡалған һуғыш балаларының яҙмышына төкөрөп ҡараусыларҙы мин үҙем дә аңлай алмайым. Бында майҙа йөҙөп, донъя гиҙеп, төрлө юлдар менән ябай халыҡтың аҡсаһын йолҡоп йәшәүсе әреғорт бәндәләрҙең, уғры байҙарҙың психологияһы бөтөнләй икенсе.
Күптән түгел Башҡортостан телевидениеһы аша журналист Азамат Моратовтың “Красная кнопка” тигән тапшырыуында “шиғриәт яңғырашлы” “ЖКХ жуликтары” хаҡында бик йәнле, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды. Мин хатта аптырабыраҡ та ҡуйҙым: бөгөн дә бар икән әле хаҡлыҡты һәм ябай халыҡты яҡлаусы ҡәләмле, ҡыйыу журналистар!
Бына был юлдарҙың авторына ла февраль айына коммуналь хеҙмәт өсөн түләү ҡағыҙы “7 мең һум” тигән һанды ялтыратып килеп төштө. Күп тә түгел – 7 мең! Ни бары аҙ ғына киҫелгән бер айлыҡ пенсия хаҡы! “ЖКХ жуликтары” тигән һүҙбәйләнештең лаҡапҡа әйләнеп барыуына бер ҙә аптырамайым.
Мин 40 йылдан ашыу йәшәгән иҫке “хрущевка”ға күптән түгел капиталь ремонт үткәрҙеләр. Был “шәп” ремонттан һуң миңә өс тапҡыр сантехник саҡырырға тура килде. Иң һуңғы 7 мең һумлыҡ “сюрприз” эҫе һәм һалҡын һыуға ҡуйҙырған иҫәпләү приборҙарынан һуң булды. Ҡуйыу менән ике прибор ҙа шәп һалдат етеҙлеге менән 444 һандарын күрһәтә башланы. Мин был турала дөйөм иҫәп-хисап кассаһына еткергәс, эләкте был һуғыш балаһына! Ҡара яу булып ябырылдылар! Минең артта сиратта тороусылар ауыҙ асып тыңланы! Аҙаҡтан үҙ-үҙемә былай тинем:
– Йөрөмә! Күпме ҡуйғандар, шунса түлә! Замана көслөләренә яҡшы ашарға, шәп йәшәргә, миллиондар тупларға кәрәк! Бында һиңә һуңғы һынығын бүлешергә әҙер тороусы һуғыш балалары, хаҡлыҡты яҡлаусы элекке яҙыусылар ҙа юҡ!
Ләкин был монолог мине тынысландырманы, фатир өсөн көс етмәҫлек хаҡтар түләгән ветерандарҙың аһ-зарҙары иҫкә төштө. Ә ҡулға ҡәләм алыр алдынан француз ғалимы Пьер Буастың түбәндәге юлдары күңелде ҡырып үтте: “Аҡса ярҙамында бөтәһен дә эшләп була тип уйлаған кешеләр үҙҙәре аҡса өсөн теләһә ниндәй юлға баҫырға әҙер”.
“Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына “илаһи кисерештәр” менән яҙылған шиғырымды тәҡдим итәм:
Егәрле һандар
Йорт идаралығында
Ҡуштылар ипләп кенә:
“Һыуҙы иҫәпләү приборын
Ҡуйырға кәрәк һиңә!
Күңелле лә, уңайлы ла
Булыр һиңә шул ҡәҙәр.
Уңырһың, ошо приборҙы
Ҡуйҙырып алһаң әгәр!”
Йәһәт ҡуйҙырттым приборҙы –
Түңәрәк, матур ғына.
Төҫ кенәһе селт ҡыҙылдан,
Күҙ яуын алып тора!
Бер аҙҙан һуң күҙ һалғайным…
– Ни булды? – тиеп һора.
Һандар, бравый һалдат һымаҡ,
Бейешеп кенә тора!
Аһ, был приборҙың һандары
Егәрле лә бигерәк!
Уңдым! Һыу хаҡын түләнем
Өс тапҡырға күберәк!
Идарала баш ҡағалар:
– Дөп-дөрөҫ! Шулай кәрәк!