Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нур һибәләр һәр йөрәккә
Нур һибәләр һәр йөрәккә Рәхмәт ауылы мәҙәниәт усағында эшләгән “Йәйғор” ансамбле тураһында яҙырға булғас, туҡтап ҡалдым. Кемдән башларға һуң: бейеп-йырлап йөрөгән апайҙарҙанмы, әллә етәкселәренәнме? Ни өсөн тигәндә, улар береһенән-береһе уңған, һоҡланғыстар. Етәкселәре Вәлит Мөхәмәтғәлин, бер йыл тирәһе элек ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштереп, “Йәйғор” фольклор төркөмөн ойошторҙо. Исемдәре есемдәренә тап килеп тора – килешле башҡорт күлдәктәрен кейеп, биҙәүестәрен тағып, түшелдеректәрен элеп, ҡашмауҙарын баштарына һалһалар, күҙ алдында йәйғор балҡый, гүйә.

Ысынлап та, ямғырҙан һуң донъя таҙарынып, ҡояш нурҙары ергә һи­белһә, зәңгәр күктә мөғжизәле күренеш пәйҙә була. Ауылыбыҙҙағы был апай­ҙар ҙа, төрлө төҫтәрҙән үрелгән йәй­ғорҙай, күңелдәрҙе нурландырып, күҙҙәрҙе ҡамаштырып тора. Итәғәтле, инсафлы, изге күңелле апайҙарҙы бар халыҡ ихтирам итә.
Эшмәкәрлектәренә йыл да тулма­ған, шулай ҙа бай йөкмәткеле, матур репертуар тупланып өлгөргән. Милли мәҙәниәтте үҫтереү, башҡорт теленә һөйөү уятыу, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен быуындан быуынға тапшырыу, йәштәрҙе рухлы, иманлы итеп тәрбиәләү маҡсаты менән ижад иткән “Йәйғор”ҙа йыр-бейеү ҙә, инсценировкалар ҙа, мөнәжәттәр ҙә байтаҡ. Апайҙар эҙләнеүҙе, яңы мәғлүмәт өй­рәнеүҙе лә ситтә ҡалдырмай. Уларҙың күбеһе – ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы. Араларында ветерандар, ағинәйҙәр советтары ағзалары ла бар. Ауылда йәшәгәс, “Йәйғор”ҙарҙың эшен һанап бөтөрөрлөк түгел: ғаилә, мал-тыуар, бесән, баҡса, аш-һыуын да яраштырып өлгөрөргә кәрәк. Әммә зирәк апайҙар һәр ерҙә лә алдынғы. Йәмәғәт эштә­ренән, ауыл Советында, район кимә­лендә үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмайҙар.
Рәхмәт ауылы ҡыҙы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙә­генең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова ошо ансамблде ойоштороуға оло фатихаһын биргәйне. Ул төҙөткән “Аҡ мәсет”тәге мәртәбәле саралар, байрам намаҙҙары, башҡа күренештәр, әлбиттә, “Йәйғор”ҙоң сағыу ижады менән биҙәлә.
Мәктәпте генә түгел, балалар баҡ­саһы тәрбиәләнеүселәрен дә үҙ иғти­барына алған апайҙарыбыҙ. Байрам­дарҙа кескәйҙәр өсөн фәһемле әкиәт­тәр сәхнәләштерәләр, уларҙы күстәнәс менән һыйлайҙар.
“Йәйғор” төркөмөнөң репертуарында урын алған “Самауыр”, “Ҡымыҙсылар”, “Уңған ҡәйнә” бейеүҙәрен халыҡ яратып өлгөргән, һәр сығыштары ал­ҡыштарға күмелә. Һуңғыһында иң оло бейеүселәре Нәғимә Ямалова, ҡәйнә ролен бик оҫта башҡарып, тамашасы ихтирамын яулаған. Вәлит Марат улы хис-тойғоларҙы һалып ихлас күңелдән бейергә генә түгел, сәхнәлә йәшәргә, кисерештәрҙе сағылдыра белергә лә өйрәтә.
Байым мәҙәниәт йортонда ойош­то­ролған “Йолаларҙа – тарих һәм киләсәк” конкурсында “Бала ауыҙ­ландырыу” йолаһын сәхнәләштереп тә, милләт бишеген тирбәтеүсе өләсәйҙәрҙең “Аҡ инәйем әйткәне” исемле ярышында ла гран-приға лайыҡ булды “Йәйғор”ҙар.
Әйткәндәй, төркөмдөң сығыш­та­рында ир-егеттәрҙән Илшат Ғаззалов, Исрафил Йәнсәйетов, Ират Абдуллин, Рәжәп, Риф Мәсәлимовтар ҙа әүҙем ҡатнаша.





Автор: Г. РӘХИМЙӘНОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә