Рәхмәт ауылы мәҙәниәт усағында эшләгән “Йәйғор” ансамбле тураһында яҙырға булғас, туҡтап ҡалдым. Кемдән башларға һуң: бейеп-йырлап йөрөгән апайҙарҙанмы, әллә етәкселәренәнме? Ни өсөн тигәндә, улар береһенән-береһе уңған, һоҡланғыстар. Етәкселәре Вәлит Мөхәмәтғәлин, бер йыл тирәһе элек ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштереп, “Йәйғор” фольклор төркөмөн ойошторҙо. Исемдәре есемдәренә тап килеп тора – килешле башҡорт күлдәктәрен кейеп, биҙәүестәрен тағып, түшелдеректәрен элеп, ҡашмауҙарын баштарына һалһалар, күҙ алдында йәйғор балҡый, гүйә.Ысынлап та, ямғырҙан һуң донъя таҙарынып, ҡояш нурҙары ергә һибелһә, зәңгәр күктә мөғжизәле күренеш пәйҙә була. Ауылыбыҙҙағы был апайҙар ҙа, төрлө төҫтәрҙән үрелгән йәйғорҙай, күңелдәрҙе нурландырып, күҙҙәрҙе ҡамаштырып тора. Итәғәтле, инсафлы, изге күңелле апайҙарҙы бар халыҡ ихтирам итә.
Эшмәкәрлектәренә йыл да тулмаған, шулай ҙа бай йөкмәткеле, матур репертуар тупланып өлгөргән. Милли мәҙәниәтте үҫтереү, башҡорт теленә һөйөү уятыу, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен быуындан быуынға тапшырыу, йәштәрҙе рухлы, иманлы итеп тәрбиәләү маҡсаты менән ижад иткән “Йәйғор”ҙа йыр-бейеү ҙә, инсценировкалар ҙа, мөнәжәттәр ҙә байтаҡ. Апайҙар эҙләнеүҙе, яңы мәғлүмәт өйрәнеүҙе лә ситтә ҡалдырмай. Уларҙың күбеһе – ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы. Араларында ветерандар, ағинәйҙәр советтары ағзалары ла бар. Ауылда йәшәгәс, “Йәйғор”ҙарҙың эшен һанап бөтөрөрлөк түгел: ғаилә, мал-тыуар, бесән, баҡса, аш-һыуын да яраштырып өлгөрөргә кәрәк. Әммә зирәк апайҙар һәр ерҙә лә алдынғы. Йәмәғәт эштәренән, ауыл Советында, район кимәлендә үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмайҙар.
Рәхмәт ауылы ҡыҙы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова ошо ансамблде ойоштороуға оло фатихаһын биргәйне. Ул төҙөткән “Аҡ мәсет”тәге мәртәбәле саралар, байрам намаҙҙары, башҡа күренештәр, әлбиттә, “Йәйғор”ҙоң сағыу ижады менән биҙәлә.
Мәктәпте генә түгел, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен дә үҙ иғтибарына алған апайҙарыбыҙ. Байрамдарҙа кескәйҙәр өсөн фәһемле әкиәттәр сәхнәләштерәләр, уларҙы күстәнәс менән һыйлайҙар.
“Йәйғор” төркөмөнөң репертуарында урын алған “Самауыр”, “Ҡымыҙсылар”, “Уңған ҡәйнә” бейеүҙәрен халыҡ яратып өлгөргән, һәр сығыштары алҡыштарға күмелә. Һуңғыһында иң оло бейеүселәре Нәғимә Ямалова, ҡәйнә ролен бик оҫта башҡарып, тамашасы ихтирамын яулаған. Вәлит Марат улы хис-тойғоларҙы һалып ихлас күңелдән бейергә генә түгел, сәхнәлә йәшәргә, кисерештәрҙе сағылдыра белергә лә өйрәтә.
Байым мәҙәниәт йортонда ойошторолған “Йолаларҙа – тарих һәм киләсәк” конкурсында “Бала ауыҙландырыу” йолаһын сәхнәләштереп тә, милләт бишеген тирбәтеүсе өләсәйҙәрҙең “Аҡ инәйем әйткәне” исемле ярышында ла гран-приға лайыҡ булды “Йәйғор”ҙар.
Әйткәндәй, төркөмдөң сығыштарында ир-егеттәрҙән Илшат Ғаззалов, Исрафил Йәнсәйетов, Ират Абдуллин, Рәжәп, Риф Мәсәлимовтар ҙа әүҙем ҡатнаша.