Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зифҡәт Сәйетғәлиев: “Нығынабыҙ. Берләшергә генә ҡалды”
Зифҡәт Сәйетғәлиев: “Нығынабыҙ.  Берләшергә генә ҡалды” “Фермер” тигән һүҙҙе ишетеү менән һөргән, сәскән, урған, аҫраған, һауған кешеләр күҙ алдына баҫа. Эш кешеләре. Улар йылдың бер көнөндә лә тик ятмай, иртәнән алып кискәсә хужалығындағы бөтмәҫ мәшәҡәттәр менән мәшғүл. Малдарының, баҫыуҙарының именлегенән бигерәк үҙҙәре кеүек үк кендеге ергә береккән ауыл хеҙмәтсәндәренең мәнфәғәтен, ошо төбәктең яҡты киләсәген уйлайҙар. Күптәренә яҡташтары нисәмә йыл инде, берҙән-бер таяныстай күреп, күҙ төбәп кенә тора...
Ә фермерҙарҙың үҙҙәренә таяныс бармы бөгөн? Был турала Башҡортостандың Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр берләшмәһе рәйесе, иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиевтән һораштыҡ.



– Зифҡәт Ислам улы, бөгөн республикала нисә фермер бар? Уларҙың эшен һөҙөмтәле тип баһалап буламы?
– Әлбиттә, файҙалары ҙур! Улар тарафынан тармаҡтағы тулайым продукцияның 10 проценттан ашыуы тәьмин ителә, йәғни йыл һайын 12 миллиард һумлыҡ тауар эшләп сығарыла. Игендең – 20, шәкәр сөгөлдөрөнөң һәм йәшелсәнең – 15, һөт менән иттең 10 проценты – фәҡәт фермерҙарыбыҙҙың тырыш­лығы һөҙөмтәһе. Һуңғы осорҙа улар үҙҙәрен ҡулынан эш килерлек, киләсәге өмөтлө ер кешеләре итеп танытты.
Әле республикала ауыл хужа­лығы тауарҙары етештереүсе 6 мең самаһы КФХ һәм шәхси эшҡыуар теркәлгән, шул иҫәптән 4 меңдән ашы­уы үҙ тармағында һәйбәт һө­ҙөмтәгә өлгәшә. Фермерҙар һаны­ның Башҡортостанда йыл да 250 – 300 берәмеккә артып барыуына иғтибар итегеҙ. Эйе, ишәйәләр, кәмемәйҙәр. Иң ғәжәбе һәм ҡы­уаныслыһы – бер ваҡытта ла етештереү күрһәткес­тәре түбән төшмәй. Был дәүләт ярҙамының күләменә лә, баҙарҙағы ихтыяжға ла, йәмғиәттәге аңдың үҙгәреүенә лә бәйле.
Иҡтисади шарттарҙың ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, илдә ауыл йүнселдәрен хәстәрләүсе программалар туҡтаманы, ҡайһы берҙәре буйынса хатта гранттар һәм субсидиялар күләме артты. Былтыр ғына ла төбәктәге фермер хужа­лыҡтарына төрлө йүнәлештәр буйынса 1 миллиард 11 миллион һум­лыҡ дәүләт ярҙамы бүленгәйне.
– Ауыл хужалығы тауары етештереүселәр өсөн “Яңы эш башлаған фермер” һәм “Ғаилә малсылыҡ фермаларына ярҙам” программалары бик ҡулай булып тойола...
– 2012 – 2015 йылдарҙа был ике программаны үтәүгә республикала 890 миллион һум бүленгәйне, унан 505 фермер (кәсепкә әле генә тотонған 338 йүнсел һәм 167 ғаилә фермаһы) файҙа күрҙе. Былтыр грант рәүешендәге дәүләт ярҙамы йылдағынан күберәк булды һәм 360 миллион һумдан ашып китте, уны яңы эш башлаған 129 фермер һәм 68 ғаилә малсылыҡ фермаһы алды. Быйыл был программаларҙың икеһе лә дауам итәсәк.
Дөйөм алғанда, үҫемлекселек һәм малсылыҡ йүнәлештәрен дәрт­ләндереү саралары һаҡлана: мәҫә­лән, техника һатып алыуға сығым­дарҙың бер өлөшө ҡайтарыла, кредит буйынса процент ставкалары ҡаплана, һөткә, минераль ашламаға субсидия бирелә, һарыҡ үрсетеү­селәргә ярҙам күрһәтелә һ.б. Быйыл Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министр­лығы менән Башҡортостан Хөкү­мәте араһында агросәнәғәт комплексын финанслау тураһында килешеү төҙөлдө, шуның нигеҙендә тармаҡҡа 2 миллиард һум самаһы аҡса бүленергә тейеш: федераль ҡаҙнанан – 1 миллиард 780 миллион, төбәк бюджетынан – 215 миллион һум. Бынан тыш, республика иҫәбенән 703 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡаралған: минераль ашламаға сығымдарҙы ҡаплау өсөн – 313, техника алыусыларға субсидия рәүешендә – 150, “500 ферма” программаһын дауам итеүгә 240 миллион һум. Фермерҙарыбыҙ ундай мөмкинлек­тәрҙе киң файҙалана.
– Аҡсаның нисек тотонолоуы тикшереләме һуң?
– Эйе. 2014 йылда дәүләт ярҙа­мына ҡараш бер аҙ үҙгәртелде: ауыл хужалығы тауары етеште­реүселәргә субсидия махсус киле­шеү төҙөгәндән һуң ғына тапшырыла, шуға ярашлы улар аҙаҡ һө­ҙөмтәлелек күрһәткестәре хаҡында мәғлүмәт бирергә тейеш. Шарт үтәлмәгән хәлдә фермерға алған аҡсаһының бер өлөшөн кире ҡай­тарырға тура киләсәк. Ғөмүмән, дәү­ләт хәҙер субсидия һәм гранттарҙы уңлы-һуллы өләшергә ашыҡмай, йыллыҡ отчеттар буйынса һорау ҡаты. Шулай уҡ ярҙам алыу өсөн “ауыл хужалығы тауары етеш­тереүсе” тигән статусыңды раҫларға кәрәк, уныһы бухгалтер отчеттарына ҡарата яуаплылыҡ талап итә.
– Фермерҙар өсөн дәүләт ярҙамы алыу шарттарына ҡағы­лышлы тағы ниндәй яңы­лыҡ­тарҙы атар инегеҙ?
– Ауыл хужалығын финанс­лау­ҙың төп сығанағы – үҫемлекселек өлкәһендә бәйле булмаған ярҙам, йәғни гектарына ҡарап субсидиялау. Был маҡсатҡа, әйткәндәй, быйыл 874 миллион һум тотоноу ҡаралған: федераль бюджеттан – 793, төбәк ҡаҙнаһынан 81 миллион һум. Былтырҙан алып ундай субсидияны ергә хоҡуҡ хаҡында документтарһыҙ юллап булмай. Өҫтәүенә бәйле булмаған ярҙамдан файҙаланыуҙың мөһим бер шарты – кондициялы орлоҡтоң барлыҡ сәсеүлектәргә етерлек тупланғанын дәлилләүсе документ килтереү.
Бәйле булмаған ярҙам субси­дияһы быйылдан уңыш күләменә ҡарап бирелә: 2015 йылда иген культураларын үҙенең тәбиғәт-климат зонаһындағы уртаса күрһәт­кес­тән күберәк йыйып алған хужа­лыҡтар өсөн 25 процентҡа юғары­раҡ ставка билдәләнә. Миҫал рәүе­шендә ҡарағанда, әгәр былтыр “Красная Башкирия” ауыл хужалығы етештереү кооперативында гектарына 23,2 центнер иген тура килде икән, был Көньяҡ Уралдағы уртаса уңыштан (15,03 ц/га) шаҡтай күбе­рәк, шуға уға һәр гектар өсөн 350 һум урынына 437 һум субсидия тейеш. Бынан тыш, республиканың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көн­сығыш райондарына ҡарата арттырыу коэффициенты (1,15) ҡул­ланыла.
Быйыл яңы ауыл хужалығы тех­никаһы һатып алыуға сығымдарҙы ҡаплауға ҡараш та үҙгәрҙе. Ауыл хужалығы министрлығында был турала ғаризаларҙы махсус комиссия тикшерә. Шарттары түбәндәгесә: беренсеһе – ауыл хужалығы етеш­тереүендәге рентабеллелек 11 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш; икен­сеһе – субсидияланған техни­каның номенклатураһына яраш­лы­лыҡ. Тағы шуныһына иғтибар итегеҙ: әгәр ауыл йүнселе сығымдарын дәүләт иҫәбенә ҡаплатам тиһә, һәр 200 гектар сәсеүлек өсөн – бер тракторҙан, һәр 250 гектар иген һәм ҡуҙаҡлылар баҫыуы өсөн бер комбайндан артыҡ тура килмәүе мөһим.
Һөттө субсидиялауға быйыл ил һәм төбәк бюджеттарынан 684,8 миллион һум бүленә. Бынан ары һауып һатылған юғары һәм беренсе сортлы һыйыр ағының хаҡын көйләү уҙған йыл йомғаҡтары буйынса малдың продуктлылығына ҡарап тормошҡа ашырыласаҡ. Мәҫәлән, һәр һыйырҙан йыллыҡ уртаса һауым 4 мең килограмға тиклем булғанда – 0,5, 6 меңгәсә килограмм тәшкил иткәндә – 1, 6 меңдән арт­ҡанда 1,5 ставкаһы ҡулланыла. Малсылыҡ тармағында мәшғүлдәр өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Ғәҙәттә, юғары күрһәткестәргә өлгәшеүсе хужалыҡтарҙың һөт етештереүгә сығымы ҙурыраҡ була, шуға став­каларҙың төрлөлөгөнә ғәжәплән­мәһендәр.
– Тағы ниндәй маҡсатта ярҙам алып була фермерҙарға?
– Агросәнәғәт объекттарын төҙөүгә һәм яңыртыуға туранан-тура бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау тәртибенә килгәндә, ауыл хужалығы тауары етештереү­селәр йәшелсә-емеш һаҡлағыстар, теплицалар, һөтсөлөк фермалары, малсылыҡ йүнәлешендәге селекция-генетика, үҫемлекселек тарма­ғы өсөн селекция-орлоҡ үҙәктәре, күмәртә-бүлеү комплекстары өсөн финанс ярҙамына иҫәп тота ала. Кредит буйынса процент ставкаларын ҡаплау ҙа – фермерҙарға ярҙамдың һөҙөмтәле сараһы. Был маҡсатҡа әле ил һәм республика бюджеттарынан 2 миллиард 836 миллион һум, йәғни былтырғынан яҡынса 300 миллион һумға күберәк аҡса тотоноу күҙаллана.
– Ил Хөкүмәтендәге бер кә­ңәш­мәлә: “Көнбайыш беҙгә иҡти­сади санкциялар менән яна­ғанда фермерҙарҙың һаны 35-40 про­центҡа артырға тейеш!” – тип әйтеүселәр булғайны. Был мөмкинме?
– Шулай тип әйтәләр ҙә ул... Тик таяҡ ике башлы бит әле: сит илдәр менән хеҙмәттәшлектең өҙөлөүе, валюта курсының үҙгәреүе арҡа­һында тармаҡ хужалыҡтары өсөн ауырлыҡтар ҙа артты. Мәҫәлән, техника һәм ҡорамалдар ҡиммәт­ләнде, кредит алыу йәһәтенән хәл ҡатмарлашты. Хәйер, уның зыяны шаҡтай ҙур тип тә булмайҙыр.
Бер етди мәсьәләгә иғтибар итәйек: етештереүсе менән һатып алыусы араһындағы фекерҙәр ҡапма-ҡаршылығы ул. Фермер нисек тә булһа ҡиммәткә һатырға теләй, ә халыҡ арзанға һорай. Эш теләктә генә түгел, мөмкинлектәрҙә лә. Ауыл етештереүсеһе тауарының хаҡын ныҡ төшөрөп, үҙенә күрәләтә зыян килтерә алмай ҙа инде. Һатып алыусы ла кеҫәһен ҡапшарға мәж­бүр. Әлбиттә, сит илдәрҙән инде­релгән аҙыҡ-түлек осһоҙ, тик уның сифаты беҙҙең фермерҙың тауары менән сағыштырырлыҡ түгел. Ғөмүмән, ауыл йүнселдәре ишәйһен өсөн, халыҡтың экологик яҡтан таҙа ризыҡҡа, үҙебеҙҙең етештереүсегә иғтибары, ихтирамы артырға тейеш.
Һандан бигерәк һөҙөмтәлелек тураһында уйларға кәрәк. Минеңсә, берләшмәйенсә, фермерҙарыбыҙ оҙаҡ ваҡыт уңышлы эшләй алмая­саҡ. Кооперация – күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Поезд уҙып китте инде, тиергә мөмкин: элеваторҙар, ит комбинаттары, һөт заводтары, һыуытҡыс цехтар, һаҡлау келәттәре шәхси милеккә бирелмәҫ борон берләшеп өлгөрмәнеләр. Шулай ҙа кооперация күренеше бер нисә ра­йон­да бар. Миҫал өсөн Баймаҡтағы һөт йыйыусыларҙы, Федоровкалағы ҡаҙ үрсетеүселәрҙе атарға мөмкин. Эйе, бар берләшеүселәр, әммә бик аҙ һәм ваҡ улар. Әгәр тупланырға теләк, башланғыстар тыуа икән, беҙ дәүләттән ярҙам алырға ярҙам итәбеҙ. Иң мөһиме – фермер­ҙа­рыбыҙ “Күмәкләгән – яу ҡайтарған” тигәнде ныҡлап аңлаһын ине.
– Һөйләшеүҙе ошо урында туҡтатып торайыҡ, һорауҙар ҡалһын. “Башҡортостан фермеры” рубрикаһында тағы ла осра­шырбыҙ бит...
– Эйе, һис шикһеҙ. Тармаҡтың үҫеше мәнфәғәтендәге уртаҡ эште башланыҡ. Фермерҙар, ауыл хужа­лығы – мәңгелек тема ул.



Автор: Я. УСМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 103

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 458

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 900

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 661

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 248

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 567

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526