“Фермер” тигән һүҙҙе ишетеү менән һөргән, сәскән, урған, аҫраған, һауған кешеләр күҙ алдына баҫа. Эш кешеләре. Улар йылдың бер көнөндә лә тик ятмай, иртәнән алып кискәсә хужалығындағы бөтмәҫ мәшәҡәттәр менән мәшғүл. Малдарының, баҫыуҙарының именлегенән бигерәк үҙҙәре кеүек үк кендеге ергә береккән ауыл хеҙмәтсәндәренең мәнфәғәтен, ошо төбәктең яҡты киләсәген уйлайҙар. Күптәренә яҡташтары нисәмә йыл инде, берҙән-бер таяныстай күреп, күҙ төбәп кенә тора...
Ә фермерҙарҙың үҙҙәренә таяныс бармы бөгөн? Был турала Башҡортостандың Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр берләшмәһе рәйесе, иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиевтән һораштыҡ.– Зифҡәт Ислам улы, бөгөн республикала нисә фермер бар? Уларҙың эшен һөҙөмтәле тип баһалап буламы?
– Әлбиттә, файҙалары ҙур! Улар тарафынан тармаҡтағы тулайым продукцияның 10 проценттан ашыуы тәьмин ителә, йәғни йыл һайын 12 миллиард һумлыҡ тауар эшләп сығарыла. Игендең – 20, шәкәр сөгөлдөрөнөң һәм йәшелсәнең – 15, һөт менән иттең 10 проценты – фәҡәт фермерҙарыбыҙҙың тырышлығы һөҙөмтәһе. Һуңғы осорҙа улар үҙҙәрен ҡулынан эш килерлек, киләсәге өмөтлө ер кешеләре итеп танытты.
Әле республикала ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе 6 мең самаһы КФХ һәм шәхси эшҡыуар теркәлгән, шул иҫәптән 4 меңдән ашыуы үҙ тармағында һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәшә. Фермерҙар һанының Башҡортостанда йыл да 250 – 300 берәмеккә артып барыуына иғтибар итегеҙ. Эйе, ишәйәләр, кәмемәйҙәр. Иң ғәжәбе һәм ҡыуаныслыһы – бер ваҡытта ла етештереү күрһәткестәре түбән төшмәй. Был дәүләт ярҙамының күләменә лә, баҙарҙағы ихтыяжға ла, йәмғиәттәге аңдың үҙгәреүенә лә бәйле.
Иҡтисади шарттарҙың ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, илдә ауыл йүнселдәрен хәстәрләүсе программалар туҡтаманы, ҡайһы берҙәре буйынса хатта гранттар һәм субсидиялар күләме артты. Былтыр ғына ла төбәктәге фермер хужалыҡтарына төрлө йүнәлештәр буйынса 1 миллиард 11 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы бүленгәйне.
– Ауыл хужалығы тауары етештереүселәр өсөн “Яңы эш башлаған фермер” һәм “Ғаилә малсылыҡ фермаларына ярҙам” программалары бик ҡулай булып тойола...
– 2012 – 2015 йылдарҙа был ике программаны үтәүгә республикала 890 миллион һум бүленгәйне, унан 505 фермер (кәсепкә әле генә тотонған 338 йүнсел һәм 167 ғаилә фермаһы) файҙа күрҙе. Былтыр грант рәүешендәге дәүләт ярҙамы йылдағынан күберәк булды һәм 360 миллион һумдан ашып китте, уны яңы эш башлаған 129 фермер һәм 68 ғаилә малсылыҡ фермаһы алды. Быйыл был программаларҙың икеһе лә дауам итәсәк.
Дөйөм алғанда, үҫемлекселек һәм малсылыҡ йүнәлештәрен дәртләндереү саралары һаҡлана: мәҫәлән, техника һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшө ҡайтарыла, кредит буйынса процент ставкалары ҡаплана, һөткә, минераль ашламаға субсидия бирелә, һарыҡ үрсетеүселәргә ярҙам күрһәтелә һ.б. Быйыл Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында агросәнәғәт комплексын финанслау тураһында килешеү төҙөлдө, шуның нигеҙендә тармаҡҡа 2 миллиард һум самаһы аҡса бүленергә тейеш: федераль ҡаҙнанан – 1 миллиард 780 миллион, төбәк бюджетынан – 215 миллион һум. Бынан тыш, республика иҫәбенән 703 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡаралған: минераль ашламаға сығымдарҙы ҡаплау өсөн – 313, техника алыусыларға субсидия рәүешендә – 150, “500 ферма” программаһын дауам итеүгә 240 миллион һум. Фермерҙарыбыҙ ундай мөмкинлектәрҙе киң файҙалана.
– Аҡсаның нисек тотонолоуы тикшереләме һуң?
– Эйе. 2014 йылда дәүләт ярҙамына ҡараш бер аҙ үҙгәртелде: ауыл хужалығы тауары етештереүселәргә субсидия махсус килешеү төҙөгәндән һуң ғына тапшырыла, шуға ярашлы улар аҙаҡ һөҙөмтәлелек күрһәткестәре хаҡында мәғлүмәт бирергә тейеш. Шарт үтәлмәгән хәлдә фермерға алған аҡсаһының бер өлөшөн кире ҡайтарырға тура киләсәк. Ғөмүмән, дәүләт хәҙер субсидия һәм гранттарҙы уңлы-һуллы өләшергә ашыҡмай, йыллыҡ отчеттар буйынса һорау ҡаты. Шулай уҡ ярҙам алыу өсөн “ауыл хужалығы тауары етештереүсе” тигән статусыңды раҫларға кәрәк, уныһы бухгалтер отчеттарына ҡарата яуаплылыҡ талап итә.
– Фермерҙар өсөн дәүләт ярҙамы алыу шарттарына ҡағылышлы тағы ниндәй яңылыҡтарҙы атар инегеҙ?
– Ауыл хужалығын финанслауҙың төп сығанағы – үҫемлекселек өлкәһендә бәйле булмаған ярҙам, йәғни гектарына ҡарап субсидиялау. Был маҡсатҡа, әйткәндәй, быйыл 874 миллион һум тотоноу ҡаралған: федераль бюджеттан – 793, төбәк ҡаҙнаһынан 81 миллион һум. Былтырҙан алып ундай субсидияны ергә хоҡуҡ хаҡында документтарһыҙ юллап булмай. Өҫтәүенә бәйле булмаған ярҙамдан файҙаланыуҙың мөһим бер шарты – кондициялы орлоҡтоң барлыҡ сәсеүлектәргә етерлек тупланғанын дәлилләүсе документ килтереү.
Бәйле булмаған ярҙам субсидияһы быйылдан уңыш күләменә ҡарап бирелә: 2015 йылда иген культураларын үҙенең тәбиғәт-климат зонаһындағы уртаса күрһәткестән күберәк йыйып алған хужалыҡтар өсөн 25 процентҡа юғарыраҡ ставка билдәләнә. Миҫал рәүешендә ҡарағанда, әгәр былтыр “Красная Башкирия” ауыл хужалығы етештереү кооперативында гектарына 23,2 центнер иген тура килде икән, был Көньяҡ Уралдағы уртаса уңыштан (15,03 ц/га) шаҡтай күберәк, шуға уға һәр гектар өсөн 350 һум урынына 437 һум субсидия тейеш. Бынан тыш, республиканың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарына ҡарата арттырыу коэффициенты (1,15) ҡулланыла.
Быйыл яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға сығымдарҙы ҡаплауға ҡараш та үҙгәрҙе. Ауыл хужалығы министрлығында был турала ғаризаларҙы махсус комиссия тикшерә. Шарттары түбәндәгесә: беренсеһе – ауыл хужалығы етештереүендәге рентабеллелек 11 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш; икенсеһе – субсидияланған техниканың номенклатураһына ярашлылыҡ. Тағы шуныһына иғтибар итегеҙ: әгәр ауыл йүнселе сығымдарын дәүләт иҫәбенә ҡаплатам тиһә, һәр 200 гектар сәсеүлек өсөн – бер тракторҙан, һәр 250 гектар иген һәм ҡуҙаҡлылар баҫыуы өсөн бер комбайндан артыҡ тура килмәүе мөһим.
Һөттө субсидиялауға быйыл ил һәм төбәк бюджеттарынан 684,8 миллион һум бүленә. Бынан ары һауып һатылған юғары һәм беренсе сортлы һыйыр ағының хаҡын көйләү уҙған йыл йомғаҡтары буйынса малдың продуктлылығына ҡарап тормошҡа ашырыласаҡ. Мәҫәлән, һәр һыйырҙан йыллыҡ уртаса һауым 4 мең килограмға тиклем булғанда – 0,5, 6 меңгәсә килограмм тәшкил иткәндә – 1, 6 меңдән артҡанда 1,5 ставкаһы ҡулланыла. Малсылыҡ тармағында мәшғүлдәр өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Ғәҙәттә, юғары күрһәткестәргә өлгәшеүсе хужалыҡтарҙың һөт етештереүгә сығымы ҙурыраҡ була, шуға ставкаларҙың төрлөлөгөнә ғәжәпләнмәһендәр.
– Тағы ниндәй маҡсатта ярҙам алып була фермерҙарға?
– Агросәнәғәт объекттарын төҙөүгә һәм яңыртыуға туранан-тура бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау тәртибенә килгәндә, ауыл хужалығы тауары етештереүселәр йәшелсә-емеш һаҡлағыстар, теплицалар, һөтсөлөк фермалары, малсылыҡ йүнәлешендәге селекция-генетика, үҫемлекселек тармағы өсөн селекция-орлоҡ үҙәктәре, күмәртә-бүлеү комплекстары өсөн финанс ярҙамына иҫәп тота ала. Кредит буйынса процент ставкаларын ҡаплау ҙа – фермерҙарға ярҙамдың һөҙөмтәле сараһы. Был маҡсатҡа әле ил һәм республика бюджеттарынан 2 миллиард 836 миллион һум, йәғни былтырғынан яҡынса 300 миллион һумға күберәк аҡса тотоноу күҙаллана.
– Ил Хөкүмәтендәге бер кәңәшмәлә: “Көнбайыш беҙгә иҡтисади санкциялар менән янағанда фермерҙарҙың һаны 35-40 процентҡа артырға тейеш!” – тип әйтеүселәр булғайны. Был мөмкинме?
– Шулай тип әйтәләр ҙә ул... Тик таяҡ ике башлы бит әле: сит илдәр менән хеҙмәттәшлектең өҙөлөүе, валюта курсының үҙгәреүе арҡаһында тармаҡ хужалыҡтары өсөн ауырлыҡтар ҙа артты. Мәҫәлән, техника һәм ҡорамалдар ҡиммәтләнде, кредит алыу йәһәтенән хәл ҡатмарлашты. Хәйер, уның зыяны шаҡтай ҙур тип тә булмайҙыр.
Бер етди мәсьәләгә иғтибар итәйек: етештереүсе менән һатып алыусы араһындағы фекерҙәр ҡапма-ҡаршылығы ул. Фермер нисек тә булһа ҡиммәткә һатырға теләй, ә халыҡ арзанға һорай. Эш теләктә генә түгел, мөмкинлектәрҙә лә. Ауыл етештереүсеһе тауарының хаҡын ныҡ төшөрөп, үҙенә күрәләтә зыян килтерә алмай ҙа инде. Һатып алыусы ла кеҫәһен ҡапшарға мәжбүр. Әлбиттә, сит илдәрҙән индерелгән аҙыҡ-түлек осһоҙ, тик уның сифаты беҙҙең фермерҙың тауары менән сағыштырырлыҡ түгел. Ғөмүмән, ауыл йүнселдәре ишәйһен өсөн, халыҡтың экологик яҡтан таҙа ризыҡҡа, үҙебеҙҙең етештереүсегә иғтибары, ихтирамы артырға тейеш.
Һандан бигерәк һөҙөмтәлелек тураһында уйларға кәрәк. Минеңсә, берләшмәйенсә, фермерҙарыбыҙ оҙаҡ ваҡыт уңышлы эшләй алмаясаҡ. Кооперация – күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Поезд уҙып китте инде, тиергә мөмкин: элеваторҙар, ит комбинаттары, һөт заводтары, һыуытҡыс цехтар, һаҡлау келәттәре шәхси милеккә бирелмәҫ борон берләшеп өлгөрмәнеләр. Шулай ҙа кооперация күренеше бер нисә районда бар. Миҫал өсөн Баймаҡтағы һөт йыйыусыларҙы, Федоровкалағы ҡаҙ үрсетеүселәрҙе атарға мөмкин. Эйе, бар берләшеүселәр, әммә бик аҙ һәм ваҡ улар. Әгәр тупланырға теләк, башланғыстар тыуа икән, беҙ дәүләттән ярҙам алырға ярҙам итәбеҙ. Иң мөһиме – фермерҙарыбыҙ “Күмәкләгән – яу ҡайтарған” тигәнде ныҡлап аңлаһын ине.
– Һөйләшеүҙе ошо урында туҡтатып торайыҡ, һорауҙар ҡалһын. “Башҡортостан фермеры” рубрикаһында тағы ла осрашырбыҙ бит...
– Эйе, һис шикһеҙ. Тармаҡтың үҫеше мәнфәғәтендәге уртаҡ эште башланыҡ. Фермерҙар, ауыл хужалығы – мәңгелек тема ул.