Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тормошобоҙ шатлыҡ утрауы булһын
Һин донъяға килеп тәүге ауазыңды һалғас, һандуғастар һайрап ебәргән, ҡарлуғастар күркәм ваҡиғаға ҡыуанып, күккә күтәрелгән, парһыҙ ҡоштар ишен тапҡан, болоттар таралған һәм күк йөҙө зәп-зәңгәр төҫкә ингән...
Ҡояш иһә иң изге һәм гүзәл заттарҙың береһе — буласаҡ Әсә тыуыу шатлығынан Ер тирәләй йылмайып әйләнгәс, алһыу гөлдәр сәскә атҡан, емештәр бешкән, саф һыулы шишмәләр сылтырап аға-аға инештәргә ҡушылып, үҙ артынан тағы әллә ни ҡәҙәрле шишмә-йылғаларҙы эйәртеп, диңгеҙҙәргә барып еткән... Шулай булмайса, донъяға тыуған һәр изге йән эйәһе тәбиғәтте йәшәртә, матурлай һәм тулыландыра.
Бына шулай тәбиғәт тә, Ер йөҙөндә йәшәүҙең башланғысы, барлыҡ тереклеккә йән биреүсе бөйөк, гүзәл зат — ҡатын-ҡыҙ, әсәйҙәр тыуыуын тәбрикләй, тантана итә. Әсәләрҙең бөйөклөгөн, уға Аллаһы Тәғәләнән бирелгән иң күркәм сифаттарҙы һәм ҡатын-ҡыҙға ғына хас нескәлекте, кешелеклелекте, һәр саҡ ярҙамға әҙер тороусы оло йөрәклелекте, фиҙаҡәрлекте күпме генә ҡабатлаһаң да, яҙып та, аңлатып та бөтөрөп булмайҙыр, моғайын...
Эйе, Аллаһы Тәғәлә яҡты донъяға килгәндә һәр кемгә тәғәйен бурыс йөкмәтә. Әгәр кеше үҙ бурысын аңлап, тормошҡа ашыра алһа, Ер йөҙөндә иң бәхетлеһе була.
Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән яуаплылыҡты барыһы ла аңлаймы, үҙен яҡты, бәхетле киләсәк өсөн әҙерләйме? Әлбиттә, был үтә тәрән фәлсәфә, һәм ул быуаттар буйына көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Бөгөнгө тормошҡа ғына күҙ һалайыҡ. Рәсәй көслө үҙгәрештәр кисерә: илебеҙ матди яҡтан ғына түгел, әхлаҡи яҡтан да көрсөк һынауҙары үтә. Тап ошондай осорҙа, һынмай-һығылмай, ысын мәғәнәһендә кеше булып ҡалыу — ауыр һәм яуаплы имтихан. Бала төп тәрбиәне ғаиләһендә ала. Шуға ла беҙ, әсәйҙәр, балаларыбыҙ яҙмышын, бәхетен ҡойоусы сығанаҡ, инеш булып торабыҙ. Әлбиттә, йәмғиәттең йоғонтоһо көслө, әммә балаға ғаиләһендә яҡшы тәрбиә һәм нигеҙ һалынһа, уны ситкә тайпылдырыуы еңел түгел. Һәр замандың үҙ заңы. Әммә әхлаҡ — бер ҡасан да “моданан” сыҡмай торған төшөнсә. Тап әхлаҡһыҙлыҡ тормошобоҙҙа күп бәләләргә алып килә лә инде. Бөгөнгө ҡайһы бер йәштәргә, уларҙың ҡылығына, тәртибенә күҙ һалһаң, сәстәр үрә торорлоҡ!
Эйе, заман йәшәйеште ябайлаштыра, демократияны һәр кем үҙенсә аңлай. Һыра, тәмәке, төнгө күңел асыу урындары, клубтар һәм башҡалар. Әммә быларҙың барыһы ла буласаҡ атайҙы һәм әсәйҙе изге бурысынан азат итмәй. Хайран ҡалаһың: күпме ҡыҙҙар, ҡатындар әсә булыуҙан мәхрүм, сабый ҡосоу, тәрбиәләү улар өсөн хыял ғына. Шул уҡ ваҡытта меңәрләгән сабый етем ҡала, балалар йортонда үҫә... Бындай хәлдәрҙе булдырмау, әлбиттә, илебеҙ етәкселеге бурысы ғына түгел, ә беҙҙең — йәмғиәттәге һәр кешенең бурысы ла.
Ирекһеҙҙән,
“Үкенестәр менән үтә ғүмер,
Төҙәтергә ҡайҙа сараһы?” —
тигән шиғри юлдар иҫкә төшә.
Аллаһы Тәғәлә кешегә һәр нәмәне һынамаҡ өсөн бирә, тиҙәр. Байлыҡҡа түҙмәһәң, ярлы итер, һынауҙарҙы лайыҡлы үтһәң, бәхетле итер, тигән халыҡ.
Хөрмәтле йәштәр һәм ҡыҙҙар! Киләсәгебеҙ матур булһын өсөн бөгөндән үк уйлашайыҡ. Тормошобоҙ әсе үкенес, ҡайғы-хәсрәт даръяһы түгел, ә шатлыҡ утрауы булһын ине. Юҡҡа ғына кешелек әсәләргә бөйөк, ихтирамлы урын, мөнәсәбәт бирмәй һәм әсәлек изге, маҡтаулы, бөйөк аңлатма булып ҡала.
Зилә АҘНАБАЕВА.
Нефтекама ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 8

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә