Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡаш төҙәтәм тип…
Ҡаш төҙәтәм тип… Стәрлетамаҡта бер юлы 12 кешене һәләк иткән янғын буйынса тикшереү эше бара.

Һуңғы мәғлүмәттәргә таян­ғанда, фажиғәнең сәбәбен электр ҡора­мал­дарының төҙөк булмауына бәйләйҙәр. Йортта электр йылыт­ҡысы эшләгән булған, хәйер, янғын хәүеф­һеҙлеге бер ҡорамалға ғына ҡайтып ҡалмай. Тәҙрәгә ҡуйыл­ған тимер рәшәткәләр хаҡында гәзиттең үткән һандарының береһендә хәбәр иткәйнек инде. Тик ни өсөн ҡоролған һуң улар?..
Наркомандарҙы, эскеселәрҙе аяҡҡа баҫтырыуы еңелдән бул­мағаны һәр кемгә лә бил­дәле. Кеше дөрөҫ юлдан китһен өсөн ниндәй генә ысулдар ҡулланмай әлегеләй социаль яраҡлашыу үҙәктәре. Мәҫәлән, пациенттарҙың ҡулда­рына бығау һалыу, карауатҡа ҡуша бәйләп ҡуйыуҙар хаҡында әленән-әле ишетеп торабыҙ. Бүлмәләргә бикләп ҡуйыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шулай уҡ бындай ойош­маларҙа ҡул күтәреү ҙә бер ни тормай икән. Иң мөһиме – пациенттар йәберләүҙәргә, бәйләү­ҙәргә һәм тамаҡ хаҡына ғына эшләп йөрөргә үҙҙәре риза, сөнки кире “ысҡыныу” бер ни тормай. Атап әйткәндә, ҡаты контроль булмаһа, уларҙың ҡасып китеп йә булмаһа тәр­биәләнеү урынында уҡ ҡайтанан шешәгә һәм энәгә үрелеүе ихтимал.
– Иң ҡурҡынысы – “һыныу” (“ломка”) мәлен үтеү, – тип хәтирәләре менән бүлешкәйне наркоманиянан ҡотола алған бер танышым. – Тән тиреһе иттән айырылған һымаҡ тойола, ауыртыуҙан стенаға үрмәләге килә, шул саҡ карауатҡа бәйләп ҡуймаһалар, нисек түҙер инем икән, – тигәйне ул үҙенсәлекле дауалау алымдары хаҡында. Ә инде үрҙә телгә алынған үҙәктә ниндәй ысулдар ҡулланылғанын фаразларға ғына ҡала. Кем белә, бәлки, рәшәткәләр тәрбиә­ләнеүселәрҙе яҙыҡ юлдан һаҡлау өсөн ҡуйыл­ғандыр. Әммә был сәбәп барыбер ҙә яуаплы­лыҡтан азат итмәй. Халыҡ күпләп йыйылған урында янғын хәүефһеҙлеге күҙәтел­мәгән – был дәлилләнгән. Ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарыу булды инде.
Хәйер, эш күпкә ҡатмар­лыраҡ. Оператив хәбәрҙәргә таянғанда, үҙәктең хужалары асыҡланған, 32 йәшлек етәксеһе ҡулға алынған. Баҡ­ти­һәң, был координатор бөтөн­ләй яһалма килешеүҙәр нигеҙендә дауа­лаған. Йәнәһе, пациенттар йәки уларҙың вәкилдәре был кеше­нең иҫәбенә шәфҡәтлелек күрһәтеү маҡсатында аҡса күсергән. Ғәмәлдә түләүҙәр әлеге дауаланыу өсөн булып сыға.
Әйткәндәй, бындай осраҡ илдә тәүгеһе түгел: ике йыл элек Алтай крайында ошондай уҡ үҙәктә бер юлы һигеҙ кеше янып үлгәйне. Ул саҡта ойошма етәкселәре дүрт йылға хөкөмгә тарттырылды.
Әлеге янғында һәләк бул­ғандар араһында Башҡорт­остандан ғына түгел, Ырымбур, Пермь өлкәлә­ренән, Удмуртиянан да барҙар. Тик ни өсөн яңылыш юлға баҫҡандар, йыраҡ юлдар аша үтеп булһа ла, бындай үҙәктәрҙе һайлай һуң, ни өсөн ярҙам артынан дәүләткә мөрәжәғәт итмәй? “Дәүләт беҙҙе ишетергә теләмәй, шуға ла үҙебеҙ кеүек ауырлыҡтар аша үтеп аяҡҡа баҫҡан (эскелекте йәки наркоманияны еңә алған. – Авт.) кешеләр ойошторған үҙәктәргә нығыраҡ ышанабыҙ”, – тип яҙа улар үҙҙәре был йәһәттән Интернет селтәрендә. Уйланырға урын бар.
…Ҡорбандар исемлегендә һәләк булғандарҙың тыуған йылдары ла күрһәтелгән. Кемдер илле йәште үткән, егерме алтыһы тулмаған егет тә бар. Нисек кенә булмаһын, һәр ҡайһыһы әле тормоштоң урта­һында ҡайнап йәшәрҙәй улар­ҙың – типһә тимер өҙөрҙәй егет­тәр, бала тәрбиә­ләй алырҙай әсәләр. Тик бына яҙ­мыштары ғына башҡаса яҙылған шул. Хәйер, әллә яҙмыш, әллә яңы­лыш тигәндәй, бер кем дә ауыҙға көс­ләп араҡы ҡоймай, энә тоттормай. Уйлай китһәң, уларҙы янғын түгел, ә нәҡ насар ғәҙәттәре һәләк иткән бит.



Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә