Стәрлетамаҡта бер юлы 12 кешене һәләк иткән янғын буйынса тикшереү эше бара. Һуңғы мәғлүмәттәргә таянғанда, фажиғәнең сәбәбен электр ҡорамалдарының төҙөк булмауына бәйләйҙәр. Йортта электр йылытҡысы эшләгән булған, хәйер, янғын хәүефһеҙлеге бер ҡорамалға ғына ҡайтып ҡалмай. Тәҙрәгә ҡуйылған тимер рәшәткәләр хаҡында гәзиттең үткән һандарының береһендә хәбәр иткәйнек инде. Тик ни өсөн ҡоролған һуң улар?..
Наркомандарҙы, эскеселәрҙе аяҡҡа баҫтырыуы еңелдән булмағаны һәр кемгә лә билдәле. Кеше дөрөҫ юлдан китһен өсөн ниндәй генә ысулдар ҡулланмай әлегеләй социаль яраҡлашыу үҙәктәре. Мәҫәлән, пациенттарҙың ҡулдарына бығау һалыу, карауатҡа ҡуша бәйләп ҡуйыуҙар хаҡында әленән-әле ишетеп торабыҙ. Бүлмәләргә бикләп ҡуйыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шулай уҡ бындай ойошмаларҙа ҡул күтәреү ҙә бер ни тормай икән. Иң мөһиме – пациенттар йәберләүҙәргә, бәйләүҙәргә һәм тамаҡ хаҡына ғына эшләп йөрөргә үҙҙәре риза, сөнки кире “ысҡыныу” бер ни тормай. Атап әйткәндә, ҡаты контроль булмаһа, уларҙың ҡасып китеп йә булмаһа тәрбиәләнеү урынында уҡ ҡайтанан шешәгә һәм энәгә үрелеүе ихтимал.
– Иң ҡурҡынысы – “һыныу” (“ломка”) мәлен үтеү, – тип хәтирәләре менән бүлешкәйне наркоманиянан ҡотола алған бер танышым. – Тән тиреһе иттән айырылған һымаҡ тойола, ауыртыуҙан стенаға үрмәләге килә, шул саҡ карауатҡа бәйләп ҡуймаһалар, нисек түҙер инем икән, – тигәйне ул үҙенсәлекле дауалау алымдары хаҡында. Ә инде үрҙә телгә алынған үҙәктә ниндәй ысулдар ҡулланылғанын фаразларға ғына ҡала. Кем белә, бәлки, рәшәткәләр тәрбиәләнеүселәрҙе яҙыҡ юлдан һаҡлау өсөн ҡуйылғандыр. Әммә был сәбәп барыбер ҙә яуаплылыҡтан азат итмәй. Халыҡ күпләп йыйылған урында янғын хәүефһеҙлеге күҙәтелмәгән – был дәлилләнгән. Ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарыу булды инде.
Хәйер, эш күпкә ҡатмарлыраҡ. Оператив хәбәрҙәргә таянғанда, үҙәктең хужалары асыҡланған, 32 йәшлек етәксеһе ҡулға алынған. Баҡтиһәң, был координатор бөтөнләй яһалма килешеүҙәр нигеҙендә дауалаған. Йәнәһе, пациенттар йәки уларҙың вәкилдәре был кешенең иҫәбенә шәфҡәтлелек күрһәтеү маҡсатында аҡса күсергән. Ғәмәлдә түләүҙәр әлеге дауаланыу өсөн булып сыға.
Әйткәндәй, бындай осраҡ илдә тәүгеһе түгел: ике йыл элек Алтай крайында ошондай уҡ үҙәктә бер юлы һигеҙ кеше янып үлгәйне. Ул саҡта ойошма етәкселәре дүрт йылға хөкөмгә тарттырылды.
Әлеге янғында һәләк булғандар араһында Башҡортостандан ғына түгел, Ырымбур, Пермь өлкәләренән, Удмуртиянан да барҙар. Тик ни өсөн яңылыш юлға баҫҡандар, йыраҡ юлдар аша үтеп булһа ла, бындай үҙәктәрҙе һайлай һуң, ни өсөн ярҙам артынан дәүләткә мөрәжәғәт итмәй? “Дәүләт беҙҙе ишетергә теләмәй, шуға ла үҙебеҙ кеүек ауырлыҡтар аша үтеп аяҡҡа баҫҡан (эскелекте йәки наркоманияны еңә алған. – Авт.) кешеләр ойошторған үҙәктәргә нығыраҡ ышанабыҙ”, – тип яҙа улар үҙҙәре был йәһәттән Интернет селтәрендә. Уйланырға урын бар.
…Ҡорбандар исемлегендә һәләк булғандарҙың тыуған йылдары ла күрһәтелгән. Кемдер илле йәште үткән, егерме алтыһы тулмаған егет тә бар. Нисек кенә булмаһын, һәр ҡайһыһы әле тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәрҙәй уларҙың – типһә тимер өҙөрҙәй егеттәр, бала тәрбиәләй алырҙай әсәләр. Тик бына яҙмыштары ғына башҡаса яҙылған шул. Хәйер, әллә яҙмыш, әллә яңылыш тигәндәй, бер кем дә ауыҙға көсләп араҡы ҡоймай, энә тоттормай. Уйлай китһәң, уларҙы янғын түгел, ә нәҡ насар ғәҙәттәре һәләк иткән бит.