Милләттәшебеҙ Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы Миләүшә ГОДБОДЬ (ҠОЛМӨХӘМӘТОВА) Чехияла йәшәй һәм ижад итә. Уның менән Интернет аша аралашып, үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биреүен үтендек. – Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙы, һеҙҙең сит илдә йәшәүегеҙгә күпме булып китте?
– Быйыл майҙа биш йыл тула. Даими йәшәүгә рөхсәт алғанмын, ләкин Рәсәй гражданымын. Шөкөр, әлегәсә берәүҙең дә миңә ҡырын ҡарағаны юҡ. Сит ерҙә көн итһәм дә, үҙемде Ватанымдың бер бәләкәй тамсыһы кеүек хис итәм.
– Сит илдә туған тел онотоламы, өйҙә ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ?
– Әсә һөтө менән ингән тел бер ҡасан да онотолмай! Өйҙә чехса аралашабыҙ, әгәр берәй һүҙҙе анлатырға кәрәк булһа, башҡортса ла, русса ла мәғәнәһен эҙләйем. Мөмкинлектәремде белер өсөн чех телен үҙаллы өйрәндем, ләкин был процесс бер ваҡытта ла өҙөлмәй, даими дауам итә. Мәҫәлән, радио тыңлайым, телевизор ҡарайым, гәзит-журнал уҡыйым.
Чех теле флектив телдәр төркөмөнә инә. Наҙлы, ләкин үҙенсәлекле ул. Уны өйрәнһәң, поляк, словак, украин һәм башҡа славян телдәрен аңларға мөмкин.
– Ә ни өсөн тел курсына йөрөмәҫкә булдығыҙ?
– Өфөлә йәшәгәндә эшкә барып-ҡайтҡан арала һәр ваҡыт йә немец, йә чех телен уҡып бара торғайным. Өс йыл дауамында Черниковкалағы 86-сы гимназияла урынлашҡан немец йәкшәмбе мәктәбенә йөрөнөм һәм был файҙаға булды. Чехтар әйтмешләй: “Күпме тел беләһең, шунса тапҡыр һин кеше”.
– Чех журналистары нисә телдә һөйләшә? Уларға күп тел белеү мотлаҡмы? Ниндәй гәзит-журналдар нәшер ителә?
– Чехия Словакия, Польша, Австрия, Германия кеүек дәүләттәр менән сиктәш булғанға, кешеләре быуаттар буйы шул халыҡтар менән алыш-биреш итеп, аралашып йәшәгән. Әле лә Европа ғына түгел, бөтә донъя хәлдәрен көн һайын радионан тыңлап, телевизорҙан ҡарап торабыҙ. Тимәк, үҙҙәрендәге хәлдәрҙе башҡаларға еткереү өсөн чех журналистарына ла күп тел белеү мотлаҡ. Һәр журналист инглиз, немец телдәрендә иркен аралаша.
Чехияла “История 21-го века”, “Интервью”, “Викенд”, “Родина” (“Ғаилә”), “Днес”, “Право”, “Мой дом”, “Альберт” (аш-һыу ҡулланыу баҫмаһы), “Здрави плюс” (һаулыҡ һаҡлау), “ЧД про вас”, “Она днес”, “Свет жен” (ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһы), “Тиден”, “Слово”, “Магазин”, “Блеск”, “Ливингстоне” (сәйәхәтселәр өсөн), “Панорама 21-го века”, “Люди и земли” һәм башҡа баҫмалар нәшер ителә. Мин үҙем “Право”, “Днес”, “История” баҫмаларын яратып уҡыйым. Европала пенсионерҙар ҙа бушлай компьютер курсына йөрөй – бының өсөн махсус “Компьютер” тигән баҫма нәшерләнә.
– Чехтарҙа ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу, таратыу мәсьәләһе нисек ҡуйылған?
– Кем теләй, шул почта аша яҙыла, ләкин күбеһе баҫмаларҙы магазиндарҙа, киосктарҙа, аэропорт, тимер юл, автобус вокзалдарында, дауаханаларҙа, театр-филармонияларҙа, кемптарҙа һатып ала – һәр көн яңы гәзит-журнал сығарыла. Һатыуҙан ҡалғандары редакцияларға кире ҡайтарыла. Барлыҡ баҫмалар ҙа тиерлек шәхси ҡулда, һәм улар дәүләттән ярҙам алмай.
– Европа һәм Рәсәй журналистары араһында ниндәй айырмалар бар?
– Журналист һәр ҡайҙа ла буш һүҙ һөйләмәҫкә, аҡыл өйрәтмәҫкә, башҡаларҙы ҡабатламаҫҡа, хәлдән сығыу юлдарын күрһәтергә ынтылырға һәм дөрөҫлөктө яҙырға тейеш. Һәр һүҙе алтын булһын, сөнки ул кеше аңына мөрәжәғәт итә. Гәзит-журналды уҡыған миллиондар уның һүҙенә ышана һәм ташҡа баҫылғанды дөрөҫ тип ҡабул итә. Беҙ иһә күберәген үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнайбыҙ, сит телдәрҙе лә белмәйбеҙ...
Чехтарҙың теүәллеген, прагматик булғанын да билдәләп үтергә кәрәк. Был уларҙың теленә лә йоғонто яһаған: чех телендә немец һүҙҙәре шул тиклем күп, шуға улар бер-береһен яҡшы аңлай һәм аралаша. Чех телендә инглиз, итальян, француз һүҙҙәре лә ифрат күп: был – уларҙың ғүмер баҡый күршеләре менән аралашып, алыш-биреш итеп йәшәү һөҙөмтәһе.
Әлбиттә, бында сит кешеләр, ят ғәҙәттәр, йолалар, икенсе психология, ләкин улар журналисҡа осрашыуға һуңлап килергә хоҡуҡ бирмәй. Чехтар үҙҙәре лә теүәл һәм башҡаларҙың да һуңлауын яратмай. Әгәр берәй сәбәп менән һуңлап, хәбәр ҙә итмәһәң, башҡаса ышанмайҙар һәм ундайҙар менән аралашмаҫҡа тырышалар. Интервью бирмәүҙәре лә ихтимал.
Мәҫәлән, 2011 йылда мәшһүр чех йырсыһы Карел Готтан интервью алырға теләгәс, уға Өфөнән бер ай алдан хат менән мөрәжәғәт иттем. Апрелдә иһә миңә Чехияға сығып китергә насип булды. Йырсының Словакияла Быстрицка ҡалаһында сығыш яһауын ишетеп, шунда йүнәлдек.
Бер сәғәт алдан барып, тәғәйен ваҡытҡа Карел Готты көтә башланыҡ. Үҙем менән йырсының студент саҡта һатып алған пластинкаһын алып барғайным, уға автограф яҙҙырып алдым, “Башҡортостан панорамаһы” редакцияһында эшләгән йылдарҙа нәшер ителгән “Башҡортостан” китап-альбомын, билдәле рәссам Юлай Әминевтең “Башҡорт ҡыҙы” исемле картинаһын бүләк иттем.
Йырсы бер минутҡа ла һуңламаны һәм вәғәҙә иткән егерме минутты миңә бүләк итте. Альбом, картина өсөн бик шатланды, башҡорт халҡына сәләмен күндерҙе. Был бүләктәрҙең үҙенең музейында һаҡланасағын белдерҙе, килеп күреүебеҙҙе үтенде – тик әлегәсә Прагалағы Карел Готт музейына бара алғаныбыҙ юҡ әле. Мин уға Башҡортостан, башҡорттар тураһында һөйләнем. Быға тиклем уның халҡыбыҙ тураһында ишеткәне булмаған. Әйткәндәй, үткән йылда йырсы 40-сы тапҡыр “Алтын һандуғас” титулына лайыҡ булды.
Был интервьюны мин рус телендә әҙерләп, “Истоки” гәзитендә баҫтырҙым. Башҡорт телендәгеһе бер ерҙә лә донъя күрмәне. Бер журналға тәҡдим иткәйнем, “беҙ сит ил йырсыһын баҫмайбыҙ” тип кире ҡайтарҙылар. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: бөгөн ниндәй генә ғаиләлә сит ил йырсыһын тыңламайҙар икән?! Үҙем дә, балаларым да сабый саҡтан башҡорт һәм рус көйҙәрен генә түгел, ә донъя кимәлендә билдәле таланттар Мирей Матье, Дин Рид, Бисер Киров, Марыла Родович, Челентано, Тото Кутуньо, Джо Дассен кеүек таланттарҙы тыңлап үҫтек. Иманым камил, был башҡортлоҡто оноттормай, киреһенсә, рухи яҡтан байыта ғына! Мин әле лә башҡорт йырҙарын, ҡурай моңон рәхәтләнеп тыңлайым, чехтарға ла ишеттерәм. Улар иһә: “Беҙҙең бындай сафлыҡты ишеткәнебеҙ юҡ, ҡайҙа һаҡланған был моң? Ниндәй халыҡтыҡы? Ҡайҙа тыуа шундай таланттар?” – тип таң ҡала. Быйыл Яңы йылда хатта башҡортса йырлап, ҡумыҙҙа уйнап күрһәттем – ғәжәп иттеләр!
Ирем Владимир ҙа башҡорт сәнғәтенә, йыр-моңона ҙур ихтирам менән ҡарай, ул: “Башҡорт халыҡ йырҙарын эш аралаш түгел, уны иркенләп, иғтибар менән тыңларға кәрәк”, – ти. Ысынлап та, беҙҙәге кеүек үҙенсәлекле йыр-моң байлығы башҡа халыҡтарҙа һирәк осрай – быны төрлө илдәрҙә сәйәхәт иткәндә айырыуса ныҡ тоям.
– Журналист өсөн ижади мөхит кәрәк: был йәһәттән хәлегеҙ нисек?
– Зарланмайым. Былтыр Чехия Республикаһының рус телле журналистар һәм яҙыусылар берләшмәһенә ағза булып индем. Етәксеһе – Мәскәү яҙыусыһы, техник фәндәр кандидаты Сергей Владимирович Левицкий. Прагала ун биш йылға яҡын йәшәй, тиҫтәләгән сатирик хикәйәләр йыйынтығы авторы. Уларҙың күбеһе чех, немец, инглиз телдәренә тәржемә ителгән.
Бөгөн Чехияла 35 меңгә яҡын ватандашым йәшәй, араларында яҙыусылар, журналистар ҙа бар. Улар ай һайын Сергей Владимирович ойошторған “Парнас” яҙыусылар һәм журналистар берләшмәһенә йыйылып, аралашып тора. Мин дә айына бер тапҡыр Прагала булып, аралашып күңелде күтәреп ҡайтам.
Бына, мәҫәлән, ғинуарҙа Марина Цветаева эҙҙәре буйлап сәйәхәт иттек, ул йөрөгән һуҡмаҡтарҙан үттек. Рәсәй илселегендә бик бай китапхана бар, унда шағирәнең шиғырҙарын уҡыныҡ, ижады тураһында һөйләнек.
– Рус телле журналистар һәм яҙыусыларҙың баҫмаһы бармы? Унда Башҡортостан вәкилдәренең ижады баҫыламы?
– Әлбиттә! Баҫма “Парнас” тип атала һәм ике айға бер нәшер ителә. Журналда Чехияла һәм донъяның башҡа илдәрендә йәшәгән һәм ижад иткән Рәсәй журналистары һәм яҙыусылары теләп баҫыла – мәҫәлән, иң әүҙем авторҙарҙан Александр Беклемешев (Франция), Владислав Кураш (Украина), Нина Гейде (Дания), Татьяна Костан-оғло (Үзбәкстан), Людмила Коль (Финляндия), Елена Черткованы (Америка) билдәләр инем. Барыһы ла ирекле фекер йөрөткән талантлы ижадсылар. “Парнас”та айына бер тапҡыр ҡәләмдәштәр менән аралашыр өсөн хатта кемеһе самолетта, ҡайһыһы тиҙ йөрөшлө поезда килеп етә һәм бының өсөн ваҡыт йәлләмәйҙәр. Ғинуарҙа, мәҫәлән, Чехия-Германия сигендәге боронғо Литомержице ҡалаһынан шағирә Ольга Белова, Молдованан Леонид Полторак, Владивостоктан Оксана Матвеева килде, Уралдан, Волгоградтан да яҡташтарым булды, йәштәрҙең күп булыуы шатландыра.
“Парнас”тың үҙ мөйөшө булмау сәбәпле, Рәсәйҙән килгән журналистар һәм яҙыусылар Рәсәй илселегендә осраша. Бында улар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған: бушлай юридик консультация, бай китапхана, ашхана, рус телендә сыҡҡан гәзит-журналдар, Рәсәй телевидениеһы тәҡдим ителә. Ҡайһы бер баҫмалар чехтарҙа Ватаныбыҙға дөрөҫ ҡараш сағылһын өсөн русса-чехса нәшер ителә.
– Даян Мурзин тураһында китап яҙырға ниәтегеҙ бармы?
– Брнола Көньяҡ Моравияның ифрат бай китапханаһы урынлашҡан, унда яҡташыбыҙ тураһында ла бихисап материал тупланған. Даян Баян улы менән һуғышҡан иҫән партизандар ҙа бар әле – шуларҙы тыңла ла яҙ ғына! Чехтар Мурзин тураһында хатта диссертациялар туплап бөткән, беҙ генә белмәйбеҙ икән. Әлеге мәғлүмәттәрҙе словак, немец, француз, инглиз, поляк, украин телдәрендә табып була. Мин иһә чех телендәгеләрен генә уҡыйым.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә “Ватандаш”, “Башҡортостан” баҫмаларына әҙерләгән яҙмаларым ана шул китапханала ултырыу һөҙөмтәһендә тыуҙы ла инде. Әле лә байтаҡ китап уҡыйһым, Словакияға барып, Даян Баян улының “Фронт в тылу врага” китабында тасуирланған Княгиня тауындағы партизандар бункерын күрәһем, фотоға төшөрәһем, кешеләр менән һөйләшәһем бар – ә бының өсөн, үҙегеҙ аңлайһығыҙ, ваҡыт кәрәк. Әле мин Д. Мурзин шәхесенең бәләкәй генә бер тормош битенә күҙ һалғанмын, һаулыҡ булһа, барыһы ла киләсәктә эшләнер, тип уйлайым.
Ғинуарҙа йәмәғәтем Владимир менән Прагала Рәсәй Фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә булдыҡ. Унда Рәсәй рәссамдарының күргәҙмәләре, яҙыусылар, сәйәсмәндәр, артистар менән осрашыуҙар ойошторола: был юлы унда Чехияла йәшәп ижад иткән Рәсәй рәссамдар берләшмәһе ағзаһы Вероника Соколинскаяның күргәҙмәһен ҡараныҡ. Ошо үҙәктә 30 мең дананан ашыу китабы булған бай китапхана эшләй – унда Д. Мурзиндың китабын бүләк итеп киттем – бик ҡыуанып ҡалдылар.
– Киләсәктә чех телендә яҙышырға, баҫылырға, Башҡортостанды танытырға теләгегеҙ бармы?
– Ул хаҡта күптән уйланып йөрөйөм, һәм тәүге аҙымдар яһала башланы. Мәҫәлән, “Днес” гәзитенә “Европаға килгән бөтә ҡасаҡтар ҙа террорсы түгел!” тигән мәҡәлә яҙҙым, тик уны “халыҡтың кәйефенә тап килмәй” тип кире ҡайтарҙылар, сөнки Европала мосолмандарға ҡарата кире ҡараш тәрбиәләнә: халыҡ демонстрацияларға сыға, ҡултамғалар йыя. Чех телен яҡшы кимәлдә үҙләштергәс тә, Башҡортостан, уның тарихы, мәҙәниәте тураһында яҙырмын, милләтебеҙҙе танытырмын тип хыялланам. Европала төрлө телдәргә тәржемә ителеп таратылған байтаҡ тарихи журнал бар, халҡыбыҙҙың тарихы хаҡында ла яҙырға теләк ҙур. Күптән түгел “Һжебенач” исемле журналға интервью бирҙем.
– Хәҙер сит илгә барып белем алырға теләүселәр күбәйә. Был мәсьәләгә нисек ҡарайһығыҙ?
– Бик тә ыңғай ҡараштамын. Әгәр милләттәштәребеҙ ҡайҙалыр ситтә уҡый, телдәр өйрәнә, белем ала икән, уларҙы Тыуған илен һатҡан кешеләр тип иҫәпләргә ярамай, киреһенсә, шатланырға кәрәк! Йәштәребеҙ шул рәүешле Башҡортостанды ла нығыраҡ танытасаҡ – быға иманым камил! Ана, рустар таныта бит. Ҡасандыр Петр Беренсе, Михаил Ломоносов кеүек мәшһүр шәхестәр сит илдә уҡып ҡайтып, халҡына хеҙмәт иткән. Әгәр үҙебеҙҙең Зәки Вәлиди ҙә, мәҫәлән, сит илгә китмәһә, Ибн-Фаҙландың тарихи яҙмаларына юлыҡмаҫ ине. Мин үҙем дә ошонда килмәһәм, Д. Мурзин хаҡында яҙа алмаҫ инем. Сит телдәрҙе өйрәнеү офоҡтарҙы киңәйтә, үҫтерә, үҙ ҡаҙаныңда ҡайнауҙан ҡотҡара, яны бейеклектәргә әйҙәй!
Бөгөн йөҙгә яҡын илдә 25 миллион Рәсәй гражданы йәшәй, һәм улар өсөн илселектәр ойошторолған. Сит илдәге ватандаштарыбыҙҙың барыһы ла тырышып эшләп, йәштәр иһә уҡып йөрөй, үҙ фирмаларын асып, тарихи Тыуған иле менән иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнеш булдыра. Күптәр Рәсәй гражданлығын һаҡлай, һайлауҙарҙа ҡатнаша, шәхсән үҙем дә Рәсәй илселегенә барып, ил Президентын һайлауҙа ҡатнаштым.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ һәм мәғлүмәттәрегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Ижади уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ!
Әңгәмәне Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА ойошторҙо.