Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хыялдары тормошҡа ашыр
Хыялдары  тормошҡа ашыр Һуңғы йылдарҙа районда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, үҙ кәсебенә тотоноусылар арта. Был, әлбиттә, ҡыуандырмай ҡалмай. Әлегә алты мең кеше шәхси эшен асҡан булһа, бөтәһе 60 крәҫтиән хужалығы теркәлгән. «Йәрмәкәй районында бәләкәй һәм урта зшҡыуарлыҡты үҫтереү» программаһына ярашлы быйыл биш крәҫтиән (фермер) хужалығы дәүләттән 1 миллион һумдан ашыу күләмдә аҡсалата ярҙам алған.
Рәтамаҡ ауылынан Нурислам Шә­ри­фуллин оҙаҡ йылдар ауыл хужа­лығында ябай кө­төү­се, ферма мөдире булып эш­ләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Тик, бала саҡтан мал араһында үҫкән­гәлер инде, ялдамын тип буш ятыуҙы өнәмәгән ул, күңе­ленә яҡын шөғөл – йылҡы үрсе­теү – хаҡында хыял­ла­нырға ке­решкән. Бер мәл булған аҡ­са­һына бер нисә баш йылҡы малы һа­тып алып, шәхси иха­таһындағы аттарын да ҡушып, тәүәккәлләргә ҡарар иткән. Ауыл ситендә хужаһыҙ торған бер нисә бинаны ҡуртымға алып, бер аҙ ремонт үткәргән.
2015 йылда крәҫтиән (фермер) хужа­лығын ойошторған йүнсел уҙа­ман. Әлегә был эште яңғыҙы ғына алып бара, әммә киләсәктә бер нисә кешене мәшғүл итергә уйлай.
– Мәктәпте тамамлағас та ауыл хужалығына эшкә килдем һәм шул көндән бирле тормошомдо малһыҙ күҙ алдына килтерә лә алмайым, – ти ат йәнле егет. – Бөгөн, шөкөр, дәү­ләт тарафынан үҙ эшен асыусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, ярҙам тоябыҙ.
Нурислам Разетдин улы күптән түгел яңы эш башлаусы фермерҙарға махсус програм­маға ярашлы бүленгән аҡсаға Баймаҡ районынан башҡорт тоҡомло дүрт ҡолон һатып алған. Әле хужалығында 23 баш йылҡы бар. Артабан, матди-техник базаны нығыт­ҡас, аттарын арттырырға иҫәп тота йүнсел. Өйөр йыл әйләнәһенә тибендә йөрөй. Бейәләрҙе быуаҙ сағында һәм ҡолонлау осоронда ғына ялан кәртәгә алып ҡайталар.
Киләсәктә ҡымыҙ, ҡаҙы, ит етеш­тереүҙе юлға һалырға ниәтләй Нурислам Шәри­фул­лин. «Эшем көйлә­неп, дәүләт­тән тағы бер аҙ ярҙам алып булһа, тоҡомсолоҡ хужалығы ойошто­рорға ине», – тип хыяллана. Шулай уҡ берәй техника һатып алырға уйлай, ул саҡта инде сәсеүлегендә һоло үҫтереү мөмкинлеге тыуасаҡ. Әлегә Шәрифуллин ашлыҡты башҡаларҙан һатып ала.
Фермерҙың 30 гектар сабын­лығы бар. Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙер­ләгәндә уға улдары, туғандары ярҙамға килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә