Һуңғы йылдарҙа районда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, үҙ кәсебенә тотоноусылар арта. Был, әлбиттә, ҡыуандырмай ҡалмай. Әлегә алты мең кеше шәхси эшен асҡан булһа, бөтәһе 60 крәҫтиән хужалығы теркәлгән. «Йәрмәкәй районында бәләкәй һәм урта зшҡыуарлыҡты үҫтереү» программаһына ярашлы быйыл биш крәҫтиән (фермер) хужалығы дәүләттән 1 миллион һумдан ашыу күләмдә аҡсалата ярҙам алған.Рәтамаҡ ауылынан Нурислам Шәрифуллин оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында ябай көтөүсе, ферма мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Тик, бала саҡтан мал араһында үҫкәнгәлер инде, ялдамын тип буш ятыуҙы өнәмәгән ул, күңеленә яҡын шөғөл – йылҡы үрсетеү – хаҡында хыялланырға керешкән. Бер мәл булған аҡсаһына бер нисә баш йылҡы малы һатып алып, шәхси ихатаһындағы аттарын да ҡушып, тәүәккәлләргә ҡарар иткән. Ауыл ситендә хужаһыҙ торған бер нисә бинаны ҡуртымға алып, бер аҙ ремонт үткәргән.
2015 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығын ойошторған йүнсел уҙаман. Әлегә был эште яңғыҙы ғына алып бара, әммә киләсәктә бер нисә кешене мәшғүл итергә уйлай.
– Мәктәпте тамамлағас та ауыл хужалығына эшкә килдем һәм шул көндән бирле тормошомдо малһыҙ күҙ алдына килтерә лә алмайым, – ти ат йәнле егет. – Бөгөн, шөкөр, дәүләт тарафынан үҙ эшен асыусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, ярҙам тоябыҙ.
Нурислам Разетдин улы күптән түгел яңы эш башлаусы фермерҙарға махсус программаға ярашлы бүленгән аҡсаға Баймаҡ районынан башҡорт тоҡомло дүрт ҡолон һатып алған. Әле хужалығында 23 баш йылҡы бар. Артабан, матди-техник базаны нығытҡас, аттарын арттырырға иҫәп тота йүнсел. Өйөр йыл әйләнәһенә тибендә йөрөй. Бейәләрҙе быуаҙ сағында һәм ҡолонлау осоронда ғына ялан кәртәгә алып ҡайталар.
Киләсәктә ҡымыҙ, ҡаҙы, ит етештереүҙе юлға һалырға ниәтләй Нурислам Шәрифуллин. «Эшем көйләнеп, дәүләттән тағы бер аҙ ярҙам алып булһа, тоҡомсолоҡ хужалығы ойошторорға ине», – тип хыяллана. Шулай уҡ берәй техника һатып алырға уйлай, ул саҡта инде сәсеүлегендә һоло үҫтереү мөмкинлеге тыуасаҡ. Әлегә Шәрифуллин ашлыҡты башҡаларҙан һатып ала.
Фермерҙың 30 гектар сабынлығы бар. Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләгәндә уға улдары, туғандары ярҙамға килә.