Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бына тигән бүләк буласаҡ
Бына тигән бүләк буласаҡ Бөгөн район үҙәге төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә. Әле бында, әле тегендә яңы йорттар ҡалҡа, социаль объекттар сафҡа инә, балалар баҡсалары файҙаланыуға тапшырыла. Юлдарҙы төҙөү, ремонтлау һәм тәртиптә тотоу өсөн дә байтаҡ аҡса сарыф ителә. Бынан тыш, төбәктә яңы күперҙәр төҙөлә, иҫкеләре йүнәтелә.

Тик Йәрмәкәйҙә физкультура-һауыҡтырыу комплексы булмауы ғына халыҡты күп йылдар борсой ине. Шөкөр, тиҙҙән район үҙәге халҡы ғына түгел, күрше-тирә ауылдыҡылар ҙа рәхәтләнеп заманса йыһазландырылған комплекста ял итеп, сәләмәтлеген нығытасаҡ.
Әле район үҙәгенең яңы микрорайонында дөйөм майҙаны 2971,5 квадрат метр тәшкил иткән һауыҡтырыу үҙәге төҙөлә. Халыҡ өсөн бик әһәмиәтле объекттың генераль подрядсыһы — “СБС-Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, заказсыһы — респуб­ликаның Капиталь төҙөлөш идаралығы.
Төҙөлөш майҙансығында әле ҡыҙыу осор. Төҙөүселәр әҙерлек эштәрен тамамлап, ваҡытлыса биналар һәм ҡоролмалар урын­лаштырған. Ун кешенән торған бригада нигеҙҙе нығытып, бассейн буласаҡ урынды тәртипкә килтер­гән. Монолит конструкциялар ҡора башлағандар. Егеттәрҙең кәйефе күтәренке, сөнки хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, тәмле итеп ашаталар. Былтыр 15,5 миллион һумлыҡ эш башҡарылған.
Сменаһына 100 кеше һыйҙы­рышлы универсаль спорт залы (теннис, волейбол, баскетбол, мини-футбол уйнарға мөмкин), бассейн, бокс менән шөғөл­ләнеүселәр өсөн айырым урын, тамаша залы, тренажер бүлмәһе буласаҡ. Объект сафҡа ингәс, яҡынса 30 кеше эш урыны менән тәьмин ителәсәк.
— Халыҡ был спорт үҙәгенең эшләй башлауын түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки районда күмәк һыу инеү урындары юҡ бит, — ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил Арыҫланов. — Төҙөлөш өсөн аҡса ваҡытында күсә, тотҡарлыҡтар юҡ. Финанс мәсьәләһе гел ошолай ыңғай барһа, объект ваҡытында ҡулланыуға тапшырыласаҡ.


(Йәрмәкәй районынан тупланманы 3-сө биттә уҡырһығыҙ).


Автор: Самат ҒӘЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә