Бөгөн район үҙәге төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә. Әле бында, әле тегендә яңы йорттар ҡалҡа, социаль объекттар сафҡа инә, балалар баҡсалары файҙаланыуға тапшырыла. Юлдарҙы төҙөү, ремонтлау һәм тәртиптә тотоу өсөн дә байтаҡ аҡса сарыф ителә. Бынан тыш, төбәктә яңы күперҙәр төҙөлә, иҫкеләре йүнәтелә. Тик Йәрмәкәйҙә физкультура-һауыҡтырыу комплексы булмауы ғына халыҡты күп йылдар борсой ине. Шөкөр, тиҙҙән район үҙәге халҡы ғына түгел, күрше-тирә ауылдыҡылар ҙа рәхәтләнеп заманса йыһазландырылған комплекста ял итеп, сәләмәтлеген нығытасаҡ.
Әле район үҙәгенең яңы микрорайонында дөйөм майҙаны 2971,5 квадрат метр тәшкил иткән һауыҡтырыу үҙәге төҙөлә. Халыҡ өсөн бик әһәмиәтле объекттың генераль подрядсыһы — “СБС-Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, заказсыһы — республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы.
Төҙөлөш майҙансығында әле ҡыҙыу осор. Төҙөүселәр әҙерлек эштәрен тамамлап, ваҡытлыса биналар һәм ҡоролмалар урынлаштырған. Ун кешенән торған бригада нигеҙҙе нығытып, бассейн буласаҡ урынды тәртипкә килтергән. Монолит конструкциялар ҡора башлағандар. Егеттәрҙең кәйефе күтәренке, сөнки хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, тәмле итеп ашаталар. Былтыр 15,5 миллион һумлыҡ эш башҡарылған.
Сменаһына 100 кеше һыйҙырышлы универсаль спорт залы (теннис, волейбол, баскетбол, мини-футбол уйнарға мөмкин), бассейн, бокс менән шөғөлләнеүселәр өсөн айырым урын, тамаша залы, тренажер бүлмәһе буласаҡ. Объект сафҡа ингәс, яҡынса 30 кеше эш урыны менән тәьмин ителәсәк.
— Халыҡ был спорт үҙәгенең эшләй башлауын түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки районда күмәк һыу инеү урындары юҡ бит, — ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил Арыҫланов. — Төҙөлөш өсөн аҡса ваҡытында күсә, тотҡарлыҡтар юҡ. Финанс мәсьәләһе гел ошолай ыңғай барһа, объект ваҡытында ҡулланыуға тапшырыласаҡ.
(Йәрмәкәй районынан тупланманы 3-сө биттә уҡырһығыҙ).