Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Әйҙә, һанаһындар – йәшерер малым юҡ!”
“Әйҙә, һанаһындар –  йәшерер малым юҡ!” – Кит инде, минән башҡа мал көткән кеше юҡмы ни? – тип уңайһыҙланып ҡаршыланы беҙҙе Шишмә ауылы уңғаны Закир Күсәрбаев. – Беҙҙә ни һәр кемдә – шәхси ярҙамсы хужалыҡ. Ана, күрше Кәримәнең 12 һыйыры бар, Ғәзимдеке – туғыҙ, Гөлсимәнеке – алты, Римдеке – биш...


Эйе, һәр кем тырышып-тырмашып донъя көтә бында. Ҡырмыҫҡалының си­гендә урынлашып, төбәкте Дәүләкән, Шишмә, Ауырғазы райондары менән бәйләгән бәләкәй генә аҫаба башҡорт ауылы бөгөн нисек йәшәргә кәрәклекте күрһәтә кеүек. Хас та ҡырмыҫҡаларҙай ал-ялды белмәй эшләй, уңыштарын уртаҡ “иләү”гә өйөп, бер-береһен дәртләндереп, сәмлән­дереп ғүмер итә уның халҡы.
– Шишмәләрҙең уңғанлығын, бөтмөр­лөгөн башҡаларға гелән өлгө итеп ҡуябыҙ, – тине юлдашыбыҙ, Атйетәр ауыл хаки­миәте башлығы Гөлйөҙөм Уразбахтина. – Уларҙың зарланғанын, ниндәйҙер етеш­һеҙлектә бүтәндәрҙе ғәйепләгәнен һис ҡасан ишеткәнем булманы. Ауырлыҡтарға һылтанмайынса, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр, умарта­сылыҡ менән шөғөлләнәләр... Ғөмүмән, ауыл хужалығы иҫәбен алыу сараһын лайыҡлы ҡаршылай шишмәләр. Закир, бына һинең малың күпме әле?
– 16 һыйыр, ике ат, башмаҡтар, быҙау­ҙар... Иҫәп алыусылар, әйҙә, килһен, һанаһын. Йәшерер малым юҡ. Барыһы ла – үҙебеҙҙеке. Уҙған быуат уртала­рындағы кеүек артыҡ мал көтөргә ҡурҡыр заман түгел бит хәҙер.
Закир Мөнир улы ошо ауылда ишле ғаиләлә буй еткергән. Өлкән бала булараҡ, хужалыҡтағы бөтөн эште белеп үҫкән ул. Ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ – айырылмаҫ сифаттары.
– Һөттө көн дә йәйгеһен – өс, ҡышҡыһын ике тапҡыр Өфө баҙарына һатырға алып барам. Йылы миҙгелдә иртәнге сәғәт етелә ҡалаға юлланырға кәрәк. Шул ваҡытҡа ҡатыным Лилиә һауыу эшен тамамлаған була. Әйткәндәй, һауын аппаратының сит ил маркалыһын алғайныҡ. Әллә нисә йыл инде боҙолмай эшләй. Ҡыш 35 градуслыҡ һалҡында ла һәйбәт тарта, – ти Закир Мөнир улы. – Ҡағиҙәгә ярашлы, һөт продукцияһының таратылыу ваҡыты – бер тәүлек. Өҫтәүенә ул сифатлы булырға, хаҡы халыҡты ҡәнәғәтләндерергә тейеш. Әле, мәҫәлән, бер шешәһен 50 һумға һатабыҙ. Хаҡты ун тингә генә күтәрһәң дә, һөтөң үтмәй башлаясаҡ. Ә ошо ҡәҙәр малды ҡыш сығарыу өсөн 300 самаһы ҙур төк бесән, 25 тонна фураж кәрәк. Күбеһен һатып алырға тура килә ине. Хәҙер иһә үҙебеҙҙең трактор, сапҡыс, бесән төргөс бар. Уларҙы шул мал ярҙамында алыуға өлгәштек. Һөҙөмтәлә бесәндең күп өлөшөн үҙебеҙ әҙерләйбеҙ.
Закир Мөнир улы продукцияны осһоҙ­лата күмәртәләп тапшырыуға ҡаршы. Ике йыл элек үҙе бер йүнсел менән шулай хеҙмәттәшлек итеп ҡараған. “Һөттөң литрын ун һум менән тапшырам, ә ул 20-22-гә һата ине, – ти. – Минең өсөн бөтөнләй файҙаһыҙ булды ул алым. Шуға Өфөгә йөрөй башланым. Әлбиттә, мәшәҡәте күп, әммә аҡсаһы ла килеп тора. Ауылыбыҙға юлдың яҡшы булыуы ла – эштә ҙур ярҙам. Көнөнә әллә нисә тапҡыр үтергә тура килә бит унан! Ауыл, район хакимиәте етәк­селәренә ҙур рәхмәт – мохтажлыҡ кисерт­мәйҙәр. Һәр төрлө башҡа мәсьәлә буйынса ла ярҙам итергә әҙер торалар”.
Лилиә менән Мөнир Күсәрбаевтар өс балаға ғүмер биргән. Өлкән ҡыҙҙары БДУ-ны тамамлап, шунда уҡ эшләп йөрөй, улдары Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем ала, кеселәре иһә Өфө нефть колледжында уҡый. Баш ҡалала аҙыҡ-түлеккә мохтажлыҡ кисереп йәшәмәй улар: уңған аталары күстәнәсте ташып тора.
– Улың, моғайын, уҡыуын тамамлағас, ауылға ҡайтыр? – тип ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе ауыл хакимиәте башлығы Гөлйөҙөм Ғәндәлиф ҡыҙы.
– Бик һәйбәт булыр ине лә! – тип ҡыуанып китте Закир Мөнир улы.
– Ҡайтһын, шунда уҡ ер бирербеҙ, башҡа яҡтан ярҙам итербеҙ. Беҙҙә йәштәргә юл һәр саҡ асыҡ.
Хеҙмәт кешеһе шулай һәр заманда ла иң хөрмәтле кеше булып ҡала шул. Күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраған, баҡса үҫтергән, бер нисә умарта тотҡан Күсәрбаевтарға ла етәкселек ҙур ихтирам менән ҡарай, ныҡлы ышаныс бағлай. Өҫтәүенә был өлгөлө ғаилә туғыҙ йыл элек ике баланы патронат тәрбиәгә алған икән! Уларҙы хәстәрләп бағалар, ел-ямғыр тейҙермәйҙәр. Балаларҙың береһе хәҙер инде Талбазылағы күп профилле техникумда белем ала.
– Уҡыу шул ҡәҙәр оҡшай үҙенә, – тип ҡәнәғәт йылмайҙы Закир Мөнир улы. – Шулай булмайса: бер юлы ашнаҡсы, хисапсы, йәшелсәсе һөнәрҙәренә өйрәнә лә! Кешегә шулай эш белеп үҫеү мөһим бит. Бына бөгөн, йома, баламды уҡыуҙан барып алам. Һағындырған!..





Сараның
әһәмиәте ниҙә?


Финанс йәһәтенән ауырлыҡтар булып тороуға ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы иҫәбен алыу сараһын үткәреү мөһим. Сара ватан агросәнәғәтен үҫтереү юлдарын аныҡ күрһәтәсәк. Тап шундай фекерҙә илдең ауыл хужалығы тармағы етәкселәре.

Әйтеүҙәренсә, иҫәп алыу ресурс ҡеүәтен асыҡларға, әле статистикала булмаған мөһим күрһәткестәр – инновациялы технологияларҙы файҙаланыу, субсидия, кредит алыу мөмкинлеге һәм башҡалар – тураһында мәғлүмәт тупларға ярҙам итәсәк. Һөҙөмтәлә ауыл хужалығын үҫтереүҙең яңы йүнәлештәре әҙерләнәсәк. Мәғлүм булыуынса, яңы иҡтисади шарттарҙа үткәрелгән тәүге иҫәп алыу йомғаҡтары буйынса ла тармаҡты үҫтереү тураһында закон һәм дәүләт программаһы ҡабул ителгәйне.
Сара шулай уҡ идара итеүҙәге бәғзе хаталарҙы төҙәтеү, халыҡҡа үҙ продукциябыҙҙың мөһимлеген аңлатыу эшен киң йәйелдереү һәм башҡа мөмкинлектәргә юл асасаҡ.

Айлина САЛАУАТОВА.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА. Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә