Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 88 йәштә һунар итә
88 йәштә һунар итә Айыу алған һунарсылар тураһында йыш ишеткәнегеҙ барҙыр, әммә 88 йәшлек бабайҙың әле булһа һунарға йөрөүе — һирәк күренеш. Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында йәшәгән Шәүкәт Ҡыйбатовты районда яҡшы беләләр. Ғүмере буйы колхоздың алдынғы шоферы һәр һабантуйҙа яҡшы эшләгәне өсөн бүләкләнер булған. Үткер күҙле, етеҙ хәрәкәтле уҙамандың һунарға булған ҡомары бәләкәйҙән килә: “Ҡушкөбәкте ҡулыма алғанда, мылтыҡ минән ҙур ине”, – тип хәтерләй геройым.

— Тәүге тапҡыр өйрәккә һунар ҡыл­дым. Бөгөнгөләй хәтеремдә, бәләкәй генәмен, ашарға ризыҡ юҡ. Шәмсетдин ағай биргән мылтыҡты алып, ҡош ау­ларға киттем. Тәүҙә күҙәтеп ятам теге­ләрҙе, яйлап ҡына күлдә йөҙәләр. Ҡамыш­лыҡҡа ыңғайлауҙары булды, ятҡан урынымдан һикереп тороп, ҡушкөбәкте төбәнем. Тәүге атҡанда уҡ бер өйрәкте эләк­терҙем. Хәҙер уйлайым да, әгәр ҙә шул ваҡытта беренсе атыуҙан өйрәк ала алмаһам, мин башҡаса һунар тип ауы­ҙымды ла асмаҫ инем, — тип кеткелдәп көлөп алды Шәүкәт олатай.
Һәр йәнлеккә һунар итеүҙең үҙ сере, үҙ алымы бар. Тәжри­бәле һунарсы уларҙың барыһы хаҡында ла бик ирмәк һәм мауыҡтырғыс бәйән итә. Йор һүҙле, теремек кәүҙәле һунар­сыны тыңлаған һайын тыңлағы килә. Ҡасандыр (ул ваҡытта көлкө булмағандыр инде) булған ваҡиғаларҙы иҫкә алыуы — үҙе бер тере тарих.
— Колхоз-совхоздар осоронда көтөү­гә айыу йәки бүре йыш һөжүм итер ине. Уларҙы аулауға хөкүмәт тарафынан махсус дәртләндереү сараһы күп булды. Бүре, айыу, төлкө тиреләре өсөн ярайһы уҡ ҙур күләмдә премия, атыу өсөн пуля (дары) бирелер ине. Кол­хоздың байтаҡ ҡына һыйырын айыу һуҡҡас, хужалар уны алыу бурысын ҡуйҙы. Бер нисә көн һунарсылар айыуҙы ҡара­уылланы, әммә тайыштабан хәйләкәр булып сыҡты.
Ҡасан булһа ла йәнлектең үҙ табышына килере билдәле, шуның өсөн хәйлә талап ителә. Йәнә һунарға сыҡтыҡ, тағараҡ эшләйбеҙ (ағасҡа менеү өсөн эшләнгән баҫҡыс шулай атала — Авт.). Сөнки ерҙә айыуҙы һағалап ултырғанда, ул беҙҙе һиҙергә мөмкин. Ә өҫтә булған­да, кеше еҫен тоймай. Тып-тын, бер тауыш та ишетелмәй. Икенсе көн тигәндә алпан-толпан баҫып тайыштабандың килгәне күренде. Аҙыраҡ атлай ҙа ҡолағын ҡарпайтып ала. Тамам яңғыҙ икәнлегенә ышанып, күмеп ҡуйған емтек янына яҡын­лашты.
Табышы менән булышҡан арала уны атып алырға кәрәк. Бер һунарсы — бер яҡтан, икен­сеһе икенсе яҡтан атып, уны алдан әҙерләгән соҡорға (ағас ҡыуышына) индерергә әҙерләнәбеҙ. Ҡаршылыҡты көтмәгән айыу бер аҙ юғалып ҡалды, һауа ярып үкереп ебәр­ҙе лә дүрт аяҡлап ҡаса башланы. Баҫтырып етеп тегене ҡамап алдыҡ, ҡапыл өҫтән һи­кереп, уның башына йәбеш­тем, ике ҡолағын тоттом да: “Здравствуй, Миша!” — тинем. Иптәштәрҙең ҡурҡыуы шунда уҡ юғалды, барыһы ла һын­дары ҡатып көлөргә тотондо, айыуыбыҙ ҙа аҡрынлап йән бирҙе. Оҙаҡ йылдар (ул ваҡыт­та бергә йөрөгән һунарсылар иҫән ине) мине “Здравствуй, Миша!” тип сәләмләп йөрөттө­ләр, — тип үҙе менән булған хәл­де хәтерләй Шәүкәт Мөхә­мәтйән улы.
Шул йылдарҙың бер иҫтә­леге итеп ул өйөндә айыу ҡа­рас­ҡыһын ҡәҙерләп һаҡлай. “Ҡасандыр урман хужаһы ме­нән алышыу ғүмеремдең иң матур мәле булған икән”, — ти һунарсы.
Бөгөн дә ул буш ултырмай: йылдың төрлө миҙгелендә лә урмандан ҡайтып инмәй. Елә­ген дә йыя, шифалы үләндәрҙе лә киптерә, кәрәк икән, һунарға ла сыға. Йорт алдында емеш-еләген, йәшелсәһен үҫтерә. Ул ултыртҡан картуфтың даны бар районға таралған, күптәр фәҡәт уныҡын алыр өсөн килә.
Хәрәкәттә — бәрәкәт, ти ха­лыҡ әйтеме. Һәр саҡ хәрәкәттә булған геройым — йәштәрҙе көнләштерерлек етеҙ, дәртле, тормошҡа ғашиҡ кеше. Артабан да уға иҫәнлек-һаулыҡ юлдаш булһын!



Автор: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә