Айыу алған һунарсылар тураһында йыш ишеткәнегеҙ барҙыр, әммә 88 йәшлек бабайҙың әле булһа һунарға йөрөүе — һирәк күренеш. Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында йәшәгән Шәүкәт Ҡыйбатовты районда яҡшы беләләр. Ғүмере буйы колхоздың алдынғы шоферы һәр һабантуйҙа яҡшы эшләгәне өсөн бүләкләнер булған. Үткер күҙле, етеҙ хәрәкәтле уҙамандың һунарға булған ҡомары бәләкәйҙән килә: “Ҡушкөбәкте ҡулыма алғанда, мылтыҡ минән ҙур ине”, – тип хәтерләй геройым.— Тәүге тапҡыр өйрәккә һунар ҡылдым. Бөгөнгөләй хәтеремдә, бәләкәй генәмен, ашарға ризыҡ юҡ. Шәмсетдин ағай биргән мылтыҡты алып, ҡош ауларға киттем. Тәүҙә күҙәтеп ятам тегеләрҙе, яйлап ҡына күлдә йөҙәләр. Ҡамышлыҡҡа ыңғайлауҙары булды, ятҡан урынымдан һикереп тороп, ҡушкөбәкте төбәнем. Тәүге атҡанда уҡ бер өйрәкте эләктерҙем. Хәҙер уйлайым да, әгәр ҙә шул ваҡытта беренсе атыуҙан өйрәк ала алмаһам, мин башҡаса һунар тип ауыҙымды ла асмаҫ инем, — тип кеткелдәп көлөп алды Шәүкәт олатай.
Һәр йәнлеккә һунар итеүҙең үҙ сере, үҙ алымы бар. Тәжрибәле һунарсы уларҙың барыһы хаҡында ла бик ирмәк һәм мауыҡтырғыс бәйән итә. Йор һүҙле, теремек кәүҙәле һунарсыны тыңлаған һайын тыңлағы килә. Ҡасандыр (ул ваҡытта көлкө булмағандыр инде) булған ваҡиғаларҙы иҫкә алыуы — үҙе бер тере тарих.
— Колхоз-совхоздар осоронда көтөүгә айыу йәки бүре йыш һөжүм итер ине. Уларҙы аулауға хөкүмәт тарафынан махсус дәртләндереү сараһы күп булды. Бүре, айыу, төлкө тиреләре өсөн ярайһы уҡ ҙур күләмдә премия, атыу өсөн пуля (дары) бирелер ине. Колхоздың байтаҡ ҡына һыйырын айыу һуҡҡас, хужалар уны алыу бурысын ҡуйҙы. Бер нисә көн һунарсылар айыуҙы ҡарауылланы, әммә тайыштабан хәйләкәр булып сыҡты.
Ҡасан булһа ла йәнлектең үҙ табышына килере билдәле, шуның өсөн хәйлә талап ителә. Йәнә һунарға сыҡтыҡ, тағараҡ эшләйбеҙ (ағасҡа менеү өсөн эшләнгән баҫҡыс шулай атала — Авт.). Сөнки ерҙә айыуҙы һағалап ултырғанда, ул беҙҙе һиҙергә мөмкин. Ә өҫтә булғанда, кеше еҫен тоймай. Тып-тын, бер тауыш та ишетелмәй. Икенсе көн тигәндә алпан-толпан баҫып тайыштабандың килгәне күренде. Аҙыраҡ атлай ҙа ҡолағын ҡарпайтып ала. Тамам яңғыҙ икәнлегенә ышанып, күмеп ҡуйған емтек янына яҡынлашты.
Табышы менән булышҡан арала уны атып алырға кәрәк. Бер һунарсы — бер яҡтан, икенсеһе икенсе яҡтан атып, уны алдан әҙерләгән соҡорға (ағас ҡыуышына) индерергә әҙерләнәбеҙ. Ҡаршылыҡты көтмәгән айыу бер аҙ юғалып ҡалды, һауа ярып үкереп ебәрҙе лә дүрт аяҡлап ҡаса башланы. Баҫтырып етеп тегене ҡамап алдыҡ, ҡапыл өҫтән һикереп, уның башына йәбештем, ике ҡолағын тоттом да: “Здравствуй, Миша!” — тинем. Иптәштәрҙең ҡурҡыуы шунда уҡ юғалды, барыһы ла һындары ҡатып көлөргә тотондо, айыуыбыҙ ҙа аҡрынлап йән бирҙе. Оҙаҡ йылдар (ул ваҡытта бергә йөрөгән һунарсылар иҫән ине) мине “Здравствуй, Миша!” тип сәләмләп йөрөттөләр, — тип үҙе менән булған хәлде хәтерләй Шәүкәт Мөхәмәтйән улы.
Шул йылдарҙың бер иҫтәлеге итеп ул өйөндә айыу ҡарасҡыһын ҡәҙерләп һаҡлай. “Ҡасандыр урман хужаһы менән алышыу ғүмеремдең иң матур мәле булған икән”, — ти һунарсы.
Бөгөн дә ул буш ултырмай: йылдың төрлө миҙгелендә лә урмандан ҡайтып инмәй. Еләген дә йыя, шифалы үләндәрҙе лә киптерә, кәрәк икән, һунарға ла сыға. Йорт алдында емеш-еләген, йәшелсәһен үҫтерә. Ул ултыртҡан картуфтың даны бар районға таралған, күптәр фәҡәт уныҡын алыр өсөн килә.
Хәрәкәттә — бәрәкәт, ти халыҡ әйтеме. Һәр саҡ хәрәкәттә булған геройым — йәштәрҙе көнләштерерлек етеҙ, дәртле, тормошҡа ғашиҡ кеше. Артабан да уға иҫәнлек-һаулыҡ юлдаш булһын!