Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ярҙам һорай Һаҡмар
Ярҙам һорай Һаҡмар Ғәҙеллек юллап йөрөү еңелдән түгел. Төрлө инстанцияларҙы үтеп, әллә күпме хужаның ишеген шаҡырға ла тура килә. Ахыр сиктә кешеләр ярҙам һорап редакцияларға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Баймаҡ районының Ҡыуат һәм Әбделкәрим ауылдары халҡының гәзиткә ебәргән хатына барлығы 55 ҡултамға ҡуйылған.

Йөк урынынан
ҡуҙғалмай


Ҡыуат менән Әбделкәрим — йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан боронғо башҡорт ауылдары. Элек-электән халыҡ Һаҡмарҙы һыулап, унда рәхәтләнеп һыу инеп, балыҡ тотоп йәшәгән. Йылға үҙенең матурлығы менән күптәрҙе әсир иткән: бала-саға йәй яр буйынан ҡайтмаһа, йәштәр кисен тап ошонда йыйылып, осрашыр булған. Улар, яр ситендә усаҡ яғып, таң атҡанса уйын ҡорған, йырлаған.
Ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән ауыл халҡы боҙ китеүен көтөп алған: бала-саға ҙур-ҙур киҫәктәрҙең бер-береһенә бәргелә­неүен тамаша ҡылһа, ололар бер аҙ хәүефләнеп, ағымдың ҡазаһыҙ үтеүен теләп, доға ҡылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быларҙың барыһы ла үткән заманда тороп ҡалған. Ҡасандыр бормаланып-бормаланып аҡҡан, йырҙарҙа йырланған йәмле Һаҡмарҙың хәле бөгөн бик аяныслы, ул ярҙамға мохтаж.
Беҙгә мөрәжәғәт итеүселәрҙе лә тап ошо хәл борсой, уйландыра. Артабан хаттан өҙөк килтерәйек. “2005 йылда Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында һыу һаҡлағыс астылар. Абруйлы вәкилдәр, был эшкә үҙҙәренең фатиха­һын биреп, төбәктең үҫешенә һыу һаҡлағыстың тос өлөш индереренә ышандырҙы. Күҙаллауҙары буйынса, Әбделкәрим ауыл биләмәһенә ингән ауылдар бында төҙөлгән электр стан­цияһынан арзан электр энергияһы аласаҡ, яҡын-тирәләге ауыл хужалығы ерҙәре даими һуғарылып, уңыш кимәле артасаҡ, быуа ярҙары йәшелләндерелеп, ял йорто төҙөләсәк, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнәсәктәр, ғөмүмән, халыҡ өсөн байтаҡ эш урыны булдырыласаҡ”, — тиелгән хатта.
Әммә быларҙың береһе лә тормошҡа ашмай, киреһенсә, һыу һаҡлағыс ауыл халҡының бәкәленә һуҡҡан урынға әүерелә, тәбиғәткә оло зыян килтерә. Иң хәүефлеһе: яҙ көнө быуа йырылып китмәҫ, тимә.
Һыу һаҡлағыстың географик үҙенсәлек­тәренә күҙ һалғанда, быуаның оҙонлоғо — 13 километр, тәрәнлеге — 5 – 17 метр, һыу туплау майҙаны — 2140 квадрат километр. Уны төҙөүгә 120 миллион һум аҡса тотонолған. Алдан әйтеүебеҙсә, һыу һаҡлағыс төҙөлөүгә ун йылдан ашыу ваҡыт үткән, әммә әле булһа проблемалар тулыһынса хәл ителмәгән. Ауыл халҡы менән осрашыу ваҡытында барыһы ла Һаҡмарҙың артабанғы яҙмышы өсөн тәрән борсолоуын белдерҙе. Тирә-яғын­дағы ағастарҙың аҡрынлап ҡорой барыуын, быуала йылдан-йыл балыҡтың кәмеүен, бала-сағаның һыу инә алмауын, хатта йылға буйында йөрөгән ҡош-ҡорттоң күпләп үлеүен, аттарҙың Һаҡмар йыл­ғаһынан һыу эсмәүен бәйән иттеләр. Быларҙың барыһы ла етәкселәрҙе уйлан­дырырға тейеш тә бит, әммә әлегә тиклем йөк урынынан ҡуҙғалмай.

“Быуа беҙгә
бәлә булды”


Шулай тип ҡаршыланы Ҡыуат ауылында йәшәгән Кинйәбай Солтанғолов.
— Һыу һаҡлағысты асҡан ваҡытта бирелгән вәғәҙәләр береһе лә тормошҡа ашманы. Улай ғына түгел, ҡасандыр Һаҡмарҙың файҙаһын күреп, уның һыуын эсеп үҫкән ауыл халҡы өсөн оло бәлә башланды. Ҡышын быуанан әҙләп һыу төшөрөү сәбәпле, йылға уртаһы туңмай, шунлыҡтан малдарға мәке уйып һыу эсереү мөмкин түгел. Хатта балалар ҙа боҙ шыуа алмай, балаларын йылғаға ебәрмәһен тип, ата-әсәләрҙән махсус ҡултамға алалар. Йәйге миҙгел хаҡында әйтеп тораһы ла түгел: йылға буйы йәшел, һаҫыҡ ылымыҡ менән тула, яр буйына яҡын барырлыҡ та булмай. Элекке кеүек йылға тулып йөрөгән ҡаҙ-өйрәктәрҙе һыуға төшөрөү ҙә ҡурҡыныс: уларҙың йылғанан һыу эсеүе була, ҡайтҡас, һөлөк ҡоҫоп, ятып үлә. Ни өсөндөр быуаны бер кимәлдә тотмайҙар: йә һыуын күбәйтәләр, йә ул һайығып китә. Һыу һаҡлағыс төҙөлгәндән бирле беҙҙең төбәктә ямғыр ҙа яуғаны юҡ, болоттарҙы ҡыуалай, тип тә әйтәләр, — тип үҙ фекере менән уртаҡлашты Кинйәбай Фәйзулла улы.
Уның һүҙҙәрен ҡатыны Фәйрүзә апай ҙа йөпләне:
— Әллә күпме сығым сарыф итеп тө­ҙөлһә лә, ваҡытында шатланып асһаҡ та, быуа файҙа килтермәне. Бәлки, кемдер унан бик ҙур файҙа күргәндер ҙә...
Әйткәндәй, быуа төҙөлгән саҡты яҡшы хәтерләй ауыл халҡы. Ҡайҙандыр килгән сит кешеләрҙең төҙөлөштә эсеп эшләүҙә­рен дә инҡар итмәй ҡыуат менән әбдел­кәримдәр. Төҙөлөш өсөн килтерел­гән цемент тоғо менән араҡыға алмаштырыла. Төҙөүселәр еренә еткермәгән эште теүәлләргә ауыл халҡын өмәгә сығаралар. Һәр хәлдә, һыу һаҡлағыстың бар талап­тарға ярашлы, ҡабул ителгән план-схема буйынса төҙөлмәгәнен һәр кем яҡшы белә. Тап шуныһы ҡурҡыта ла инде уларҙы: ҡасан да булһа быуа йырылып китер төҫлө.
Уны төҙөү өсөн шул урында үҫкән урман ҡырҡыла, һаҙлыҡтар киптерелә. Урын ағастан тулыһынса таҙартылырға тейеш була, әммә эшселәр уның бер аҙын ғына тейешенсә башҡара. Күпмеһендер ауыл халҡы ташып өлгөрә, ваҡыт ҡыҫа, өлгөр­мәйбеҙ тигән һылтау менән ҡалғаны һыу аҫтында шул килеш ҡала. Иң әрнеткәне: Бәләкәй Алғаҙы ауылының боронғо зыяратын да һыу һаҡлағыс йота. Талап буйынса, бындай урын тулыһынса цемент менән ҡатырылырға тейеш була, әммә ситкә осҡан төҙөлөш материалдары ата-бабаларҙың һуңғы төйәген һыу аҫтына ебәрергә мәжбүр итә. Хәтеремдә, Һаҡмар һыу һаҡлағысы төҙөлөп, бер нисә йыл үткәс, балыҡсылар күҙенә быуанан аҡ кейемдәге ҡиәфәттә кеше күренеүе ха­ҡында хәбәр таралғайны. Кем белә, әруахтар рухы, бәлки, рәнйеп тә йөрө­гәндер. Нисек кенә булмаһын, ул саҡтағы имеш-мимеш бушҡа булмағандыр, тип уйлап ҡуяһың.
Быуа эргәһендәге тәбиғәттең йылдан-йыл күҙгә күренеп юҡҡа сығыуы, һыуының бысраҡ, эсергә яраҡһыҙ булыуы, ҡош-ҡорттоң үлеүе, тирә-яғының ләм, ылымыҡ менән уратылып алыуы — быларҙың ба­рыһы ла ваҡытында дөрөҫ эшләмәү һөҙөмтәһе. Бынан ун йыл элек ятып ҡал­ған ағастарҙың сереп, кеше һөйәктәренең йәнле организм, тотош йәшеллек өсөн хәүефле матдәләр сығарып ятыуы ла бик ихтимал. Ошоғаса берәү ҙә килеп һыуҙы тикшереп, анализ һөҙөмтәһе менән ауыл халҡын таныштырғаны булмаған. Ҡасандыр Өфөлә фенол тип яр һалған кеүек, бәлки, бында йәшәгәндәр ҙә ағыуланып, һаулыҡтарын хәүеф аҫтына ҡуялыр. Һәр хәлдә, тейешле органдар, ғалимдар тикшереп, үҙ һүҙен әйтер тигән ышаныстабыҙ.

Миҙал ике яҡлы

тигәндәй, тотош Ҡыуат һәм Әбделкәрим халҡының фекерен быуаны хеҙмәтлән­дереүселәрҙең береһе, мастер, Ҡыуат ауылы мәсетенең имам-хатибы Булат Солтанғолов бөтөнләй инҡар итә:
— Һыу һаҡлағыс сафҡа ингәндән бирле, ауыл халҡының яҙҙарын Һаҡмарҙың ташыуы хаҡында борсолорға урыны ҡалманы. Һыу баҫыр, тигән уй юҡ, сөнки барыһы ла яҡшы белә: беҙ ташҡынды күҙәтеп барабыҙ, уға юл ҡуйылмаясаҡ. Һыу һаҡлағыстың төп маҡсаты — Һаҡ­мар­ҙың ағыу-ташыу процесын тәьмин итеү. Беҙ аҡрынлап йыйылған һыуҙы ағы­ҙып торабыҙ, яҙғы ташҡынға әҙерлек иртә башлана. Ташҡын ваҡытында 36 миллион кубҡа тиклем һыу йыйылыуы ихтимал.
Бөгөн һыу һаҡлағыста мастер һәм дүрт хеҙмәтләндереүсе эшләй, кәрәкле бөтә мәғлүмәттәр махсус журналға теркәп барыла, быуа эргәһендә “һыу инергә ҡәтғи тыйыла” тигән яҙыу элеп ҡуйылған, сөнки һыу төшөүселәр өсөн ул тәғәйенләнмәгән, тәрән. Ҡош-ҡорт үлә, тигән һүҙҙәр менән ризалашмайым, ниңә һуң минеке үлмәй?! Балыҡсылар йыл әйләнәһенә рәхәтләнеп балыҡ тота, хатта Магнитогорск, Орск ҡалаларынан да килеүселәр бар.
Ниндәйҙер кимәлдә уның һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ барҙыр, сөнки һуңғы йылдарҙа ташҡын хәүефен тоймай ауыл халҡы. Әммә Һаҡмарҙың хәле йылдан-йыл ҡат­марлаша барыуы хәҙер инде бер кемгә лә сер түгел.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, һыу һаҡлағыста төҙөлгән электр станцияһын, юғарынан түрәләр килгәндә, эшләтеп тә алғандар, әммә бөгөн ул бөтөнләй туҡтаған. Төҙөгән ваҡытта йәшелсәселек менән шөғөлләнеү өсөн махсус сифон урынлаштырыла, йәғни торбалар һалып ҡалдырыла. Аҙаҡ­тан ул торбаларҙы ла ҡырҡып ҡайҙалыр алып китәләр. Берәй сетерекле хәл була ҡалһа, халыҡҡа еткереү өсөн сигнал төймәһе лә төҙөк түгел, бәлки, ул эшләй­ҙер, әммә кешеләр уны бер ҡасан да ишеткәне юҡ. Һәр хәлдә, халыҡтың төрлө хәлгә әҙерлеген тикшереү саралары алдан үткәрелергә тейеш.
Ошоға тиклем Һаҡмар һыу һаҡлағысы “Башмелиоводхоз”ға буйһонһа, бөгөн ул Гидротехник ҡоролмаларҙы эксплуатациялау буйынса идаралыҡ милке булып һанала.
Шуныһы аптырашта ҡалдырҙы: быуа урынлашҡан майҙан өсөн урындағы ауыл биләмәһенә закон буйынса һалым түләү ҡаралған. Ун йылдан ашыу ваҡыт үткән, әммә урындағы район һәм ауыл ҡаҙна­һына ла бер тин дә аҡса кермәгән.

Хәҡиҡәт
сағыштырыуҙа беленә


Ҡыуат һәм Әбделкәрим ауылдары халҡының саң ҡағыуы аңлашыла, сөнки һыу һаҡлағыс тирәһендә бер ниндәй ҙә төҙөкләндереү, йәшелләндереү саралары алып барылмай. Йомағужа һыу һаҡла­ғысы менән Һаҡмар һыу һаҡлағысын сағыштырғанда, айырма ер менән күк араһы кеүек. Ә бит төҙөгән ваҡытта һыу һаҡлағыстарҙың икеһе лә бер маҡсаттан төҙөлә, халыҡҡа өҫтәмә эш урындары булдырыу ҙа ҡарала. Быуа эргәһендә ял урындары төҙөү, балыҡсылыҡ һәм баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү һәм башҡалар. Әммә барыһы ла ҡағыҙҙа ғына тороп ҡала.
Бөгөн былар хаҡында хыялланмай ҙа ауыл халҡы, теләктәр бер генә: әле ҡороп юҡҡа сыҡмаҫ элек нисек тә Һаҡмарҙы һаҡлап ҡалыу, уға ярҙам итеү. Һыу һаҡлағысты кире күмеп булмаясағын яҡшы аңлай улар, әммә республика етәкселегенең, тейешле органдарҙың хәлде урында килеп яҡшылап тикшереп, һыуҙың торошон ҡарап, унан анализ өсөн өлгө алып үҙ һүҙен әйтеүен көтә.
Ҡасандыр Һаҡмар буйына үҙҙәре ултыртҡан ағастарҙың тотош ер биҙәге булырҙай урманға әүерелеүенә шаһит булып, әле уларҙың ҡороуына йәндәре әсей, күңелдәре һыҡтай. Һыу һаҡланып та, унан берәү ҙә файҙа күрмәгәс, ни бысағыма һуң был быуа? Ни өсөн Йома­ғужа һыу һаҡлағысына республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленә лә, Һаҡмар һыу һаҡлағысы ниңә мәхрүм ҡала?!

Хужа ни әйтер?

Ике ауыл халҡы менән осрашып, уларҙың уй-фекерҙәрен тыңлағас, Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Хәлил Ғәлимйән улы Булатовтың да кабинет ишеген шаҡыныҡ. Ниндәй уй-ниәт менән йөрөүебеҙҙе белгәс, ул ҡыуанып китте. Тимәк, хужаны ла был проблемалар борсой.
— Быуа төҙөлгән ваҡытта мин хужалыҡ рәйесе инем, шуға күрә уның эшендә шәхсән ҡатнашырға тура килде, тип әйтә алам. Баштан уҡ һыу һаҡлағысты төҙөүҙә бик күп тайпылыуҙар булды, төҙөлөш материалдарының ситкә осоуы, эшсе­ләрҙең бурыстарына яуапһыҙ ҡарауы киләсәк өсөн бик ҡурҡыныс булыуы мөмкин. Улар хаҡында халыҡ әйткәндер, мин бер нисә аныҡ мәсьәләгә генә туҡталам.
Быуаның бер ваҡытта ла ысын хужаһы булманы, ә ул булмаған ерҙә тәртип тә юҡ. Ауыл осондағы Мағаш йылғаһы аша күпер бар. Ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, һыу һаҡлағысҡа шул юлдан төшөү өсөн эшләнелгән. Йөк тейәлгән машиналар ошо күперҙән сығырға тейеш, әммә ул әле авария хәлендә. Унан йөк тейәгән ҡеүәтле техника түгел, хатта йәйәүле лә үтә алмай. Нисәмә йыл уны ремонтлауҙы һорап, яуаплы ойошмаларға хат яҙабыҙ, яҙ етһә — йәй, йәйге миҙгелдә иһә, көҙ ремонтлайбыҙ, тиҙәр. Әммә эш баш­ҡарылмай. Ялыу яҙа торғас, улар еңел юл тапты: күпер эргәһендә ике яҡлап тәрән канау ҡаҙҙылар, бер кем дә эргәһенә бара алмаһын, унан йөрөй алмаһын тип.
Шулай уҡ һыу һаҡлағыста сигнализация булырға тейеш, әммә ул эшләмәй. Әгәр ҙә бер-бер хәл була ҡалһа, уны Баймаҡ ҡына түгел, Өфө, хатта Мәскәү ишетергә тейеш. Ҡасандыр беҙ уйнап үҫкән, Һаҡмарҙа һыу ингән, ҡышын боҙ шыуған ғәжәп мәлдәр хәтирәләрҙә генә ҡалырмы икән?..
Ошо илаһи ерҙә тыуып үҫкән, бөгөн еренең киләсәген ҡайғыртып, ауылдаштары өсөн борсолған ауыл биләмәһе башлығы Хәлил Булатовтың Һаҡмар буйын артабан йәшелләндереү, уны киләсәк быуынға һаҡлап ҡалыу маҡсатында төрлө эш пландары ла ҡоролған. Әммә бары­һына ла түрәләрҙең ризалығы кәрәк, сығымдар ҙа байтаҡ ҡына талап ителә. Бөгөн ситтән инвесторҙар йәлеп итеү ҙә һәйбәт йолаға әйләнеп бара, әммә ҡырҙан килеүселәргә ауылдың киләсәге, Һаҡ­марҙың таҙалығы кәрәкме ни, уларҙы бары аҡса табыу юлдары ғына ҡыҙыҡ­һындыра. Быуа янында үҙ эшен асып, ял йорттары төҙөү, балыҡ үрсетеү, йәшелсә үҫтерергә теләүселәр ҙә юҡ түгел, ләкин уларға ла ярҙам кәрәк шул.


Виталий ТЮР,
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология
министры урынбаҫары:


– Баймаҡ районындағы Һаҡмар һыу һаҡлағысы 2005 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Ул дәүләт милке булып һанала. Һыу һаҡлағыс республиканың Гидротехник ҡоролмаларҙы эксплуатациялау буйынса идаралығы ҡарамағында. Уның маҡсаты – Һаҡмар йылғаһының ағышын көйләү, электр энергияһы етештереү, Башҡортостандың ҡоролоҡтан зыян күргән төбәгендә һыу запасы туплау.
Һаҡмар һыу һаҡлағысын төҙөү проекты Дәүләт экология экспертизаһын үткән. Яҙғы ташҡын мәлендә йылғала һыу кимәле кәмей, был иһә ауылдарҙы һыу баҫыуҙан һаҡлай. Мәҫәлән, ошо саралар арҡаһында Әбделкәрим ауылында 47 йортто ташҡындан ҡурсалап алып ҡалалар.
Һаҡмар һыу һаҡлағысы рекреацион маҡсатта ла (ял, туризм, спорт өсөн) әүҙем файҙаланыла: һыу буйына ял итеүселәр күпләп килә, балыҡсылар өҙөлмәй. Киләсәктә бында ял йорттары һәм кемпингтар төҙөләсәк, турист маршруты ойоштороласаҡ. Был мәсьәләләр әле хәл ителеү өҫтөндә.

Илшат СИТДЫҠОВ,
Баймаҡ районы
хакимиәте башлығы:


— Һаҡмар һыу һаҡлағысын төҙөү эштәрен төбәк етәкселеге һәм ғалимдар, Һаҡмар йылғаһының бөтә үҙенсәлектәрен тикшереп, ҡоролманың әһәмиәтен өйрәнеп башҡарҙы. Тап шул арҡала бөгөн Әбделкәрим һәм Ҡыуат ауылы халҡы Һаҡмарҙың ажарланып ярҙан сығыуын белмәй, ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөп йонсомай.
Йылғаның һуңғы йылдарҙа һайығыуы бер Һаҡмарға ғына ҡағылмай. Дүрт-биш йыл рәттән килгән ҡоролоҡ барлыҡ шишмә-йылғаларҙың һайығыуына килтерҙе, яр буйҙарындағы ағас-таллыҡтарҙың аҡрынлап ҡороуына сәбәпсе булды. Ауыл халҡының борсолоуы урынһыҙ, һыу һаҡлағыс даими күҙәтелеп, тейешле органдар тарафынан тикшерелеп тора.

Рәсимә СОЛТАНҒОЛОВА,
Әбделкәрим мәктәбе уҡытыусыһы:


— II класс уҡыусыһы Миңлегөл Ишмуллина менән берлектә “Һаҡмарҙы кем һаҡлар?” тип аталған ғилми-тикшеренеү эше башҡарҙыҡ. Эҙләнеү барышында һыу һаҡлағысты төҙөү тарихын өйрәндек, уның әһәмиәтен, ҡоролмаларының ышаныслы булыуын, ун йыл дауамында тирә-яғын йәшелләндереү буйынса нимәләр эшләнгәнлеген асыҡланыҡ.

Тәлғәт СОЛТАНОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған
табибы, Сибай ҡалаһы:


— Оҙаҡ йылдар ситтә йәшәһәм дә, тыуған ауылымдың, йәмле Һаҡмарымдың яҙмышы мине лә тәрән уйға һала. Әгәр бөгөндән һыу һаҡлағыстың яҙмышына йөҙ менән боролмаһаҡ, иртәгә һуң булыуы ихтимал. Шуға күрә барлыҡ йәмәғәтселекте, етәкселәрҙе Һаҡмарҙың яҙмышына битараф булмаҫҡа саҡырам, тейешле ойошма вәкилдәре хәлде өйрәнеп, үҙ һүҙен әйтер тигән ышаныстамын.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518