Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һаулыҡ һаҡлау – иғтибар үҙәгендә
 Һаулыҡ һаҡлау – иғтибар үҙәгендә 2016 йылда Башҡортостан халыҡҡа юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә федераль ҡаҙнанан 174 миллион 558,6 мең һум субсидия аласаҡ. Тейешле бойороҡ Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған.

5,4 миллиард һум аҡса илдең 65 субъекты араһында бүленгән. Ошо маҡсатта төбәк ҡаҙналарынан 27 миллиард һум йүнәлтеләсәк.
Был саралар халыҡҡа урындағы медицина ойошмаларында күрһәтелгән ҡиммәтле юғары технологиялы медицина ярҙамын алыу мөмкинлеген арттырасаҡ.
Былтыр Рәсәй субъекттарындағы медицина ойошмаларында 151,9 мең кеше берлектә финанслау шарттарында юғары технологиялы медицина ярҙамын алған.

Йәш ғаиләләргә ярҙам


Башҡортостан Хөкүмәте “Торлаҡ” федераль маҡсатлы программаһының “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” ярҙамсы программаһында ҡатнашыусыларға социаль түләүҙәр биреү тәртибен раҫланы.

Дәүләттән ярҙам алыр өсөн ҡатындың да, ирҙең дә йәше 35-тән үтмәҫкә, ғаилә торлаҡҡа мохтаж булырға тейеш. Йәш ғаиләнең торлаҡ хаҡының бер өлөшөн түләй алырлыҡ килеме булыуы ла мөһим.
Ағымдағы йылдың 1 авгусына тиклем муниципаль берәмек хакимиәттәре программала ҡатнашыусыларға документтар тапшырыу кәрәклеге хаҡында хәбәр итәсәк. Торлаҡ хаҡының бер өлөшөн финанслау күләме балаһыҙ йәш ғаиләләргә — кәмендә 30 процент, балалылар өсөн 35 процент тәшкил итә.
Тәү сиратта исемлеккә 2005 йылдың 1 мартына тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар сифатында иҫәпкә ҡуйылған, шулай уҡ өс һәм унан күберәк балалары булған йәш ғаиләләр индерелә, тип билдәләнеләр Башҡортостан дәүләт төҙөлөшөнөң матбуғат хеҙмәтендә.
Быйыл “Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш комплексын һәм архитектураһын үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә 700 йәш ғаиләгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү күҙаллана.

Эше барҙың — ашы бар

Башҡортостанда 24 мең самаһы буш эш урыны иҫәпләнә. Ысынында иһә март башына рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 28 мең кешенән артҡан. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,42 процент тәшкил иткән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.

Февралдә эшкә урынлашыуға бәйле ете меңдән ашыу эшһеҙ кеше теркәү иҫәбенән алынған. Шуларҙың 3,5 меңе мәшғүллек хеҙмәте аша шөғөл тапҡан.
Мәшғүллек проблемаһы буйынса тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылдың ноябрендә — 2016 йылдың ғинуарында республикала иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны ике миллиондан артҡан. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, уларҙың 122 меңдән ашыуы — эшһеҙ. Дөйөм эшһеҙлек кимәле 6,1 процент тәшкил иткән.

Субсидия бөтмәйәсәк

Яңы йорттарҙа торлаҡ алған граждандарҙың ипотека кредиты буйынса процент ставкаһын субсидиялау программаһы 2017 йылдың
1 ғинуарына тиклем оҙайтылды. Рәсәй Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйылған да инде.

Документҡа ярашлы, быйыл 1 марттан бирелгән кредит буйынса субсидия йылына 2,5 процент күләмендә билдәләнә. Ғәмәлдәге төп процент ставкаһы йылына 11 процент тәшкил итә. Субсидиялау кимәлен төп ставкаға 1,5 процент күләмендә билдәләргә хәл ителгән. 1 мартҡа тиклем бирелгән ссудалар буйынса субсидиялау кимәле 3,5 процент тәшкил итә, тип аңлаттылар Башҡортостан дәүләт төҙөлөшөнөң матбуғат хеҙмәтендә.
Ипотеканы субсидиялау программаһы 2015 йылдың 1 мартынан ғәмәлгә инде. Рәсәй Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйылғы 31 ғинуарға тиклем уның буйынса 405,1 миллиард һумлыҡ 227,6 мең ипотека кредиты бирелгән (субсидиялар күләме — 3,336 миллиард һум).
Субсидиялау программаһы буйынса ипотека кредиты йылына 12 проценттан артмаған ставканы, фатир хаҡының 20 проценты күләмендә тәүге иғәнәне һәм 25 – 30 йыл дауамында түләү ваҡытын күҙ уңында тота.
Тәүҙә дәүләт ярҙамы программаһы быйылғы 1 мартҡа тиклем иҫәпләнгәйне. Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень белдереүенсә, дәүләт субсидиялау программаһын оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәс, байтаҡ төҙөүселәр үҙҙәренең проекттарын тергеҙә башлаған.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә