Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшәү минимумы дәүмәле кәмене
Йәшәү минимумы дәүмәле кәменеБашҡортостанда йылдың икенсе кварталына уртаса бер ай өсөн йәшәү минимумы билдәләнде. Уның нигеҙендә социаль программалар әҙерләнәсәк, аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам күләме иҫәпләнәсәк.

Билдәле булыуынса, йәшәү минимумы дәүмәле “Башҡортостан Республика­һын­да ҡулланыу кәрзине тураһында”ғы Закон һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмә­тенең рес­публикалағы территориаль органы тара­фынан бирелгән аҙыҡ-түлеккә, башҡа та­уар­ҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡ­та­ры кимәле тураһындағы мәғлүмәт ниге­ҙен­дә билдәләнә. Был юлы йән башына тәғәйенләнгән йәшәү минимумының күләме 8328 һум тәшкил итә. Атап әйткәндә, эшкә яраҡлы халыҡ өсөн – 8863 һум, пенсионер­ҙарға – 6801 һум, балаларға – 8313 һум.
Быға тиклемге осор менән сағыштыр­ған­да, сумма түбәнерәк, әлбиттә. Хәйер, был яңы тенденция түгел.

“Ҡармаҡ” тотторасаҡтар

Быйыл халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламына власть йәнә “ҡармаҡ” тоттормаҡсы. Анығыраҡ әйткәндә, уларға матди хәлдәрен яҡшыртыу маҡсатында — шәхси хужалыҡтарын булдырыуға, һөнәр үҙләштереүгә һәм үҙ эштәрен асыуға — өҫтәмә сығымдар бүленәсәк. Бындай ярҙам “Социаль контракт” программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыласаҡ. Әлеге маҡсатҡа власть 44,8 миллион һум аҡса йүнәлтмәксе.

Белгестәр билдәләүенсә, программа ярты йыл элек кенә тормошҡа ашырыла башлаһа ла, үҙен аҡлап өлгөргән дә инде. Аҡса адреслы, маҡсатлы һәм фәҡәт отчет буйынса ғына бүленә. Былтыр ғына, әйтәйек, барлығы 45 миллион һумға 1162 социаль контракт төҙөлгән. Шуларҙың 98 проценты балалы ғаиләләр иҫәбенә тура килгән. Тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, уларҙың уртаса килеме 3,5 мең һумдан 6,3 мең һумғаса артҡан. Программаға айырыуса Белорет, Учалы, Баймаҡ, Бүздәк, Дүртөйлө һәм Туймазы райондарынан әүҙем ҡушылғандар. Араларында, әлбиттә, башланғысты бөтөнләй инҡар итеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Ағиҙел, Межгорье ҡалаларынан берәү ҙә социаль контракт төҙөргә теләк белдермәгән.
Быйыл иһә республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы программаға яңы йүнәлештәр өҫтәргә уйлай. Шуларҙың береһе — ауыл хужалығы кооперацияһы.


Фатир алырға
аҡсаң етмәһә...


Бөгөн халыҡтың күпселеге торлаҡ мәсьәләһен йә ҡуртымға, йә ипотека кредитына һатып алыу юлы менән хәл итә. Берәүгә лә сер түгел: торлаҡ арендалау баҙары күләгәлә ҡала. Күсемһеҙ милкен ҡуртымға биреүселәр, законға ярашлы, табыштың 13 процентын дәүләткә күсерергә бурыслы. Әммә бөгөн күптәр был ҡанунды нисек тә инҡар итеп, алдау-йолдау юлы менән түләүҙән баш тарта. Ҡуртымға алыусыларҙың да “тишек кәмәлә” ултырып ҡалған осраҡтары аҙ түгел. Шуға ла республикала социаль ҡулланыштағы ялланма фатирҙарҙы иҫәпкә алыу тәртибе әҙерләнгән.

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, социаль ҡулланыштағы бындай йорттар халыҡтың торлаҡ шарттарын күпкә яҡшыртасаҡ. Киле­шеү билдәле бер ваҡытҡаса төҙөләсәк. Ошо арала ҡуртымға алыусы торлаҡ шарттарын хәл итмәһә, килешеү тағы ла оҙай­ты­ласаҡ. Законға ярашлы, социаль ҡулланыштағы социаль торлаҡ урындағы үҙидара органдарының шәхси милке һанала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә