Башҡортостанда йылдың икенсе кварталына уртаса бер ай өсөн йәшәү минимумы билдәләнде. Уның нигеҙендә социаль программалар әҙерләнәсәк, аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам күләме иҫәпләнәсәк.
Билдәле булыуынса, йәшәү минимумы дәүмәле “Башҡортостан Республикаһында ҡулланыу кәрзине тураһында”ғы Закон һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең республикалағы территориаль органы тарафынан бирелгән аҙыҡ-түлеккә, башҡа тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары кимәле тураһындағы мәғлүмәт нигеҙендә билдәләнә. Был юлы йән башына тәғәйенләнгән йәшәү минимумының күләме 8328 һум тәшкил итә. Атап әйткәндә, эшкә яраҡлы халыҡ өсөн – 8863 һум, пенсионерҙарға – 6801 һум, балаларға – 8313 һум.
Быға тиклемге осор менән сағыштырғанда, сумма түбәнерәк, әлбиттә. Хәйер, был яңы тенденция түгел.
“Ҡармаҡ” тотторасаҡтар Быйыл халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламына власть йәнә “ҡармаҡ” тоттормаҡсы. Анығыраҡ әйткәндә, уларға матди хәлдәрен яҡшыртыу маҡсатында — шәхси хужалыҡтарын булдырыуға, һөнәр үҙләштереүгә һәм үҙ эштәрен асыуға — өҫтәмә сығымдар бүленәсәк. Бындай ярҙам “Социаль контракт” программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыласаҡ. Әлеге маҡсатҡа власть 44,8 миллион һум аҡса йүнәлтмәксе.
Белгестәр билдәләүенсә, программа ярты йыл элек кенә тормошҡа ашырыла башлаһа ла, үҙен аҡлап өлгөргән дә инде. Аҡса адреслы, маҡсатлы һәм фәҡәт отчет буйынса ғына бүленә. Былтыр ғына, әйтәйек, барлығы 45 миллион һумға 1162 социаль контракт төҙөлгән. Шуларҙың 98 проценты балалы ғаиләләр иҫәбенә тура килгән. Тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, уларҙың уртаса килеме 3,5 мең һумдан 6,3 мең һумғаса артҡан. Программаға айырыуса Белорет, Учалы, Баймаҡ, Бүздәк, Дүртөйлө һәм Туймазы райондарынан әүҙем ҡушылғандар. Араларында, әлбиттә, башланғысты бөтөнләй инҡар итеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Ағиҙел, Межгорье ҡалаларынан берәү ҙә социаль контракт төҙөргә теләк белдермәгән.
Быйыл иһә республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы программаға яңы йүнәлештәр өҫтәргә уйлай. Шуларҙың береһе — ауыл хужалығы кооперацияһы.
Фатир алырға
аҡсаң етмәһә...Бөгөн халыҡтың күпселеге торлаҡ мәсьәләһен йә ҡуртымға, йә ипотека кредитына һатып алыу юлы менән хәл итә. Берәүгә лә сер түгел: торлаҡ арендалау баҙары күләгәлә ҡала. Күсемһеҙ милкен ҡуртымға биреүселәр, законға ярашлы, табыштың 13 процентын дәүләткә күсерергә бурыслы. Әммә бөгөн күптәр был ҡанунды нисек тә инҡар итеп, алдау-йолдау юлы менән түләүҙән баш тарта. Ҡуртымға алыусыларҙың да “тишек кәмәлә” ултырып ҡалған осраҡтары аҙ түгел. Шуға ла республикала социаль ҡулланыштағы ялланма фатирҙарҙы иҫәпкә алыу тәртибе әҙерләнгән.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, социаль ҡулланыштағы бындай йорттар халыҡтың торлаҡ шарттарын күпкә яҡшыртасаҡ. Килешеү билдәле бер ваҡытҡаса төҙөләсәк. Ошо арала ҡуртымға алыусы торлаҡ шарттарын хәл итмәһә, килешеү тағы ла оҙайтыласаҡ. Законға ярашлы, социаль ҡулланыштағы социаль торлаҡ урындағы үҙидара органдарының шәхси милке һанала.